Витман Владимир Александрович

Витман Владимир Александрович (23 января (4 февраля1889, Саратов — 7 апрель 1961, Ленинград) — совет архитекторы һәм рәссам-графигы. Архитектура фәндәре кандидаты (1938), СССР Архитектура академияһының ағза-корреспонденты (1941)[1].

Витман Владимир Александрович
Заты ир-ат
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Һарытау
Вафат булған көнө 7 апрель 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Санкт-Петербург

БиографияһыҮҙгәртергә

Владимир Александрович Витман 1889 йылдың 23 февралендә Рәсәйҙең Саратов ҡалаһында тыуған.1911 йылдан алып 1918 йылға тиклем Рәсәйҙәге Император сәнғәт академияһында данлыҡлы Л. Н. Бенуа ҡулы аҫтында уҡый. 1924 йылда В. А. Витман Мәскәү ҡалаһында беренсе тапҡыр художество күргәҙмәһендә ҡатнаша. 1918 йылдан алып 1926 йылға тиклем Ленинград ҡалаһында архитектура һәйкәлдәрен реставрациялау һәм декорациялар яһау оҫтаханаһында рәссам булып эшләй. 1926 йылдан алып Витман В. А. Ленинград ҡалаһының планлаштырыу бүлегендә эшләй һәм ҡаланы планлаштырыу һәм проектлау эше менән шөғөлләнә. 1938 йылда Ленинград ҡалаһының Гипрогор ойошмаһының баш архитекторы вазифаһын биләй. В. А. Витман Ленинград ҡалаһының генераль үҫеш проектының авторҙашы (1927—1939) һәм Мәскәү проспектын (1953) реконструкциялау һәм төҙөү проектының да авторҙашы булып тора. Ул шулай уҡ Минск, Силәбе, Һарытау,Орел һәм СССР-ҙың башҡа ҡалаларын планлыштырыу проекттарын төҙөүҙә лә ҡатнаша. 1933—1959 йылдарҙа Владимир Александрович Витман Ленинград инженер-төҙөлөш институтының профессоры булып китә. Архитектор В. А. Витман ҡала төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса байтаҡ хеҙмәттәр яҙған[1].

В. А. Витман Ленинградтағы В. Володарский һәм 1905 йылдың 9-сы ғинуары ҡорбандары һәйкәлдәренең архитектура өлөшөн эшләүҙә ҡатнаша[2]. Ул шулай уҡ акварель менән байтаҡ пейзаждар төшөргән, шул иҫәптән, Ҡырым, Кавказ, Псков, Ленинградты төшөргән. Уның акварель һүрәттәре эсендә башҡа ҡалаларҙың пейзаждары ла бар: «Гремячая башня. Псков» (1925), «Китайская беседка в детском Селе» (1927), «Суханово. Парк» (1940), «Вырица на берегу Opeдежи» (1954), «Холмы в Токсово» (1955), «Лес» (1959), «Усть-Нарва. Островок» (1959). 1962 йылда уның эштәренән күргәҙмә ойошторолған[1].

Владимир Александрович Витман 1961 йылдың 7 апрелендә Ленинград ҡалаһында вафат була. Ул ҡаланың Богословский зыяратында (Петрокрепостной юлы, участка 69) ерләнгән[3].

ИҫкәрмәҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Художники народов СССР. 1972. Том 2. — С. 289
  2. Лисаевич И. И., Бехтер-Остренко И. Ю. Скульптура Ленинграда — Ленинград: Искусство, 1963.
  3. Исторические кладбища Санкт-Петербурга

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Төҙөүселәр Санкт-Петербург : XX быуат / сост. В. г. исаченко; ре ю. в. Артемьев. — СПб. : Лениздат, 2000.