Васюган ҡурсаулығы
Васюганский ҡурсаулығы — Томск һәм Новосибирск өлкәләре территорияһындағы дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы.
Васюган ҡурсаулығы | |
---|---|
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 614 803 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 16 декабрь 2017 йыл |
Урынлашыуы | |
56°36′ с. ш. 80°42′ в. д.HGЯO | |
РФ субъекттары | Томск өлкәһе, Новосибирск өлкәһе |
vasyganskiy.ru | |
Васюган ҡурсаулығы — Томск өлкәһендәге иң ҙур айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе. 2017 йылдың 16 декабрендә ойошторола[1][2]. Томск өлкәһе Бакчар, Новосибирск өлкәһе Убин һәм Төньяҡ райондары территорияһында урынлашҡан. Ҡурсаулыҡ шул уҡ исемдәге тигеҙлектең уртаһында, Обь һәм Иртыш йылғалары араһында урынлашҡан. 614 803 гектар майҙанды биләй[3].
Ҡурсаулыҡ территорияһында Васюган һаҙлығы урынлашҡан, улар 2007 йылдан ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә кандидат булып тора[4].
Флораһы һәм фаунаһы
үҙгәртергәҠурсаулыҡта көпшәле үҫемлектәрҙең 123 төрө иҫәпләнә, улар 74 затҡа һәм 39 ғаиләгә ҡарай. Һирәк осрай торған һәм юғалыу хәүефе янаған үҫемлектәрҙең 26 төрө бар, шуларҙың 2 төрө Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән[5].
Ҡурсаулыҡта һөтимәрҙәрҙең 40-тан ашыу төрө йәшәй, шуларҙың кәм тигәндә 23 төрө ваҡ һөтимәрҙәр (бөжәк ашаусылар һәм кимереүселәр) һәм 17 төрө — эре һәм урта ҙурлыҡтағы хайуандар. Мышы, һоро айыу, төньяҡ боланы, кеш, Тейен, ҡондоҙ, шәшке һәм йылға ҡондоҙо киң таралған[6]. Ҡыҙыл китаптарға 41 төр хайуан индерелгән: имеҙеүселәрҙең 4 төрө һәм ҡоштарҙың 37 төрө[7].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Об учреждении государственного природного заповедника "Васюганский" от 16 декабря 2017 - docs.cntd.ru . docs.cntd.ru. Дата обращения: 31 ғинуар 2022. Архивировано 31 ғинуар 2022 года.
- ↑ Васюганский . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- ↑ Национальный туристический портал | RUSSIA.TRAVEL . russia.travel. Дата обращения: 31 ғинуар 2022. Архивировано 31 ғинуар 2022 года.
- ↑ UNESCO World Heritage Centre. The Great Vasyugan Mire (ингл.). UNESCO World Heritage Centre. Дата обращения: 31 ғинуар 2022. Архивировано 30 март 2016 года.
- ↑ На границе Томской и Новосибирской областей создан заповедник «Васюганский» . www.mnr.gov.ru. Дата обращения: 31 ғинуар 2022. Архивировано 31 ғинуар 2022 года.
- ↑ Косова Л.С, Кухта М.С, Льготина Л.П. Экскурсоведение: Учебное пособие. Часть 1. — STT Publishing. — 249 с. — ISBN 978-5-93629-643-7. Архивировано 31 ғинуар 2022 года.
- ↑ Заповедник «Васюганский» . naturerussia.travel. Дата обращения: 31 ғинуар 2022. Архивировано 18 декабрь 2021 года.