Витман Владимир Александрович

архитектор, рәссам-график
(Владимир Витман битенән йүнәлтелде)

Витман Владимир Александрович (23 ғинуар (4 февраль) 1889 йыл, Һарытау — 7 апрель 1961 йыл, Ленинград) — СССР архитекторы һәм рәссам-графигы. Архитектура фәндәре кандидаты (1938), СССР Архитектура академияһының ағза-корреспонденты (1941)[2].

Витман Владимир Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 23 ғинуар (4 февраль) 1889 или 1889[1]
Тыуған урыны Һарытау, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 7 апрель 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) или 1961[1]
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө архитектор, рәссам
Эшмәкәрлек төрө архитектура[1]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Владимир Александрович Витман 1889 йылдың 23 февралендә Рәсәй империяһының Һарытау ҡалаһында тыуған. 1911 йылдан 1918 йылға тиклем Император сәнғәт академияһында данлыҡлы Л. Н. Бенуа класында аҫтында уҡый.

1924 йылда Мәскәү ҡалаһында беренсе тапҡыр художество күргәҙмәһендә ҡатнаша. 1918 йылдан алып 1926 йылға тиклем Ленинград ҡалаһында архитектура һәйкәлдәрен реставрациялау һәм декорациялар яһау оҫтаханаһында рәссам булып эшләй. 1926 йылдан Ленинградтың планлаштырыу бүлегендә ҡаланы планлаштырыу һәм проектлау эше менән шөғөлләнә. 1938 йылда Ленинград ҡалаһының Гипрогор ойошмаһының баш архитекторы вазифаһын биләй.

Архитектор Ленинград ҡалаһының генераль үҫеш проектының авторҙашы (1927—1939) һәм Мәскәү проспектын (1953) реконструкциялау һәм төҙөү проектының да авторҙашы булып тора. Ул шулай уҡ Минск, Силәбе, Һарытау,Орёл һәм СССР-ҙың башҡа ҡалаларын планлыштырыу проекттарын төҙөүҙә лә ҡатнаша.

1933—1959 йылдарҙа Владимир Александрович Витман Ленинград инженер-төҙөлөш институтының профессоры. Ул ҡала төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса байтаҡ хеҙмәттәр яҙған[2].

В. А. Витман Ленинградтағы В. Володарский һәм 1905 йылдың 9-сы ғинуары ҡорбандары һәйкәлдәренең архитектура өлөшөн эшләүҙә ҡатнаша[3]. Ул шулай уҡ акварель менән байтаҡ пейзаждар төшөргән, шул иҫәптән, Ҡырым, Кавказ, Псков, Ленинградты һүрәтләгән. Уның бындай акварель эштәре араһында башҡа ҡалаларҙың пейзаждары ла бар: «Гремячая башня. Псков» (1925), «Китайская беседка в детском Селе» (1927), «Суханово. Парк» (1940), «Вырица на берегу Opeдежи» (1954), «Холмы в Токсово» (1955), «Лес» (1959), «Усть-Нарва. Островок» (1959). 1962 йылда уның эштәренән күргәҙмә ойошторолған[2].

Владимир Александрович Витман 1961 йылдың 7 апрелендә Ленинград ҡалаһында вафат була. Ул ҡаланың Богословский зыяратында (Петрокрепостной юлы, участка 69) ерләнгән[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Vitman, Vladimir Aleksandrovič // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. 2,0 2,1 2,2 Художники народов СССР. 1972. Том 2. — С. 289
  3. Лисаевич И. И., Бехтер-Остренко И. Ю. Скульптура Ленинграда — Ленинград: Искусство, 1963.
  4. Исторические кладбища Санкт-Петербурга
  • Зодчие Санкт-Петербурга : XX век / cост. Исаченко В. Г.; ред. Ю. В. Артемьева. — СПб. : Лениздат, 2000.