Бәлҡис
Бәлҡис (ғәр. بلقيس, рус. Билкис); Сәба батшабикәһе (фарс. ملكة سبأ, Сәба Мәликәте) — Сәба батшалығының легендар хакимәһе, мосолман риүәйәттәре персонажы, Ҡөрьәндә Сәба батшабикәһе тип телгә алына, Библияға ярашлы иһә — царица Савская. Ислам пәйғәмбәре Сөләймәндең ҡатыны.
Бәлҡис | |
ғәр. بلقيس | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | 𐩪𐩨𐩱 |
Һөнәр төрө | хаким |
Ҡөрьәндә
үҙгәртергәҠөрьән тексында Бәлҡистең исеме телгә алынмай, әммә ул мосолман риүәйәттәренең төрлө варианттарында Ҡөрьән сюжетын тулыландырыусы һәм үҫтереүсе мотивтар менән бергә бәйән ителә[1]. Ҡөрьәндә Сөләймән пәйғәмбәргә хеҙмәт иткән һөҙһөт батшаға Сәба батшалығында булғанын һөйләй: унда үҙенең халҡы менән Ҡояшҡа табыныусы һәр йәһәттән бай ҡатын идара итә һәм шайтан уларҙың эштәрен матурлап күрһәтеп, юлдан яҙҙыра икән[2][3].
Пәйғәмбәр һөҙһөт аша батшабикәгә саҡырыу-бойороҡ ебәрә, унда үҙенә килеүҙе һәм Аллаһ динен ҡабул итеүҙе талап итә[4][1]. Яҡындары менән кәңәшләшеп, батшабикә Сөләймәнгә бай бүләктәр ебәрә, әммә батша уның илселәре алдында мыҫҡыллы һүҙҙәр әйтә һәм ғәскәр менән Сәбаға барасағын хәбәр итә. Шунан һуң батшабикә Сөләймәнгә үҙе килә. Аллаһтың Бөйөк исемен белгән тәҡүә дин әһеле Раббыға доға ҡыла, һәм күҙ асып йомғансы батшабикә тәхете Сөләймән һарайына барып инә[5]. Һарайға ингәс, ул гәлсәр иҙәнде «һыу упҡыны» тип уйлап, сирағын аса[6]. Шулай итеп, Сөләймән Аллаһ ярҙамы менән үҙенең ҡеүәтен һәм хәйләләй белеүен иҫбатлай, ә батшабикә яңылышыуын таный һәм Аллаһ динен ҡабул итә[7][3].
Башҡаһы
үҙгәртергәУрта быуаттарҙа Йәмәндә Бәлҡис исеме ныҡ таралған була. Сөләймән пәйғәмбәр алдында һыуҙа баҫып торған Бәлҡистең һүрәттәре фарсы миниатюраларында, урта быуат Европаһының скульптура һәм һынлы сәнғәтендә осрай. Билкис (Балкис) тураһындағы легенда А. И. Куприндың «Суламифь» хикәйәһендә килтерелә[1].
Боронғо Мариб емереклектәрен уның менән бәйләйҙәр. Тарихсылар XII быуаттағы бәнү-Сәлих династияһы батшабикәһе әс-Сәидәне кесе Бәлҡис тип атай[3]. Бәлҡис исеме менән астероидтарҙың береһе аталған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Энциклопедиялар
- Пиотровский М. Б. Билкис // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 41—42.
- Али-заде, А. А. Сулейман // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1987—1988.
- Bilḳīs / Ullendorff, E. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- Ҡалып:ЭКорана
- Икенсел сығанаҡтар
- Horovitz. Untersuchungen, P. 102;
- Speyer. Erzahlungen, P. 390—398;
- E. Jullendorf. Ethiopia and the Bible. L., P. 1968;
- Beltz. Sehnsucht, P. 171—173;
- W. M. Watt. The Queen of Sheba in Islamic tradition.— Solomon and Sheba. L. 1974, P. 85—103;
- С Schedl. Sulairaan and die Konigin von Saba.— Al-Hudhud. Festschrift Maria Hofner. Graz, 1981. P. 305—323;
- Тәүсығанаҡтар
- ат-Табари. Та’рих ар-русуль ва-ль-мулюк. — Т. 1. — С. 576—586;
- ат-Табари. Джами аль-баян ’ан ай аль-Куран. — Т. 19. — С. 92—107;
- ас-Са’лаби. Араис аль-Маджалис фи кисас аль-анбия. — С. 174—180;
- аль-Байдави. Тафсир, 2, 66—70;
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |