В. И. Лениндың Йорт-музейы (Ҡазан)

Ленин Владимир Ильич Лениндың Йорт-музейы — музей, Ҡазан ҡалаһының Ульянов-Ленин урамындағы 58-се йортонда урынлашҡан[1].

Дом-музей В. И. Ленина в Казани
Асылған ваҡыты 7 ноябрь 1937
Директор Басова Татьяна Ивановна
Сайт Официальный сайт
Логотип Викисклада Дом-музей В. И. Ленина в Казани Викимилектә

Музейҙың тасуирламаһы

үҙгәртергә
 

В. И. Лениндың Ҡазандағы Йорт-музейы — мемориал, ул Ульяновтар ғаиләһенең көнкүреш шарттарын тергеҙә. Йорттоң торошо, шул иҫәптән ундағы ысын әйберҙәр, көнкүреш деталдәре — барыһы ла Лениндың шәхес һәм революционер булараҡ формалашыуына ғаиләһенең нисек йоғонто яһауын ап-асыҡ аңларға ярҙам итә.

В. И. Ленин Йорт-музейындағы экспозицияларҙа ысын документтар, ксерокопиялар, белешмәләр, китаптар, фотоһүрәттәр, әҙәби сығанаҡтар ҡуйылған. Ҡазан, Ленин билдәләмәһе буйынса, Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге иң мөһим фабрика-завод сәнәғәте үҙәктәре иҫәбендә торған. Бында 5 меңгә тиклем эшсе кешеһе иҫәпләнгән һикһәнгә яҡын сәнәғәт предприятиелары булған[2].

Владимир Ульянов Ҡазан Император университетына уҡырға инә. Уның атаһы, Ульянов Илья Николаевич, ошо университетта уҡып белем алып, уны отличие менән тамамлаған була. Йола буйынса йыл һайын Ульяновтар ғаиләһе Ҡазанға килә. Улар Сембер ҡалаһынан бында даими йәшәргә күсеп килергә ҡарар ҡабул итә. 1887 йылдың 30 майында «Симбирские губернские ведомости» гәзитендә «Баҡсалы, роялле һәм мебелле йорт һатыла. Мәскәү урамы, Ульянова йорто» тигән иғлан баҫыла.

Ульяновтар Ҡазанға 1887 йылдын июнендә күсеп килә. Тәүҙә улар Завьяловтар йортонда (Профессор тыҡрығы) Мария Александровнаның бер туған апаһы — Анна Александровна Веретенниковала туҡтай, ә Кокушкино ауылында йәйҙе үткәрә. Ҡазанға ҡайтып, Ульяновтар Беренсе тау урамындағы Ростовтар йортонда (хәҙерге Ульянов урамы, 24-се йорт) фатирҙа торалар. Тиҙҙән Мария Александровна Ново-Комиссариатский урамындағы (хәҙерге Комлев урамы, 15-се йорт) Соловьевтар йортонда фатир яллай.

Әммә 1888 йылдың көҙөндә Ульяновтар ғаиләһе Орлов йортонда йәшәй башлай, унда һуңынан В. И. Лениндың Йорт-музейы урынлаштырыла. Орловтар йорто Беренсе тау урамында, Әр яланынан алыҫ түгел, урынлашҡан була. Балконлы был йорт ике ҡатлы төкәтмәле бүрәнә йорттан ғибәрәт, ул ихата төпкөлөндә урынлашҡан, һәм тауға табан сығып торған бик матур баҡсалы була. Мария Александровна төкәтмәнең бөтә икенсе ҡатын һәм беренсе ҡатта урынлашҡан ике аш-һыу бүлмәһен яллай.

Ленин биографияһының музейҙа күрһәтелгән ваҡиғалары

үҙгәртергә

29 июль, 1887 йыл. Ульянов Ҡазан император университетының ректоры исеменә ошо университеттың юридик факультетының беренсе курсына уҡырға ҡабул итеү тураһында үтенес-ғариза бирә. Әммә университет етәкселеге уВладимир Ульяновты студентлыҡҡа ҡабул итеүҙән ҡурҡа. Уның үтенесенә: «Ҡылыҡһырлама алғанға тиклем ҡабул итеүҙе туҡтатып торорға» тигән резолюция һала. Бары тик ике аҙнанан һуң ғына — 1887 йылдың 13 авгусында ғына, Сембер гимназияһынан характеристика килгәс кенә, Владимир Ульянов университеттың юридик факультетының беренсе курсына студент итеп ҡабул ителә. Уға № 197 студент билеты тапшырыла (музейҙа был документтың фотокопияһы бар).

Ҡазанға батшалыҡтың Мәскәү университеты студенттарын язалауы тураһындағы мәғлүмәт килеп еткәс, Ҡазан студенттар йәмәғәтселеге ризаһыҙлығының сиге булмай. 1887 йылдың 4 декабрендә Ҡазан император университетының тамаша залында студенттарҙың тарихи сходка-демонстрацияһы уҙа. Ҡәтғи тыйыуҙарға ҡарамайынса, университет землячествоһы рөхсәтһеҙ студент судына йыйыла. Землячество советы ултырышында ошо мәсьәләләр ҡарала һәм раҫлана:

  • «Бөтә Ҡазан студенттарына » өндәмә тексы ҡабул ителә, ул һуңынан гектографта баҫылып таралтыла;
  • университет ректорына петиция тексы яҙыла;
  • сходка-демонстрация үткәреү датаһы билдәләнә.

Ректор сходкаға саҡырыла, уға петиция тапшырыла (музейҙа был петицияның тулы тексы экспонат итеп ҡуйылған). Сходкаға килгән ректор студенттарға бындай юлдар менән һеҙ бер ниндәй ғәмәлғә лә ирешә алмаясаҡһығыҙ, тип өгөт-нәсихәт уҡый. Шул уҡ көндө быға протест йөҙөнән Владимир Ильич Ульянов ректор исеменә үҙен университеттан сығарыуҙы һорап үтенес яҙа.

Музейҙы булдырыу тарихы

үҙгәртергә

Музей асыу тантанаһы 7 ноябрендә 1937 йылдың 7 ноябрендә ойошторола һәм Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 20-йыллығына тап килтерелә[3]. Ленин музейын булдырыуҙа һәм Ульяновтар ғаиләһе фатирын тергеҙеүҙә Владимир Ильичтың иң кесе ҡустыһы — Дмитрий Ильич Ульянов, апалары Мария Ильинична, Анна Ильинична Ульянова-Елизарова һәм ике туған ағаһы Н. И. Веретенников әүҙем ҡатнаша.

  1. К. Валидова Дом-музей В. И. Ленина в Кокушкино. Казань. — 1968.
  2. В. И. Ленин Полное собрание сочинений. — Т. 3. — С. 606.
  3. Дом-музей В. И. Ленина (г. Казань)