Бурея ҡурсаулығы (рус. Буреинский заповедник) — Көнсығыш БАМ зонаһының тау тайгаһындағы резерват. Хабаровск крайының Верхнебуреинск районы территорияһында Һул һәм Уң Бурея йылғалары бассейнында урынлашҡан. Коородинаталары: төньяҡ киңлектең 51°40° һәм 52°30° һәм 134°20' һәм көнсығыш оҙонлоҡтоң 135º10′.

Бурея дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны356,99 тыс. га 
Нигеҙләнгән ваҡыты12 август 1987 йыл 
Урынлашыуы
51°55′46″ с. ш. 134°35′44″ в. д.HGЯO
РФ субъектыХабаровск крайы
Яҡындағы ҡалаСофийск 

zapbureya.ru
Рәсәй
Точка
Бурея дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
 Бурея ҡурсаулығы Викимилектә

Ҡурсаулыҡҡа яҡын тораҡ пункт — Софийск ауылы, ул ҡурсаулыҡтың көнбайыш сигенән 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Рельефы — таулы: ҡурсаулыҡтың иң бейек нөктәһе диңгеҙ кимәленән 2241 м, түбәне — 550 метр бейеклектә. Ҡурсаулыҡ 252 км аралыҡта диңгеҙ кимәленән 1100 метрҙан алып 2300 метрға тиклем бейеклектәге һырттар менән сикләнгән. Көньяҡ сиге Лан-Балаган һыу айырғысы (48 км) һәм Һул Бурея йылғаһы буйлап (яҡынса 20 км) үтә.

Ҡурсаулыҡ майҙаны — 356,99 мең гектар, буфер зонаһы — 53,3 мең гектар.

Эшмәкәрлек йүнәлештәре

үҙгәртергә
  • Ғилми
  • Биләмәне һаҡлау
  • Экологик белем биреү
  • Экотуризм

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • zapbureya.ru — Буреинского заповедника рәсми сайты