Бөрйән аэропорты
Бөрйән аэропорты (рус. аэропорт "Бурзян" авиакомпании "Башкирские авиалинии") — «Башҡортостан авиалиниялары» авиакомпанияһы
Бөрйән аэропорты | |
Ил | |
---|---|
Регион | |
Тип |
гражданлыҡ |
Урындағы ваҡыт |
+2 |
Тарихы
үҙгәртергәАэропорт 1956 йылда Иҫке Собханғол ауылы эргәһендә асыла. Ул пассажирҙар, санитар транспорт, урман һағы осоштарын башҡарыу өсөн тәғәйенләнә. 1939 йылда Бөрйән районы территорияһына тәүге самолёт төшә. 1940-сы йылдарҙа самолеттар Иҫке Собханғол ауылы эргәһендәе Үрге туғай тип аталған (хәҙер Ҡаршы туғай) сабынлыҡҡа төшәләр, ә ҡыш көндәре — Ағиҙел йылғаһындағы боҙға.
Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуң осоу-төшөү майҙансығы итеп Арбабай (Арбаҙай) төбәгендәге сәсеүлек файҙаланыла. Бында Ан-2 самолеттары төшә. Аэропорт асылғандан һуң, осоу-төшөү майҙансығы, ағастан административ бина төҙөлә. Уның эсендә радиорубка, касса һәм көтөү залы була.
В. Ә. Бикбаева һәм Б. Ғ. Йәғәфәровтың «Бөрйәндең боронғо замандан алып тарихы» китабынан хәтирәләр:
11 көн дауамында урындағы халыҡ Арбазай яладында яңы аэродром төҙөй. 1948 йылдың 14 июнендә уға беренсе самолет осоп килә. 15 июндә БАССР Юғары Советы сессияһына тәүге рейс менән ВКП (б) секретары Саттаров, район башҡарма комитеты рәйесе Бураншин Г. Х. оса. Самолетҡа осоусы Колюсин идара итә. |
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Аэропорт «Бурзян» // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 76. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Аэродром «Бурзян» 2023 йыл 19 ғинуар архивланған.
- ↑ «аэродром Старосубхангулово»