Воронихин Николай Николаевич
Воронихин Николай Николаевич ( 18 июль 1882 йыл — 18 март 1956 йыл) — ғалим-миколог, фитопатолог, альголог һәм гидробиолог. Биология фәндәре докторы (1934), профессор (1939). В. Л. Комаров исемендәге премия лауреаты (1952).
Воронихин Николай Николаевич | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 18 июль 1882 |
Тыуған урыны | Гатчина, Царскосельский уезд[d], Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 18 март 1956 (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Шувалов зыяраты[d] |
Атаһы | Николай Алексеевич Воронихин[d] |
Һөнәр төрө | ботаник |
Уҡыу йорто | Первая Санкт-Петербургская классическая гимназия[d] |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Николаевич Воронихин Санкт-Петербургтың танылған педиатры Николай Алексеевич Воронихин ғаиләһендә тыуған. 1907 йылда Санкт-Петербург дәүләт университеты физика һәм математика факультетының тәбиғи фәндәр бүлеген тамамлай.
1907-1922 йылдарҙа Петроград (Ленинград) һәм Тифлистың юғары уҡыу йорттарында уҡыта.
1922 йылдан СССР Фәндәр академияһының Ленинградтағы В. Л. Комаров исемендәге Ботаника институтының Төп ботаника баҡсаһында өҙлөкһөҙ эшләй: гидробиология бүлеге мөдире, 1939 йылдан - саң-һеркәле үҫемлектәр бүлеге профессоры.
1934-1941 йылдарҙа «СССР-ҙың Европа Төньяғындағы континенталь һыу ятҡылыҡтарының ылымыҡтар флораһы»н, уларға билдәләүсе асҡыстар менән төҙөүсе[2].
Ҡырым, Кавказ Ҡара диңгеҙ буйында, Төньяҡ Кавказда, Грузия, Ленинград өлкәһе, Карелия, Кола ярымутрауында, Төньяҡ Уралда, Алтайҙа, Якутияла фәнни экспедицияларҙа ҡатнаша.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул, алголог-флорист булараҡ, сөсө һыуҙарҙы өйрәнеү менән шөғөлләнә. СССР-ҙа беренсе сөсө һыу ылымыҡтары төрө белешмәһен төҙөүҙә ҡатнаша[2]. 165-тән артыҡ фәнни баҫма авторы.
Ленинградта вафат була, Шувалов зыяратында ерләнгән[2] .
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945)
Төп хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Материалы к флоре грибов Кавказа, Тр. Ботанического музея, 1927
- Растительный мир океана, М.‒Л., 1945
- Растительный мир континентальных водоёмов, М.‒Л., 1953
Н. Н. Воронихин хөрмәтенә аталған таксондар
үҙгәртергәВоронихин хөрмәтенә зәңгәр-йәшел ылымыҡтар нәҫеле Woronichinia Elenk. — Воронихиния тип атала (был исемдән Woronichiniaceae Elenk. — Воронихиниевтар ғаиләһе исеме барлыҡҡа килгән).
Ғалим хөрмәтенә шулай уҡ төр рангтағы бер нисә таксон атала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ (unspecified title) — doi:10.5281/zenodo.10080503
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Прохоренко, 2018
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Голлербах М. М. Памяти Н. Н. Воронихина // Ботан. журн.. — 1956. — Вып. 41 (8). — С. 1230—1234.
- Григорьев С. В. Биографический словарь. Естествознание и техника в Карелии. — Петрозаводск: Карелия, 1973. — С. 76—77. — 269 с. — 1000 экз.
- Прохоренко Н. С. ВОРОНИХИН Николай Николаевич // Ученые — фондообразователи Санкт-Петербургского филиала Архива Российской академии наук : Краткий биографический справочник : А—В / науч. ред. и сост. Е. Ю. Басаргина, И. В. Тункина. — СПб. : Реноме, 2018. — С. 184—185. — 196 с. — (Ad fontes. Материалы и исследования по истории науки ; т. 13). — ISBN 978-5-00125-105-7. — doi:10.25990/rn87-0z39.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Воронихин, Николай Николаевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969-1978.