Буланов (Ырымбур өлкәһе)

Буланов (Ҡатай ямы) (рус. Буланово, Китаям) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Октябрьский районы биләмәһендәге ауыл. Буланов ауыл советы биләмәһенең административ үҙәге.

Буланов
Нигеҙләү датаһы 1827
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Буланов ауыл советы[1]
Административ-территориаль берәмек Буланов ауыл советы
Халыҡ һаны 2099 кеше (1959)[2],
974 кеше (2010)[3]
Почта индексы 462047
Рәсми сайт bulanowo.ucoz.ru
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Ауыл Һайылмыш йылғаһы буйында, Бүрелек йылғаһының тамағына яҡын урынлашҡан[4]. Район үҙәге — Октябрьский ауылынан[5] төньяҡ-көнсығыштараҡ 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан (юл буйынса[6]). Уға барыу йүнәлеше һәм башҡа тораҡ пункттар менән бәйләнеше — Р239 юлы буйынса.

Ауыл 19 ауыл урамдан тора.

Ауыл барлыҡҡа килгәнгә тиклем бында халыҡ телендә Ҡытай ям (Китаям) тип йөрөтөлгән почта станцияһы булған. Ырымбур топонимдар белгесе Б. А. Моисеев аңлатыуынса, ғәмәлдә Ҡатай ям булған ул, сөнки бер сығанаҡта ла ниндәйҙер ҡытай бында йәшәүе теркәлмәгән. Ырымбур-Ҡазан тракты Рәсәй дәүләтенең көньяҡ-көнсығыш сиктәрен үҙләштереү һәм Ырымбур ҡалаһы төҙөлөшө менән бәйле ойошторола[7]. Ырымбур менән Ҡазан аша тура бәйләнеш булдырыу өсөн Ырымбур-Ҡазан тракты башҡорт ерҙәре буйынса һалына, шуға күрә батша хөкүмәте башҡорттарға ошо трактты тотоу һәм хеҙмәтләндереү бурысын йөкмәтә. Бөтә тракт буйынса почта станциялары, шул иҫәптән Ҡатай-Ям (Катаям йәки Катайский Ям) төҙөлә, уны ҡатай башҡорттары хеҙмәтләндерә. Һөҙөмтәлә урыҫ телендә атама үҙгәреш кисерә: Китай-Ям (Катай Ям тигәндән) һәм Китаям (Катайский Ям тигәндән).

Тракттың әһәмиәте кәмеү менән почта станцияһы ла ябыла[7].

1826 йылда был тарафҡа Харьков губернияһынан поверенный вәкәләте менән эш буйынса Максим Буланов тигән кеше килгән. Ҡатай Ямы янындағы урындар: тулы һыулы һәм балыҡлы Һайылмыш йылғаһы, иҫ киткес тәбиғәтле, уңдырышлы, ҡара тупраҡлы далалары уға бик оҡшап төшә. Буланов Һайылмыш йылғаһының уң яҡ ярында ер һайлап ала. Күскенселәр Ырымбур губерна идараһында булып, ер менән файҙаланыуға контракт төҙөй. Киләһе, 1827 йылда, Буланов етәкселегендәге бында Харьков һәм Курск губернаһынан украиндар күсенеп килгән[7].

1935—1963 йылдарҙа Буланов ауылы Белозёрка районы үҙәге була[8].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Булановҡа эйәреп тәүге тапҡыр украиндар 1827 йылда Һайылмыш буйына күсенеп килә. Крәҫтиәндәрҙең күсенеүе 1830—1835 йылдарҙа дауам итә. Күскенселәр бындағы тәбиғәт байлығына таң ҡалып, ошо ерҙәрҙе тапҡан Булановҡа рәхмәт йөҙөнән ауылға уның фамилияһын бирәләр[9].

Халыҡ иҫәбе
2010[10]
974

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә

Ауыл эргәһендә иҫтәлекле урындар:

  • Ҡайынлы тауы (ауылдан өс километр алыҫлыҡта)
  • Буланов инеше (ауылдан 2 километр төньяҡ-көнбайышта). Көслө ағымлы ер аҫты һыуы — секундына 9 литр һыу сыға
  • Ҡурған (ҡатын-ҡыҙ ҡәбере, урта сармат мәҙәниәтенә ҡарай (I б. — б.э.т II быуаттың 1-се яртыһы)
  • Граждандар һуғышы геройҙары һәйкәле
  • Православие ҡорамы (1833 йылда төҙөлгән; 1936 йылда емертелгән)[11]

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населённых пунктов - районных центров по полу
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
  4. Булановка // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. с. Буланово на карте Оренбургской области
  6. Маршрут. Яндекс.карты
  7. 7,0 7,1 7,2 Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1
  8. Справка по истории административно-территориального деления Оренбургского края за 1735—1999 гг. 2018 йыл 20 май архивланған.
  9. Село Буланово. История населённого пункта. Архивировано 21 октябрь 2014 года.
  10. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  11. Булановский край
  12. Таранов Иван Игнатьевич.

Һылтанмалар

үҙгәртергә