Воронеж хөкүмәт элемтәһе институты

Воронеж хөкүмәт элемтәһе институты (рус. Воронежский институт правительственной связи) — 1943 йылдың 15 февралендә Федераль һаҡ хеҙмәтенә офицер кадрҙарын әҙерләү һәм уларҙың белемен камиллаштырыу өсөн ойошторолған юғары-хәрби уҡыу йорто.

Воронеж хөкүмәт элемтәһе институты
Нигеҙләү датаһы 15 февраль 1943
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Воронеж
Карта

Йыл һайын 15 февралдә билдәләнә.

Төп тарихы

үҙгәртергә

1943 йылдың 15 февралендә Дәүләт оборона комитетының ҡараы менән Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Баш командование ставкаһының хәрәкәттәге фронттар һәм армиялар менән юғары тулҡынлы элемтәлә булыуын тәьмин итеү өсөн НКВД хөкүмәт бәйләнеше айырым полкы ойошторола. Полктың дөйөм составы 1895 хәрби хеҙмәткрәҙән тора, командирҙар составы 392 кеше тәшеил итә[1].

1943 йылда Көнбайыш һәм Калинин фронттары ғәскәрҙәре үткәргән «Бюффель» һәм Смоленск операциялары барышында полк штабтың 39 армия, шулай уҡ Ленинград һәм Калинин фронттары менән өҙлөкһөҙ элемтәһен тәьмин итә. 1944 йылда полк Белоруссия стратегик һөжүм операцияһы осоронда, атап әйткәндә Витебск-Орша операцияһында ҡатнашып, 1-се Балтик буйы фронтына яҡшы элемтә булдыра. Полоцк һөжүм операцияһын үткәргәндә полкы штабтың 43-сө, 4-се удар, 3-сө һауа һәм 6-сы гвардия армияһы менән өҙлөкһөҙ бәйләнешен булдыра[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 22 октябрендәге ҡарары менән «дошмандың Рига ҡалаһынан көньяҡ-көнсығыштараҡ оборонаһын өҙгәндә немец илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн» Беренсе Хөкүмәт элемтәһе айырым полкы Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була. 1945 йылдың 7 мартында СССР халыҡ комиссарының 00177 һанлы бойороғо менән Беренсе айырым полкы НКВД-ның Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы Беренсе хөкүмәт элемтәһе айырым бригадаһына үҙгәртелә[1].

1945 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы Беренсе хөкүмәт элемтәһе айырым бригадаһы — Читаға, ә 1946 йылда Воронежға күсерелә. 1956 йылда бригада СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы КГБ-ның Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы 18-се айырым хөкүмәт элемтәһе полкы итеп үҙгәртелә. 1967 йылдың 19 декабрендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була[2].

1976 йылдың 7 сентябрендә СССР Министрҙар Советында ҡарамағындағы КГБ рәйесе Ю. В. Андропов бойороғо менән 18-се полк базаһында СССР Министрҙар Советында ҡарамағындағы КГБ-ның Хөкүмәт элемтәһе ғәскәрҙәренең айырым уҡыу үҙәге ойошторола, 1991 йылдан — РФ Президенты ҡарамағындағы Хөкүмәт элемтәһе һәм мәғлүмәт федераль агентлығы (ФАПСИ)[2].

1998 йылдың 15 декабрендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1492-се ҡарары менән ФАПСИ Воронеж хәрби-техник училищеһы ойошторола[3]. 2003 йылдың 25 октябрендә Рәсәй Хөкүмәтенең 1545-р һанлы ҡарары менән уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһының Федераль һаҡ ҡарамағындағы Махсус элемтә һәм мәғлүмәт хеҙмәте Воронеж хәрби-техник училищеһы тип атала башлай[4].

2008 йылдың 15 сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте бойороғо менән Воронеж хәрби-техник училище ФСО Академияһы структураһына ингән Воронеж хөкүмәт элемтәһе институты тип үҙгәртелә һәм Федераль һаҡ хеҙмәтенең элемтә өлкәһе белгестәре һәм юғары техник белемле офицерҙар әҙерләү менән шөғөлләнә[2].

Наградалары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Участие Первого отдельного полка правительственной связи в Великой Отечественной войне / Научный журнал «Берегиня» // С. В. Безрядин, Воронеж, № 2 (12), 2012 г. — С.70—73
  2. 2,0 2,1 2,2 История филиала Академии ФСО России. Академия ФСО России. Дата обращения: 2 декабрь 2020. 2020 йыл 4 декабрь архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «ссс» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  3. О создании Воронежского военно-технического училища Федерального агентства правительственной связи и информации при Президенте Российской Федерации. Дата обращения: 2 декабрь 2020.
  4. Постановлением Правительства России № 1545-р от 25 октября 2003 года. Дата обращения: 2 декабрь 2020.
  • ФСБ / Александр Север. — М.: Эксмо: Яуза, 2010 г. — 574 с. — ISBN 978-5-699-39247-6
  • Энциклопедия спецслужб / Сост. К. Дегтярёв. Изд. Яуза, М.: 2008 г. — 1150 с. — ISBN 978-5-699-27264-8
  • Правительственная электросвязь в истории России / Отв. ред. В. В. Павлов. — М. : 2001 г. — 358 с.