Бәҙрәк, йәрембәт — башҡорт ҡәбиләһе.

Табын ырыу-ҡәбилә берләшмәһе составына ингән. Этник яҡтан Алтай һәм Үҙәк Азияның монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа.

Ҡәбилә составы

үҙгәртергә

Ҡәбилә аралары: алабай, ғырышҡы, ишкенә, йәрембәт-бәҙрәк, сирмеш (ширмеш), хәшәм, әзекәй.

Бәҙрәк ырыу-ҡәбилә төркөмдәре ҡаҙаҡтарҙың өлкән жүзы (бәҙрәк-ҡаңлы), ғиссар локайҙарҙың (бәҙрәкле), төркмән-йомудтарҙа (бәҙрәк), нуғайҙарҙа (баҙрағ) составында һәм башҡа халыҡтарҙа бар. Башҡорт бәҙрәк ырыуы нуғай ырыуына бик яҡын. Башҡорт бәҙрәктәре үҙҙәренең ата-бабалары араһында Аҡманды телгә алалар, уның хаҡындамеңлеләр шәжәрәһендә, ул «мырҙалар ырыуынан», йәғни, нуғайҙарҙан булды, тип яҙылған[1].

Этник тарихы

үҙгәртергә

Бәҙрәк ҡәбиләһе, этнонимы иран сығышлы булыуына ҡарамаҫтан, боронғо төрки сығышлы. Ғәҙәттә Урта Көнсығышта бәҙрәктәр тип уларҙың ерҙәре аша үткән каруан һаҡсыларын исемләгәндәр. XIX быуатта бәҙрәк ҡәбиләһендә барыһы өс ауыл була, әммә үҙ ваҡытында был ырыу ҙур ғына булған. Үҙәк Башҡортостанға күсенгәнгә тиклем ырыу ҡәбилә Ыҡ йылғаһының түбәнге ағымында көн күрә. Был ерҙәрҙә Бәҙрәк атамаһын йөрөткән бер нисә ауыл бар. Шулай уҡ әлеге этнонимдың эҙҙәре Яңауыл районында табыла, унда Бәҙрәш-Аҡтау һәм Бәҙрәш, Дүртөйлө районында — Таубаш-Баҙраҡ һәм Борай районында Оло Баҙраҡ һәм Бәләкәй Баҙраҡ ауылдары бар. Бәҙрәк атамаһының Башҡортoстанда киң таралыуы шулай уҡ нуғай төркөмдәренең Башҡортостан территорияһына үтеп инеүе менән бәйле булыуы бар.

Бәҙрәк ҡәбиләһе этник составы яғынан табындар ырыуы составына бер ҡасан да инмәгән. Этнографик төркөмөнә уны индереү тарихи ваҡиғалар һөҙөмтәһе булып тора, шул ваҡиғалар барышында XII—XIII быуаттарҙан алып табындар йоғонтоһо аҫтына Башҡортостан халҡының күп кенә төркөмдәре, шул иҫәптән, бәҙрәктәр эләгә (унан да иртәрәк булыуы мөмкин).

"Закондар йыйылмаһы"нда бәҙрәк ырыу-ҡәбилә төркөмө[2]…" телгә алынмай, 1739 йылғы исемлектә ул «бүрҙәк-табын» тип күрһәтелгән[3].

Риүәйәттәрҙә, шулай уҡ информаторҙар һәр саҡ бәҙрәк ырыу-ҡәбиләһенең үҙаллылығын билдәләйҙәр.

Формаһы буйынса үҙенсәлекле бәҙрәк тамғаһы нуғай ырыуы тамғаһына тап килә (Н. А. Баскаков раҫлауынса). Шул уҡ ваҡытта бәҙрәк ырыу-ҡәбилә төркөмдәренең бер нисә халыҡ (башҡорт, ҡаҙаҡ, үзбәк, төркмән, нуғай) составына инеүе, шулай тарих төпкөлөнә киткән башҡорт бәҙрәктәренең бишул һәм ҡумрыҡ ҡәбиләләре менән үҙ-ара бәйләнештәре, бәҙрәк ырыуы сығышын көнсығышта, төрки-монгол ҡәбиләләре формалашҡан районда, эҙләргә кәрәклеген билдәләй[4].

Йәшәү территорияһы

үҙгәртергә

XVIII—XIX быуаттар аҙағында бәҙрәк ҡәбиләһенең аҫаба ерҙәре Стәрлетамаҡ өйәҙенә ҡарай, ә кантон идара итеү системаһы осоронда — 7-се башҡорт кантонына.

Хәҙерге ҡәбилә йәшәгән ерҙәр Архангел районына ҡарай.

Библиография

үҙгәртергә
  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. М.: Наука, 1974.
  • Янгузин Р. З. Башкирские племена. Уфа: Китап, 1995.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Бәҙрәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Кузеев Р. Г. Башкирские шежере. Уфа: Башк.кн.изд-во, 1960. С.52.
  2. ¹ Самый ранний список башкирских волостей был составлен в 1725—1726 гг. кунгурским бургомистром Юхневым, который действовал по поручению и инструкции начальника Главного правления сибирских и казанских казенных заводов генерал-майора Г. В. Геннина.
  3. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. М.: Наука, 1974, С.250.
  4. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. М.: Наука, 1974, С.278.