Вәлиев Самат Фәттәх улы

Вәлиев Самат Фәттәх улы (3 декабрь 1904 йыл — 15 октябрь 1986 йыл) — дәүләт эшмәкәре. 1948—1971 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының финанс министры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының IV—VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Ленин (1959, 1966) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.

Вәлиев Самат Фәттәх улы
Тыуған көнө 3 декабрь 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (119 йәш)

Биографияһы

үҙгәртергә

Вәлиев Самат Фәттәх улы 1904 йылдың 3 декабрендә Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе Өлкөндө ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы) тыуған.

1930 йылда Мәскәү сәнәғәт‑иҡтисад ғәмәли институтын тамамлағандан һуң БАССР Финанс халыҡ комиссариатында эшләй (1932 йылдан алып бүлек начальнигы). 1938 йылдан алып БАССР Дәүләт планының финанстар һәм тауар әйләнеше секторы начальнигы, 1945 йылдан — БАССР финанс министры урынбаҫары, бер үк ваҡытта бюджет бүлеге начальнигы, 19481971 йылдарҙа БАССР финанс министры. БАССР Юғары Советының 4—6‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1959, 1966), «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары менән бүләкләнгән. 1986 йылдың 15 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • ике Ленин ордены (1959, 1966)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1949)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә