Вәсиҡов Шамил Вәсил улы

Вәсиҡов Шамил Вәсил улы (рус. Васиков Шамил Васильевич) (10 август 1955 йыл) — совет һәм хужалыҡ эшмәкәре, Нуриман районы 246-сы Нуриман һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты [1]. Милләте — башҡорт.

Вәсиҡов Шамил Вәсил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 август 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Шамил Вәсил Васиҡков 1955 йылдың 10 авгусында БАССР-ҙың Дүртөйлө районы Мәскәү ауылында тыуған.

Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлап, хеҙмәт юлын 1977 йылда башлаған.[2]

1977-1979 - Илеш районы "Искра" колхозында агроном,баш агроном.

1979-1980 - "Биш партизан" колхозында колхоз рәйесе урынбаҫары.

1980-1981 - Илеш район башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.

1981-1985 - КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы;

1985-1991 - КПСС-тың Нуриман район комитеты беренсе секретары;

1991-1992 - Нуриман "Лесопункт" предприятиеһы идаралығы рәйесе.

1992-1993 - Нуриман район хакимиәтенең хеҙмәт һәм халыҡ мәшғүллек бүлеге мөдире.

1993-2001 - Нуриман район урман хужалығы директоры.

2001 - Нуриман районының ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө буйынса комитеты рәйесе.

2001-2002 - Илеш районында "Башлестоп" Дәүләт унитарное предприятиеһы директоры.

2002-2003 - Илеш районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары.

2003-2005 - Илеш районының XXII партсъезд исемендәге колхоз рәйесе.

2005-2006 - Илеш район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары.

2006 йылда - Илеш муниципаль районы хакимиәте башлығының төҙөлөш, иҡтисад һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары [3].

Өйләнгән, ғаиләлә ул тәрбиәләп үҫтергәндәр

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 12 созыв (БАССР)
  2. Васиков Шамил Васильевич// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  3. Васиков Шамил Васильевич ВИППЕРСОН

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 16.

Һылтанмалар

үҙгәртергә