Бөтә донъя гагауздар конгресы

Бөтә Донъя гагауздар конгресы (гаг. Dünnää gagauzların kongresi) өс йылға бер тапҡыр Гагаузия автономиялы территориаль округы баш ҡалаһы Комратта үткәрелә. Сара бөтә донъя гагауздарын йыя.

Конгрестар

үҙгәртергә
 
Гагауз флагы 2009 йылғы Гагауздар конгресында

I конгресс

үҙгәртергә

Гагауз автономиялы берәмеге тарихында тәүге тапҡыр гагауздар конгресы 2006 йыл дың 20 өҫтәрәк 21- 21 июлендә уҙғарыла. Ике көн дайамында ҡатнашыусылар Гагаузия тарихы һәм тормошо менән танышылар, мәҙәни-тарихи учреждениеларында булдылар. Конгрестагагауз диаспоралары булған Болгария, Греция, Рәсәй, Украина, Төркиә, Канада, АҠШ, Бразилия һәм башҡа илдәрҙән 220 кеше ҡатнашты. Конгрес төп маҡсатына иреште, бының хаҡта һәр ҡатнашыусы үҙ фекерен әйттәе. Клнгресс Гагаузия һәм сит илдәрҙәге гагауз диаспоралары араһында тығыҙ социаль-иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәр булдырыуға булышлыҡ итте

II конгресс

үҙгәртергә

Гагауздарҙың икенсе конгресы 2009 йылдың 18 — 19 авгусында үтә. Башта Комарат ҡалаһының үҙәк урамынан Гагаузияның һәм башҡа илдәрҙең милли фольклор коллективтары үтә. Һуңынан үҙәк майҙанда ҡунаҡтар тантаналы рәүештә милли ихаталарҙы йөрөп күрҙеләр, унда милли кейемдәр, аш-һыу, йорттар макеттары һәм төрлө тамашалар күрһәтелә. Кискеһен сит ил һәм Гагау Ере коллективтары ҡатнашлығында концерт ойошторолдо, концертта шулайуҡ гагауз һәм молдова йондоҙҙары сығыш яһаны[1]

III конгресс

үҙгәртергә

Өсөнсө конгресс 2012 йылдың 2 — 3 ноябрендә уҙғарыла. Сара августан ноябь айына Гагаузия парламенты һайлауҙары арҡаһында күсерелә, һайлауҙар 2012 йылдың 9 сентябренә үткәрелә. Шулай уҡ 4 ноябрҙә Гагаузия шарап көнөн билдәләй, конгресс ҡатнашыусылары әлеге сарала ла булыу мөмкинлеген алды[2] 18 сит иолән өсөнсө конгресҡа 200 тирәһе вәкил килде. Гагаузарҙың күбеһе Украина, Рәсәй, Болгария, Грециянан булдылар[3]

IV конгресс

үҙгәртергә

Дүртенсе конгресс 2017 йылдың 5-6 майында үтте. Бөтә гагаудар конгресына Украина гагауздары тураһында фильм әҙерләгән ине, шулай уҡ гагаузия фәнни ҡаҙаныштары тураһында «Билгеләр» исемле журнал әҙерләнде. IV конгресы үткәрелгән көн гагаузияға башҡа илдәрҙең юғары вазифалы етәкселәре килеүенә тап килә. Ҡунаҡтар араһында — Төркиә премьер-министры Бинали Йлдырым, Молдова президенты Игорь Додон, Молдова премьер-министры Павел Филип, шулай уҡ 20 дәүләттән гагауз вәкилдәре.

Грек гагуздары ошондай уҡ сараны Грецияла үткәрәләр, ундағы сара исеме - Гёрюшме (Görüşme). Гёрюшмеға бөтә илдәрҙән дә һаҡланып ҡалған диаспоралар саҡырыла. Әлеге сараның маҡсаттары Бөтә донъя гагауздар конгресы маҡсаттарынан айырылмай.

  • 1-се гёрюшме — ? йыл.
  • 2-се гёрюшме 2 — 5 октябрь, 2008 йыл.
  • 3-сө гёрюшме — 19-20 июль, 2013 йыл.
  • 4-се гёрюшме — 4-5-6 сентябрь, 2015 йыл.
  • -се гёрюшме — 15-16-17 сентябрь, 2017 йыл.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Гагауздар Бразилияла
  • Гагауздар Болгарияла
  • Гагауздар Грецияла
  • Гагауздар Румынияла

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә