Бәғәнәш
Бәғәнәш
Башаҡлы бәғәнәш
Бәғәнәш ырыуыныңтипик төрө рода Воронец
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Лютик сәскәлеләр
Ғаилә: Лютиковые
Суб-ғаилә: Ranunculoideae
Триба: Actaeeae
Ырыу: Бәғәнәш
Латинса исеме
Actaea L., 1753
syn.

Бәғәнәш (лат. Actáea)  — лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Элекке СССР биләмәһендә 3 төрө үҫә, ә Клопогон (Цимицифуга, Cimicifuga) ырыуын иҫәпкә алып — 8 төр[1].

О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация

Ботаник яҙма

үҙгәртергә

Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тигеҙ япраҡланған, 60—70 см бейеклектә. Япрағы ике, өс бүлемле өсәрле, япраҡсаһы киң оҙонса, тупаҫ йәки ҡыҫҡа осло, төбөндә япраҡ һабағы барлыҡҡа килтерә. Сәскәһе аҡ, ваҡ, сәскәлеге — ҡыҫҡа, оҙонса тәлгәш. Май—июндә сәскә ата. Емеше — ҡыҙыл йәки ҡара еләк, июлдә өлгөрә.

Таралышы

үҙгәртергә

Яҡынса 10 төрө билдәле. Уның төрҙәре Төньяҡ Европала, Кавказда һәм Көнбайыш Себерҙә, Монголияла, Ҡытайҙа, Японияла, шулай уҡ Төньяҡ Америкала осрай. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: башаҡлы бәғәнәш (русс. Вороне́ц колоси́стый, йәки Воронец колосови́дный чёрный, лат. Actaéa spicáta) һәм ҡыҙыл емешле бәғәнәш (русс.Воронец красноплодный, лат. Actaea erythrocarpa).

Күләгәле урманда үҫә. Ҡыҙыл емешле бәғәнәш Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында таралған, башаҡлы бәғәнәш — республиканың бөтә территорияһында. Декоратив, ағыулы үҫемлек.

Составында алкалоидтар, сапониндар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ҡулланылышы

үҙгәртергә

Башаҡлы бәғәнәш тә, ҡыҙыл емешле бәғәнәш тә ысын мәғәнәһендә Башҡортостандың «женьшены». Халыҡ медицинаһында уның тамырын, үләнен, орлоҡтарын барыһын бергә йонсоған, миктәгән саҡта ҡулланалар. Шуға ла ул ауыр физик һәм аҡыл эшмәкәрлеге ваҡытында, сирҙәрҙән хәлһеҙләнгәндә көс биреүсе, иммун системаһын нығытыусы дарыу үләне булып тора.

Шулай уҡ, халыҡ медицинаһында элек-электән тамырҙарын (төнәтмә рәүешендә йәки яңыалынғанын) ревматизмды, базеда ауырыуын, астманы, малярияны дауалау өсөн ҡулланалар. Ярһығанда тынысландырыу, эсте йомшартыу, ҡоҫтороу һәләтлегенә эйә. Ер өҫтө өлөшө (үлән) — мигренды, танауҙан ҡан ағыуын, эпилепсияны һәм венерик ауырыуҙарҙы дауалай. Емештәре — артриттан, анемиянан, баш ауыртыуынан дауа.

Себерҙә ер өҫтө өлөшөн һәм емештәрен ашҡаҙан яман шешен дауалауҙа ҡулланалар.

Тамырҙары һәм тамырһабаҡтары гомеопатияла ҡулланыла

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ҡалып:ТраврастСССР  (Тикшерелеү көнө: 3 март 2010)
 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Actaea
  • Ҡалып:ТраврастСССР
  • Шипчинский Н.В. Род 521. Воронец — Actaea // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор акад. В. Л. Комаров; Редактор тома Б. К. Шишкин. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1937. — Т. VII. — С. 79—82. — 792 + XXVI с. — 5200 экз.
  • Шипчинский Н.В. Род 522. Клопогон — Cimicifuga // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор акад. В. Л. Комаров; Редактор тома Б. К. Шишкин. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1937. — Т. VII. — С. 82—86. — 792 + XXVI с. — 5200 экз.

Һылтанмалар

үҙгәртергә