Вәлмөхәмәтов Радик Сәфәрғәле улы

йырсы

Вәлмөхәмәтов Радик Сәфәрғәле улы (12 февраль 1966 йыл) — йырсы. 2003 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Йәдкәр» фольклор ансамбле солисы, 2005 йылдан — «Ихлас» эстрада төркөмө етәксеһе, 2007 йылдан «Эстрада легендалары» ретро-төркөмө вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011), күп кенә халыҡ-ара һәм республика йыр конкурстары лауреаты.

Вәлмөхәмәтов Радик Сәфәрғәле улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 12 февраль 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1] (55 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Әбйәлил районы, Ташбулат ауылы[1]
Һөнәр төрө йырсы
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты[1]
Әүҙемлек урыны Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм Нефтекама дәүләт филармонияһы[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

БиографияһыҮҙгәртергә

Радик Сәфәрғәле улы Вәлмөхәмәтов 1966 йылдың 12 февралендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Ташбулат ауылында тыуған.

1991 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (А. К.Мәсәлимова класы), 2001 йылда З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай (Р. М. Мусина класы).

1991 йылдан «Таусылар» мәҙәниәт һарайы ансамблендә йырлай. 2003 йылдан «Йәдкәр» фольклор ансамблендә эшләй, ә 2005 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһында «Ихлас» төркөмөнә етәкселек итә. 2007 йылдан йырсы «Эстрада легендалары» ретро-төркөмө составында сығыш яһай[2].

2008 йылда Р. Вәлмөхәмәтовтың «Тыуған яҡты һағынам» аудиоальбомы сыҡты.

Яңғыҙ йырлау партияларыҮҙгәртергә

Композиторҙар Хөсәйен Әхмәтов, Нур Дауытов, Заһир Исмәғилев, Салауат Низаметдинов, Рим Хәсәнов йырҙары; башҡорт халыҡ йырҙарын («Ильяс», «Сәлимәкәй», «Сибай», «Урал», «Эскадрон»), татар халыҡ йырҙары («Сәрмән», «Шахта») башҡара, «Урал моңо» (1993), «Яҙғы моңдар» (1995), «Туған тел» (2008; барыһы ла — Өфө), «Дуҫлыҡ йыры» (Нефтекама ҡалаһы, 1995) конкурстарында ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2003)
  • Башҡорт йәштәренең «Урал моңо» республика конкурс‑фестивале лауреаты (1993)
  • Башҡорт йырҙарын башҡарыусылар «Яҙғы моңдар» республика конкурсы (1995)
  • Татар йырҙарын йәш башҡарыусыларҙың «Туған тел» конкурсы (2008)
  • Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ йыры» халыҡ‑ара фестивале лауреаты (1995)
  • Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» төбәк конкурсы лауреаты (1997).

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә