Бүре еләге
Бүре еләге, бүре йүкәһе (рус. Волчея́годник обыкнове́нный, Волчеягодник смерте́льный, Во́лчник обыкновенный, Во́лчье лы́ко[2], или Плохо́вец[3][4], Пухляк[5][К 1], Плоховец[7],[8] — бүре йүкәһе (Thymelaeaceae) ғаиләһенән 0,3 — 1,8 м бейеклегендәге ағыулы ҡыуаҡ. Апрель — май айҙарында сәскә ата, орлоғо июль — августа өлгөрә. Үҙәк Рәсәйҙә күпселек ҡыуаҡтарҙан иртәрәк сәскә ата.
Бүре еләге | |||||||||||||||||||
Сәскә атыусы үҫемлектең дөйөм күренеше Ухта, Коми Республикаһы | |||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||
Daphne mezereum L. | |||||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||||
|
Таралыуы
үҙгәртергәЕвропаның бөтә өлөшөндә, Кавказ артында, Әрмәнстанда, Ирандың төньяғында киң таралған[9]. Башҡортостанда һирәк осрай.
Рәсәйҙә бөтә урман зонаһы буйынса үҫә — Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң төньяғында (шул иҫәптән Арктика төбәге[9] һәм Төньяҡ Кавказ (Дағстан), Көнбайыш Себерҙә (урман-дала сигендә; көнсығышта Байкал күленә барып тоташа[2])[9].
Ҡараңғы ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙа, урман-дала урмандарында йышыраҡ үҫә[2]. Көньяҡ райондарҙа — тауҙарҙың субальп бүлкәтендә, яҡшы үҫә һәм яҡтылыҡ етерлек булғанда, еңел тармаҡлана[10]. Әрһеҙ үҫемлек булараҡ, ул уртаса зонала һәр ерҙә таралған[9].
Хужалыҡ әһәмиәте һәм ҡулланылышы
үҙгәртергәЯҙғыһын иртә сәскә атҡан һәм көҙгөһөн сағыу емеш биргән декоратив үҫемлек булараҡ һирәкләп баҡсала үрсетелә. Үҫемлектәрҙең ағыулы булыуы сәбәпле, уны декоратив маҡсаттарҙа ҡулланыу сикләнгән.
Бал ҡорттары нектар һәм һеркә йыйыу өсөн килә[11].
Халыҡ медицинаһында, шулай уҡ гомеопатияла ҡулланыла[10], Әбүғәлисинаның «Табип фәне серҙәре»ндә сағылыш тапҡан[12].
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәЫлыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙаа үҫә. Тәбәнәк ҡыуаҡ (30-100 см). Аҙ ботаҡлы аҫҡы ботаҡтары япраҡһыҙ үҫемлек; ҡабығы һарғылт-һоро төҫтә, ҡоңғорт төйөрҙәр менән ҡапланған. Һәр ботаҡтың осонда ланцет һамаҡ оҙонса япраҡлы бәйләме бар. Сәскәләре ал төҫтә, хуш эҫле, япраҡ ҡуйынтығында өсәрләп-бишәрләп урынлашҡандар, япраҡ ярғансы барлыҡҡа киләләр. Емеше — ҡыҙыл, һыуһыл. Орлоҡтарҙан, тамыр үрентеһенән (культурала сыбыҡсанан, үрентенән) үрсей. Ҡабығы һәм ағасында гликозиддар, минераль тоҙҙар, сумала, буяу матдәләре, һағыҙ бар. Халыҡ медицинаһында ҡабығынан һәм еләгенән яһалған спиртлы төнәтмәһен ревматизм, быуындар ауыртҡанда файҙаланалар.
Һулда уңға: сәскәле үренде; сәскә (ҙурайтылған); япрағы; емешле үренде
|
Ағыулы өлөштәре
үҙгәртергәҠабығы (йүкәһе), япрағы, сәскәһе, емештәре ныҡ ағыулы.
Комментарийҙар
үҙгәртергә- ↑ В статье «Волк» словаря В. И. Даля указаны также диалектные именования: волчий лаврик, волчий перец, воронья ягода, натягач, родимец, вороний глаз. А. В. Цингер приводит также пережуй-лычко[6]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ См. раздел Ссылки — Tropicos.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Шиманюк, 1971
- ↑ Плоховец // Этимологический словарь русского языка = Russisches etymologisches Wörterbuch : в 4 т. / авт.-сост. М. Фасмер ; пер. с нем. и доп. чл.‑кор. АН СССР О. Н. Трубачёва, под ред. и с предисл. проф. Б. А. Ларина [т. I]. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1986—1987.
- ↑ Плохой ; Плоховец // Толковый словарь живого великорусского языка : в 4 т. / авт.-сост. В. И. Даль. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882.
- ↑ Анненков, 1878
- ↑ Цингер, 1951, с. 71
- ↑ Статья в БСЭ
- ↑ Этимологический словарь русского языка Макса Фасмера
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 Germplasm Resources Information Network 2012 йыл 26 октябрь архивланған.
- ↑ 10,0 10,1 Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 924. Daphne mezereum L. — Волчеягодник обыкновенный, или Волчье лыко // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах. — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2003. — Т. 2. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 579. — ISBN 9-87317-128-9.
- ↑ Мадебейкин И. Н., Мадебейкин И. И., Скворцов А. И. Апрельские нектаропыльценосы Чувашии // Пчеловодство : журнал. — 2016. — № 3. — С. 30. — ISSN 0369—8629.
- ↑ Авиценна; Академия наук Узб. ССР; Ин-т востоковедения им. Беруни.: Канон врачебной науки . Пер. с арабск. яз. Библиотекарь.Ру. Дата обращения: 1 апрель 2015. Архивировано 23 июль 2014 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Орлов Б. Н., Гелашвили Д. Б., Ибрагимов А. К. Ядовитые животные и растения СССР — М.: Высшая школа, 1990. — С. 200—202.
- Биологическая флора Московской области. Вып. 1 / Под ред. Т. А. Работнова — М.: Изд-во Московского университета, 1974. — С. 124—130.
- Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. −160 б. ISBN 5-295-01499-1
- Волчник // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Волчьи ягоды / Шиманюк А. П. // Вешин — Газли. — М. : Советская энциклопедия, 1971. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 5).
- Вахрамеева М. Г., Денисова Л. В. Волчье лыко обыкновенное // Биологическая флора Московской области. Вып. 1 / Под ред. Т. А. Работнова. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1974. — С. 124—130.
- Лавренова Г. В., Лавренов В. К. Энциклопедия лекарственных растений: В 2 т. — Донецк: Донеччина, 1997. — Т. 1. — 644 с. — ISBN 966-556-110-3.
- Орлов Б. Н., Гелашвили Д. Б., Ибрагимов А. К. Ядовитые животные и растения СССР. — М.: Высш. шк, 1990. — С. 200—202.
- Победимова Е. Г. Род 908. Волчник — Daphne L. // Флора СССР. В 30-ти томах / Начато при руководстве и под главной редакцией акад. В. Л. Комарова; Редакторы тома Б. К. Шишкин и Е. Г. Бобров. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1949. — Т. XV. — С. 483—500. — 742 с. — 4000 экз.
- Цингер, А. В. Гл. 4: Весенние первенцы наших лесов // Занимательная ботаника / [под ред. и с доп. проф. С. С. Станкова]. — 5-е изд. — М.: Сов. наука, 1951. — 248 с.
- Артамонов, В. Волчье лыко // Наука и жизнь : журнал. — М., 1989. — № 4. — С. 158—161.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Татар энциклопедияһы 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (тат.)
- Бүре еләге: таксон тураһында «Плантариум» проектында мәғлүмәт. (Тикшерелеү көнө: 30 март 2015)