Айдын (төр. AydınAydın, грек. Αϊδίνιο) — Көнбайыш Төркиә ҡалаһы, Айдын провинцияһының административ үҙәге.

Айдын
төр. Aydın
Рәсем
Рәсми атамаһы Aydın
Рәсми тел Төрөк теле
Дәүләт Flag of Turkey.svg Төркиә
Административ үҙәге Айдын[d]
Административ-территориаль берәмек Айдын[d]
Халыҡ һаны 1 134 031 кеше (2021)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 65 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Туғандаш ҡала Бөгөлмә ҡалаһы, Гавр, Монтро-Фо-Йонна[d] һәм Манчестер[d]
Алыштырған Траллы[d]
Майҙаны 1582 км²
Почта индексы 09 000
Рәсми сайт aydin.bel.tr
Фолловерҙар һаны 67 891
Урындағы телефон коды 256
Номер тамғаһы коды 09
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Q32733453?
Категория для видов элемента Category:Views of Aydın[d]
Карта
Commons-logo.svg Айдын Викимилектә

Тарихы һәм атаманың килеп сығышыҮҙгәртергә

Ҡала боронғо Лидия батшалығы территорияһында урынлашҡан. V быуаттың икенсе яртыһында бында төҙөүсе Анфимий тыуған. Ул антик математигы Исидор Милетский менән бергә Консиантинополдә София соборын төҙөй.

Ҡала (хәҙерге Айдын тирәһе) антик осоронан алып Тралла (һ. б.-грек. бор. грек. Τράλλεις) исеме аҫтында билдәле. XIII быуаттан башлап ҡала Гюзельхисар (матур ҡәлғә) төрки атамаһы аҫтында билдәле. XIV быуат башында, византия ҡалаһын төрки ҡәбиләләре баҫып алғандан һуң, ҙур булмаған бейлек (кенәзлек) башлығы Айдын ҡаланы үҙ исеме менән атай.

Айдын башында әмир Умур торған көслө пират дәүләте була.

1912 йылда бында — 46 578 төрөк кешеһе, гректар — 982 19 кеше, йәһүдтәр — 1890 кеше йәшәй[1]

1922 йылға тиклем гректар халыҡтың яҡынса яртыһын тәшкил итә (ҡара: Смирна ҡырылышы).

XIX быуат аҙағында Траллала хәҙер иң билдәле боронғо грек музыка һәйкәлдәренең береһе булған Сейкил сколийы (эпитафия) табыла.

ГеографияҮҙгәртергә

Айдын Оло Мендерес (элек — Меандр) йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан — ул Кесе Азияның көнбайышындағы мөһим йылға. Айдындан биш саҡрым көньяҡтараҡ Чина йылғаһы аға. Төньяҡта, ҡала янында, Айдын тауҙары урынлашҡан, уның иң бейек урыны диңгеҙ кимәленән 1800 метр бейеклектә тора.

E87 (O31) автомобиль трассаһы ҡаланы Эгей диңгеҙе яр буйы ҡалалары менән тоташтыра һәм ҙурлығы буйынса Төркиәнең өсөнсө ҡалаһы Измир менән тоташтыра. Трасса Айдын тауҙарын киҫеп үтә, унда заманса тоннель төҙөлгән. Көнсығыш йүнәлештә трасса Денизлиға һәм артабан Антальяға — төрөк Ривьераһына (курортына) алып бара.

КлиматыҮҙгәртергә

Айдында йәй бик эҫе була, йыл әйләнәһенә тиерлек юғары температура һаҡлана.

ИҡтисадыҮҙгәртергә

Һыу яҡынлығы арҡаһында төбәк боронғо замандарҙан уҡ муллыҡ менән данлыҡлы. Бөгөнгө көндә киң таралған культураһы — дөгө, төбәк шулай уҡ башҡа ауыл хужалығы культураларын да үҫтерә, бында шулай уҡ еңел сәнәғәт үҫешкән.

Был районда баҡыр рудаһы, тимер, мышаяҡ, лигнит ятҡылыҡтары барлығы тураһында мәғлүмәт бар.

Айдын янында боронғо Тралла һәм Магнесия ҡалаларының емереклектәре бар. Төбәктә шулай уҡ туристар өсөн ҡыҙыҡлы башҡа тарихи һәйкәлдәр ҙә күп[2].

Туғанлашҡан ҡалаларҮҙгәртергә

ИҫкәрмәҮҙгәртергә

  1. George Sotiriadis, An Ethnological Map Illustrating Hellenism in the Balkan Peninsula and Asia Minor, 1918
  2. Деловой журнал о бизнесе в Турции. Айдын. 2019 йылдың 9 апрель көнөндә архивланған.
  3. Бугульма и турецкий город Айдын стали городами-побратимами(недоступная ссылка) на сайте Министерства культуры Республики Татарстан 2007 йылдың 3 июль көнөндә архивланған.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

  • Официальный сайт Айдына
  • Айдын // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.