Вәлиханов Әғзәм Вәлихан улы

нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре
(Валиханов Агзам Валиханович битенән йүнәлтелде)

Вәлиханов Әғзәм Вәлихан улы (27 февраль 1927 йыл — 5 октябрь 2006 йыл) — нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1965—1977 йылдарҙа «Татнефть» берекмәһе начальнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Татар АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе, Академик И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты.

Вәлиханов Әғзәм Вәлихан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 февраль 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Бабай ауылы, Бөрө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 6 октябрь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Әлмәт районы
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXV съезы[d], XXIII съезд КПСС[d] һәм XXIV съезд КПСС[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

1927 йылдың 27 февралендә Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Бабай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1936 йылда ғаилә Иҫке Шалаш ауылына күсеп килә.

1944 йылда Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 2-се Балтик буйы фронтының 15-се Һауа армияһы, һуңынан Ленинград фронты аэродром йыһазландырыу батальонында яғыулыҡ технигы була. Һуғыш бөткәндән һуң 57-се авиация-техник полкында хеҙмәтен дауам итә, 1947 йылда демобилизациялана.

Аша ҡалаһында 1-се урта мәктәпте, 1953 йылда Өфө нефть институтын тамамлай. Йүнәлтмә буйынса «Татнефть» берекмәһенә эшкә ебәрелә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген скважиналарҙы капиталь ремонтлау буйынса мастер булып башлай, аҙаҡ участка, «Бөгөлмәнефть» идаралығы начальнигы була. 1956—1962 йылдарҙа — нефть промыслаһының өлкән инженеры, 2-се нефть промыслаһы мөдире, «Аҙнаҡайнефть» нефть промыслаһы идаралығының баш инженеры, 1962—1963 йылдарҙа — «Елховнефть» нефть промыслаһы идаралығы начальнигы, 1963—1965 йылдарҙа — «Әлмәтнефть» нефть промыслаһы идаралығы начальнигы була.

1965 «Татнефть» производство берекмәһенең генераль директоры итеп тәғәйенләнә. 10 йыл дауамында берекмә менән уңышлы етәкселек итә. Уның етәкселеге ваҡытында берекмә структуралы үҙгәртелә, үҙҙәренең шәхси хужалығы менән нефть промыслаһы район инженер- технология хеҙмәтенә һәм производство хеҙмәтләндереүенең махсуслашҡан базаһына күсә. Вәлиханов исеме менән скважиналарҙы быраулауҙың күп яңы ысулдары һәм нефть сығарыуҙы арттырыу бәйле. Был бай нефть ҡатламдарына һыу ҡыуҙырыу процестарын механизациялау һәм автоматлаштырыу, скважина ҡоролмаларын ябайлаштырыу һәм башҡа новаторлыҡтар. Тап ошолар арҡаһында Татарстан нефтселәре «ҡара алтын» сығарыуҙың күләме буйынса ла, темптары буйынса ла беренселекте бирмәй. 1956—1975 йылдарҙа нефть сығарыу күләме Татарстанда йыл һайын 6-7 миллион тоннаға арта.

СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 30 мартының указы менән нефть сығарыу буйынса биш йыллыҡ план заданиеһын арттырып үтәгәне һәм юғары техник-иҡтисади күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн Вәлиханов Әғзәм Вәлихан улына, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» тигән юғары исем бирелә.

1977 йылда Мәскәүгә эшкә күсерелә. СССР газ һәм нефть сәнәғәте министры урынбаҫары булып эшләй, 1985 йылда тәжрибәле практик ҡына түгел, ә ғалим, техник фәндәр кандидаты булараҡ, нефть һәм газ сәнәғәтенең иҡтисад ойошмаһының Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институтын етәкләй. 1987 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем шунда эшләй. Әммә хаҡлы ялда балһа ла, нефть тармағында әүҙем эшләүен дауам итә. 1990—1992 йылдарҙа — «Энергия» акционерҙар йәмғиәтен етәкләй, 1993—1995 йылдарҙа — «Норд-Вест» акционерҙар йәмғиәтенең вице-президенты

Күп йәмәғәт эштәре алып бара. СССР Юғары Советы, Татар АССР-ы Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXIII, XXIV, XXV съездары делегаты итеп һайлана; СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Фән һәм техника өлкәһендәге Ленин һәм дәүләт премиялары буйынса комитет ағзаһы.

Татар АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе. Академик И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты.

Мәскәү ҡалаһында йәшәп һәм эшләп, 2006 йылдың 5 октябрендә вафат була. Васыятына ярашлы, Әлмәт ҡалаһында ерләнгән.

Ике Ленин ордены, Октябрь Революцияһы ордены, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы миҙал менән бүләкләнгән.

Әлмәт ҡалаһы паркының Батырҙар аллеяһында Вәлихановтың бюсы ҡуйылған.

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Валиханов, Агзам Валиханович. Новые формы организации труда на нефтепромыслах [Текст] / А. В. Валиханов, инж. — Казань : Таткнигоиздат, 1960. — 11 с.
  • Тронов В. П., Гарифуллин А. Г., Кораблинов Н. С., Грайфер В. И., Валиханов А. В. 022. Авторское свидетельство № 317697 от 07.04.1970 Отстойник для деэмульсации нефти
  • Тронов В. П., Грайфер В. И., Валиханов А. В. и др. Об использовании трубопроводов и резервуаров головных сооружений в технологическом цикле подготовки нефти // Транспорт и хранение нефти и нефтепродуктов. 1970, № 12. С.3-8.
  • Валиханов, Агзам Валиханович. Вопросы подъема обводненной и безводной нефти фонтанным и насосным способами [Текст] / А. В. Валиханов, Г. З. Ибрагимов, Н. И. Хисамутдинов ; Объединение «Татнефть». — Казань : Таткнигоиздат, 1971. — 148 с.
  • Разработка нефтяных месторождений Татарии с применением повышенного давления [Текст] / 'А. В. Валиханов, Г. Г. Вахитов, В. И. Грайфер и др. ; [Под ред. д-ра техн. наук, проф. Г. Г. Вахитова и д-ра геол.-минерал. наук, проф. С. А. Султанова]. — Казань : Таткнигоиздат, 1971. — 223 с.
  • Тронов В. П., Валиханов А. В., Саттаров У. Г. и др. Об использовании магистральных нефтепроводов для глубокого обессоливания // Нефтепромысловое дело. 1971, № 5. С.15-19.
  • Валиханов, Агзам Валиханович. Социальное планирование в нефтедобывающем производстве [Текст] / А. В. Валиханов, Р. Т. Булгаков, Р. Х. Хабибуллин. — Казань : Тат. кн. изд-во, 1974. — 183 с.
  • Контроль за разработкой и доразведка залежей нефти импульсными нейтронными методами [Текст] / [Ф. А. Алексеев, Д. Ф. Беспалов, А. В. Валиханов и др. ; Науч. ред.: С. А. Султанов, Ю. С. Шимелевич]. — Казань : Татар. кн. изд-во, 1977. — 79 с.
  • Валиханов, Агзам Валиханович. Подземный ремонт насосных скважин [Текст] / А. В. Валиханов, Н. И. Хисамутдинов, Г. З. Ибрагимов. — Москва : Недра, 1978. — 198 с.
  • Валиханов, Агзам Валиханович. О нефти / А. В. Валиханов, Г. З. Ибрагимов. — М. : Знание, 1980. — 64 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Герои Социалистического Труда и полные кавалеры ордена Трудовой Славы наши земляки. — Казань, 2003
  • Исмагилов И. Герои татарского народа. — Казань, 2006
  • Хакимов М., Сафаров М. Татары. Воины. Труженики. Патриоты. — Москва, 2006

Һылтанмалар

үҙгәртергә