Википедия:Бөгөн/18 октябрь
- АҠШ — Аляска көнө.
- Ҡалмыҡстан — Республика көнө.
- Әзербайжан — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- 1667 — Бруклин ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1723 — Крондштадт ҡәлғәһенә нигеҙ һалына.
- 1867 — Аляска Рәсәйҙән АҠШ-ҡа күсә.
- 1892 — Беренсе коммерция телефон линияһы үткәрелә.
- 1914 — Бер Һыу аҫты кәмәһе икенсе һыу аҫты кәмәһе тарафынан тәүге тапҡыр батырыла.
- 1920 — Мәскәүҙең Матбуғат йортонда пролетар яҙыусыларҙың I Бөтөн Рәсәй съезы асыла.
- 1921 — Рәсәй составында Ҡырым автономияһы ойошторола, ул 1945 йылда Ҡырым өлкәһе итп үҙгәртелә, 1954 йылда Украина ССР-ы составында, 1991 йылдан- Ҡырым Автономиялы Республикаһы. 2014 йылдың 18 мартынан Рәсәй Федерацияһының Ҡырым Республикаһы.
- 1922 — Британияның «BBC» радио корпорацияһы эш башлай.
- 1941 — Токиола совет разведчигы Рихард Зорге ҡулға алына.
- 1991 — СССР Юғары Советы Президиумының һуңғы ултырышы үткәрелә.