Буланов ауыл советы
Буланов ауыл советы (рус. Булановский сельсовет) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Октябрьский районы составындағы муниципаль берәмек. Ауыл биләмәһе статусына эйә.
Буланов ауыл советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәк | Буланов (Ырымбур өлкәһе)[1] |
Административ-территориаль берәмек | Октябрьск районы (Ырымбур өлкәһе) |
Халыҡ һаны |
1025 кеше (2010)[2], 1004 кеше (2012)[3], 1023 кеше (2013)[4], 1016 кеше (2014)[5], 995 кеше (2015)[6], 970 кеше (2016)[7], 935 кеше (2017)[8], 910 кеше (2018)[9], 894 кеше (2019)[10], 885 кеше (2020)[11], 843 кеше (2021)[12] |
Урындағы телефон коды | 353-30 |
Географияһы
үҙгәртергәБашлыса дала, урыны менән ҡалҡыулыҡтар бар. Биләмә эсендә Һайылмыш йылғаһы аға. Төп ҡалҡыулыҡтарҙың береһе — Берёзовка тауы.
Белозёрка һәм Ильинка ауыл советтары менән сиктәш.
Тарихы
үҙгәртергәБуланов ауыл советы муниципаль берәмеге үҙәге халыҡ телендә Ҡытай ям (Китаям) тип йөрөтөлгән почта станцияһы урынында төпләнгән. Ырымбур топонимдар белгесе Б. А. Моисеев аңлатыуынса, ғәмәлдә Ҡатай ям булған ул. Ырымбур менән Ҡазан аша тура бәйләнеш булдырыу маҡсатында Ырымбур-Ҡазан тракты башҡорт ерҙәре буйынса һалына, батша хөкүмәте башҡорттарға ошо трактты тотоу һәм хеҙмәтләндереү бурысын йөкмәтә. Тракттың был өлөшөн ҡатай башҡорттары хеҙмәтләндерә. Һөҙөмтәлә урыҫ телендә атама үҙгәреш кисерә: ҡатай урынына Китай-Ям (Катай Ям тигәндән) һәм Китаям (Катайский Ям тигәндән) атамаһы килеп сыға. Тракттың әһәмиәте кәмеү менән почта станцияһы ла ябыла.
1826 йылда был тарафҡа Харьков губернияһынан эш буйынса Максим Буланов тигән кеше поверенный вәкәләте менән килгән. Ҡатай Ямы янындағы урындар уға бик оҡшап төшә, Буланов Һайылмыш йылғаһының уң яҡ ярында ер һайлап ала. Күскенселәр Ырымбур губерна идараһында булып, ер менән файҙаланыуға контракт төҙөй. Киләһе, 1827 йылда, Буланов етәкселегендәге бында Харьков һәм Курск губернаһынан украиндар күсенеп килгән.
Шундай бай ерҙәргә күсереп килтергән өсөн рәхмәт йөҙөнән ауылға Буланов тигән исем бирәләр[13].
1935—1963 йылдарҙа Буланов ауылы Белозёрка районы үҙәге булып та ала[14].
9 март 2005 йылғы Ырымбур өлкәһенең 1921/358-III-ОЗ һанлы Законына ярашлы[15], Буланов ауыл советы ауыл биләмәһе барлыҡҡа килтерелә, муниципаль берәмектең сиге билдәләнә.
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | ||||
---|---|---|---|---|
2010[16] | 2012[17] | 2013[18] | 2014[19] | 2015[20] |
1025 | ↘1004 | ↗1023 | ↘1016 | ↘995 |
Милли состав:
- урыҫтар — 942
- украиндар — 195
- әрмәндәр — 41
- ҡырғыҙҙар — 37
- татарҙар — 30
- ҡаҙаҡтар — 27
- үзбәктәр — 8
- башҡорттар — 7
- белорустар — 3
- мордвалар — 3
- немецтар — 2
- әзербайжандар — 2
- молдавандар — 1
- венгрҙар — 1
Ауыл биләмәһе составында
үҙгәртергә№ | Тораҡ пункт | Тораҡ пункт тибы | Халҡы |
---|---|---|---|
1 | Буланов | ауыл, административ үҙәк | 974[16] |
2 | Красный Пахарь | утар | 51[16] |
Хакимиәт
үҙгәртергәБуланов ауыл советы Уставы Ырымбур өлкәһе Октябрьский районы Буланов ауыл советы муниципаль берәмеге беренсе саҡырылыш депутаттары советының 01.02.2010 йылдағы 55-се һанлы ҡарары менән ҡабул ителгән.
Буланов ауыл советы муниципаль берәмеге депутаттары советы — 11 кеше
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года (урыҫ)
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2021 года (урыҫ)
- ↑ Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1
- ↑ Справка по истории административно-территориального деления Оренбургского края за 1735—1999 гг. 2018 йыл 20 май архивланған.
- ↑ Закон Оренбургской области от 09 марта 2005 года № 1921/358-III-ОЗ О муниципальных образованиях в составе муниципального образования Октябрьский район Оренбургской области
- ↑ 16,0 16,1 16,2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.