Википедия:Мәҡәләләргә исем биреү/Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр

Сит телдәрҙән ингән атамаларҙы биреү буйынса дөйөм тәҡдимдәр

үҙгәртергә

Сит телдәрҙән ингән атамалар күп осраҡта ғәмәли транскрипция ҡағиҙәләренә ярашлы ҡулланыла. Был ҡағиҙәләр фонетик оҡшашлыҡты ғына түгел, транслитерацияның да бер аҙ ҡыҫылышы булғанлыҡтан, сығанаҡ яҙманың үҙенсәлектәрен дә өлөшләтә һаҡлай.

Абруйлы сығанаҡтарҙа ҡулланылып, дөйөм ҡулланыуға ингән башҡа тапшырыу саралары ла һайланырға мөмкин.

Башҡорт теленә сит телдәрҙәге атамалар ғәҙәттә рус теле аша инә. Рус теле тарафынан улар түбәндәге юлдар менән үҙләштерелә:

  • транслитерация (график оҡшашлыҡты хәрефтәр менән тапшырыу, мәҫәлән, ҡытай һәм япон атамаларын кириллица менән биреү);
  • транспозиция (этимологик ярашлылыҡты тәьмин итеү, мәҫәлән, Charles I → Карл I, James I → Яков I);
  • калькалаштырыу (семантик ярашлылыҡ, йәғни һүҙмә-һүҙ тәржемә итеү, мәҫәлән, United States of America → Соединённые Штаты Америки → Америка Ҡушма Штаттары, Cape of Good Hope → Мыс Святой Надежды → Изге Өмөт мороно).

Рус теленә аралашсы тел аша килеп ингән һәм нығынған атамалар башҡорт теленә лә шул уҡ яҙылышта һәм әйтелештә ингән: Ким Ир Сен (корё мар аша), Париж (поляк теле аша), Токио һ. б. Әммә традиция (абруйлы энциклопедиялар, һүҙлектәр һәм белешмәлектәр[1]) мөмкинлек булғанда традицион яҙылышты транскрипцион яҙылыш менән алмаштырыуға ҡамасауламаҫҡа тейеш[2].

Кириллицала яҙылмаған атамаларҙы файҙаланыу

үҙгәртергә

Латиница

үҙгәртергә

Ҡайһы бер предметтарҙың атамаһын, тәржемә итеп йә транскрипциялап биреүгә ҡарағанда, латин хәрефтәре менән яҙыу осраҡтары рус телендәге абруйлы сығанаҡтарҙа торған һайын йышыраҡ осрай, уларға эйәреп, Википедиялағы мәҡәләләрҙең исемдәренә лә күсә, шул иҫәптән башҡорт телле Википедия мәҡәләләрендә лә ҡулланыла. Был күренеш түбәндәге темаларҙа айырыуса йыш күҙәтелә:

  1. Коммерция һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар атамалары (Microsoft, Nasdaq, WorldCat).
  2. Сауҙа маркалары, лейблдар һәм брендтар атамалары (IKEA, Google Glass).
  3. Хәҙерге заман (XX—XXI быуаттар) музыкаль коллективтары, альбомдар һәм композициялар атамалары (The Beatles, Queen) — академик музыкаға ҡарамағандары.
  4. Киң мәғлүмәт саралары атамалары (CNN, Die Welt).
  5. Сайттар һәм интернет-сервистар атамалары (4chan, bit.ly).
  6. Мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге терминдар һәм атамалар, шул иҫәптән ҡыҫҡартмалар һәм акронимдар (TCP/IP, XMPP).
  7. Тәбиғәт фәндәре өлкәһендәге терминдар һәм атамалар (J/ψ-мезон, SDSS J1539+0239).
  8. Фәнни әҙәбиәттә русса (шулай уҡ башҡортса ла) эквиваленттары булмаған биологик таксондар атамалары.
  9. Латин телендәге ҡанатлы һүҙҙәр (Ad hominem, Magnum opus), Папа энцикликаларының атамалары һ. б.

Бындай атамалар дөрөҫ әйтелһен өсөн мәҡәләнең преамбулаһында уларҙың ғәмәли транскрипцияһын да бирергә кәрәк. Киң таралған кириллицалы атамаларҙан йүнәлтеүҙәр эшләргә тәҡдим ителә (БитлзThe Beatles).

Әгәр мәҡәлә предметының атамаһының кириллицалағы яҙылышы киң таралған булһа (мәҫәлән, рәсми сайтта нығытылған булһа), шуны ҡулланырға кәрәк. Был осраҡта йүнәлтеү оригиналь яҙылыштан ҡуйыла (Reuters → Рейтер).

Оригиналда русса булмаған кириллица ҡулланылһа (Нафтна индустрија Србије), нисек бар — шулай ҡалдырырға кәрәк, транскрипциялау йә тәржемәлә биреү мәсьәләһендә абруйлы сығанаҡтарға эйәреү дөрөҫ.

Башҡа яҙмалар

үҙгәртергә

Атаманың оригиналы иероглифлы йә башҡа төрлө яҙма (上海アリス幻楽団) менән бирелгән булһа, улар башҡортса мәҡәләлә латинлаштырылған яҙмала, транскрипцияла йә тәржемәлә алына. Оригиналь атаманан йүнәлтеү яһарға була.

Сит телле исемдәрҙе һәм атамаларҙы биреү

үҙгәртергә

Сит телдәрҙәге атамаларҙы һәм исемдәрҙе биреү рус телендә лә, башҡорт телендә лә — ҙур һәм ҡатмарлы тема. Башҡорт теле грамматикаһы ҡағиҙәләренә ярашлы, рус теленән һәм рус теле аша башҡа сит телдәрҙән яңы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәр рус телендәге яҙылышын, нигеҙҙә, һаҡлайҙар[3]. Мәҡәлә яҙғанда түбәндәгеләрҙе хәтерҙә тоторға кәрәк:

  • Иң элек абруйлы сығанаҡтарҙан (хәҙерге энциклопедиялар, һүҙлектәр, географик атластар, белешмәлектәр)[4] русса атама барлығын тикшерергә кәрәк. Academic.ru, Google Books һәм башҡа абруйлы сығанаҡтарҙы индексланған ресурстар ярҙамға килер. Русса сығанаҡта табылһа, уны башҡорт телендәге мәҡәләгә лә ҡулланырға мөмкин.
  • Нығынған русса атама булмаһа, үҙең транскрипциялап (транслитерациялап) ҡарарға була. Был эштә традицион транскрипция системалары ярҙамға килер (мәҫәлән, Поливанов системаһы, Палладий системаһы, Концевич системаһы). Профессионал булмаһаң, уларҙы аңлау ауыр, шуға ул телдәр буйынса белгестәрҙән ярҙам һорарға тура килеүе ихтимал.
  • Бер үк хәреф берләшмәләренең төрлө телдә төрлөсә уҡылыуын иҫтән сығармағыҙ: мәҫәлән, инглиз һәм испан атамаларында ch берләшмәһе ч тип уҡыла, ә француз атамаларында ул — ш, немец, поляк, чех телдәрендә — х; итальян һәм румын телендә ch берләшмәһе e менән i алдында к өнөнөң ч-ға күсмәүен белдерә.
  • Һәр осраҡта (нығынған атамаларҙан тыш) рус теленә күсергәндә атама рус графикаһы ҡағиҙәләре буйынса яҙыла. Мәҫәлән, тартынҡынан һуң й йә һуҙынҡынан һуң ъ, ь яҙырға ярамай; а, у, э һуҙынҡылары алдында й яҙылмай; шулай уҡ ҡуш й яҙылмай. Әммә башҡорт теле ҡағиҙәләре быларҙы тыймай.
  • Киң таралған хата — сығанаҡ телдәге һүҙҙе түгел, ә уның инглизсә яҙылышын бирергә тырышыу. Мәҫәлән, Сидзуока тигән япон ҡалаһын йыш ҡына "Шизука" тип яҙалар — тәржемәселәр Shizuoka тигән инглизсә яҙылышҡа эйәрә. Йыш ҡына ҡайһы бер һүҙҙәрҙең башҡа телдәр аша урап, үҙгәреп килеп инеүен дә оноторға ярамай. Мәҫәлән, суши һүҙе шундайҙарға инә.
  • Сит тел һүҙҙәрендәге ҡуш тартынҡыларҙы һаҡлау мотлаҡ түгел. Ғәҙәттә ике һуҙынҡы араһында улар һаҡлана: Tallinn → Таллин.
  • Сит телдә асыҡ һәм ябыҡ «e» ([æ]/[e]) хәрефтәрен рус транскрипцияһында «э» һәм «е» тип биреүҙәре ихтимал. Мәҫәлән, инглизсә pan (таба) «пэн» тип транскрипцияланһа, pen (ручка) — «пен» тип. Был ҡәтғи ҡағиҙә түгел. Кәрәккә-кәрәкмәгәнгә лә «э» ҡулланырға тәҡдим ителмәй, ул быға тиклем булған һүҙҙәр менән тап килеүҙән ҡасыу өсөн генә хеҙмәт итә (мәҫәлән, мэр-сэр-пэр-мэтр — э хәрефе рус телендә был һүҙҙәрҙе е менән яҙылышлыларҙан айырыу өсөн ҡулланыла).
  • Сит телдәрҙәге исемдәрҙе биреү ҡағиҙәләре элеккесә ҡала. XIX быуатта z тигән испан хәрефен ц тип алғандар, ә хәҙер c тип яҙалар. Мәҫәлән, испан исеме Álvarez элек Альварец булһа, хәҙер Альварес; Venezuela иле исемен элек Венецуэла тип яҙғандар, хәҙер ул Венесуэла (әммә ацтек һүҙендә ц ҡалған). Быны Брокгауз һәм Эфрон һүҙлеген ҡулланғанда иҫтә тоторға кәрәк. Шулай уҡ ҡуш исемдәрҙе (Анна-Мария, Жан-Жак) дефис аша яҙыу хәҙер француз исемдәрендә генә һаҡланған, әммә, мәҫәлән, немец исемдәренә ҡағылмай.
  • Ҡытай исемдәре һәм атамалары Палладий системаһы буйынса яҙыла. Мәҫәлән: Мао Цзэдун, Лао Шэ, Шанхай. Сығармалар: Пекин, Нанкин, Гонконг, Чан Кайши.
  • Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең ҡайһы берҙә уртаҡлыҡ исемгә әйләнеп китеүен оноторға ярамай. Мәҫәлән: винчестер, кольт — ҡорал төрҙәре; макинтош — кейем; паскаль, ампер — дүмәл берәмектәре; ксерокс — күсермә алыу аппарата.
  • Әгәр сит тел атамаһы бер нисә һүҙҙән торһа, русса (башҡортса) хәрефтәргә күсергәндә мәғәнәле һүҙбәйләнеш барлыҡҡа килмәһә, ул һүҙҙәр дефис аша яҙыла: Нью-Йорк (New York), Буэнос-Айрес (Buenos Aires), Сан-Паулу (São Paulo). Әммә мәғәнәле һүҙбәйләнеш итеп «тәржемәләнгән» атамалар дефисһыҙ яҙыла: Яңы Орлеан (New Orleans), Изге Өмөт мороно (Cape of Good Hope), Яңы Көньяҡ Уэльс (New South Wales), Майндағы Франкфурт (Frankfurt am Main).
  • Төрки телдәрҙән ингән атамаларҙы һәм исемдәрҙе башҡорт теленә шулай уҡ транскрипциялап алырға тәҡдим ителә. Башҡорт Википедияһындағы мәҡәләләрҙә атамаларҙы һәм исемдәрҙе, башҡорт телендә булмаған башлыса тарихи терминдарҙы ул телдәрҙәге яҙылышҡа тап килгән хәрефтәр менән биреү нығына.
  • Ғәрәп, фарсы һүҙҙәре башҡорт теле лексикаһында ҙур ғына урын алып торғанлыҡтан уларҙы башҡорт теле ҡағиҙәләренә яраштырыу тәжрибәһе бар, ләкин, Википедия талаптарына ярашлы, Википедия мәҡәләләре өсөн хәҙерге осор сығанаҡитарында киң ҡулланылған вариантты алырға тәҡдим ителә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ермолович, 2001, с. 137
  2. Гиляревский, Старостин, 1985, с. 55
  3. Абдуллина Г.Р. Башҡорт теле грамматикаһы. 3 томда.. — Уфа : Китап, 2018. — С. 103. — 340 с.
  4. См. Ермолович Д. И. Имена собственные на стыке языков и культур. — М. : Р. Валент, 2001. — С. 137. — 200 с. — ISBN 5-93439-046-5.