Бәхтегәрәй — башҡорт ир-ат исеме.

Этимология

үҙгәртергә

Бәхтегәрәй ғәрәп теленән алынған. Бәхет (бәхетле) + гәрәй (фарсы теленән — эйәреүсе, дауам итеүсе; ир-ат исемдәре ялғауы булып та йөрөй) һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән исем[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Шәфиев Бәхтегәрәй Әғзәм улы (5 февраль 1897 йыл — 19 август 1918 йыл) — Башҡортостанда революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы.

Зәйнәғәбдинов Бәхтегәрәй Йәләлетдин улы (1903 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы.

Бәхтегәрәй хәҙрәт Көйөргәҙе районы Зәк-Ишмәт ауылында 1857 йылда тыуған. Ауыл имамы Ғәбдрәшит бабай Кәримов һәм башҡа ауыл аҡһаҡалдарының һөйләүе буйынса, Бәхтегәрәй Әбделғәни улына халыҡ әүлиә тип исем биргән. Ул доғалар менән кешеләрҙе өшкөргән, балалар уҡытҡан, дин ғилеме биргән. Әүлиәнең әйткәндәре буйынса, кешене ҡәбергә күмгәс, күмеүселәр таралышҡас, Бәхтегәрәй бабай зыяратта тороп ҡалыр булған. Мөнкир, Нәкир фәрештәләре мәрхүмдән һорау алырға килгәндә, ул яуап бирешеп торған[2].

Бәхтегәрәев Хәким Бәхтегәрәй улы (1903 йыл — 10 июль 1942 йыл — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой, кавалерист , ҡылыссы.

Бәхтегәрәй (Ишмөхәмәт ауыл Советы, Баймаҡ районы) (рус. Бахтигареево; шулай уҡ Манһыр (рус. Мансурово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.

Бәхтегәрәй (Мерәҫ ауыл Советы, Баймаҡ районы) (рус. Бахтигареево, икенсе исеме Әпек) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

«Бәхтегәрәй» — Әсғәт Мирзаһитовтың өс шаршаулыҡ драма әҫәре.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ