Бөгөлсән
Бөгөлсән (рус. Бугульчан) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 582 кеше[4]. Почта индексы — 453351, ОКАТО коды — 80239825001.
Бөгөлсән | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Ленин ауыл советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ленин ауыл советы |
Халыҡ һаны |
581 кеше (2002)[2], 606 кеше (2009)[2], 582 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 453351 |
Халыҡ һаны
үҙгәртергә- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса рустар 81 % тәшкил итә[5].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1297 | |||||
1920 йыл 26 август | 1518 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1009 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 628 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 511 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 581 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 582 | 297 | 285 | 51,0 | 49,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 24 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кумертау): 18 км
Урамдары
үҙгәртергә- Еңеүҙең 70 йыллығы (урамы рус. 70 лет Победы (улица))
- Ағиҙел урамы (рус. Бельская (улица))
- Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
- Беренсе Май урамы (рус. Первомайская (улица))
- Совет урамы (рус. Советская (улица))
- Федотовтар урамы (рус. Федотовых (улица))
- Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))
- Мәктәп тыҡрығы (рус. Школьный (переулок))
- Шоссе урамы (рус. Шоссейная (улица))[6]
Тарихы
үҙгәртергәБөгөлсән ауылы Ленин ауыл Советына инә. Район үҙәгенән 24 км төньяҡ-көнсығышта һәм Күмертау тимер юлы станцияһынан 18 км төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан. Халҡы 1906 йылда 1297 кеше; 1920—1518; 1939—1009; 1959—628; 1989—511; 2002 йылда 581 кеше тәшкил иткән. Урыҫтар йәшәй (1989). Төп дөйөм урта белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, дауалау амбулаторияһы, мәҙәниәт йорто, китапхана эшләй.
Ауылға яңы суҡындырылған сыуаштар, суҡындырылған һәм суҡындырылмаған татарҙар Тамъян олоҫо башҡорттарының аҫаба ерендә нигеҙ һала. Ул Ағиҙелдең бөгөлөп аҡҡан еренә һалына, шуға ла исеме Бөгөлсән тип атала. Сыуаш һәм татар килмешәктәренә ерҙе 1764 йылда Тамъян волосы башҡорттары Ҡасҡын Һамаров, Моҡас Теләүкәев һәм башҡа аҫабалар 20 йылға ҡуртымға бирә.
Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡытында баш күтәреүселәр Ағиҙелде ошо тирәнән кискән. 270 башҡорт һәм мишәр, Ағиҙелде кисеп, Воскресен заводында торған Пугачев ғәскәрҙәренә барып ҡушылған. Полковник Ҡасҡын Һамаров, Кинйә Арыҫлановтың улы Һеләүһен Кинйин, ҡустыһы Ҡотлогилде Абдрахмановтар ҙа үҙ ғәскәрҙәре менән ошо тирәлә батша ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыш алып барған. 1774 йылдың майында Бөгөлсәндән 7 км түбәнерәк полковник Овчинников ғәскәре үтә. Билдәле, бында язалаусы отрядтар ҙа күп йөрөй.
XVIII быуат аҙағында Бөгөлсәндә 116 кеше була. 1838 йылда инде 30 йортта 220 кеше йәшәй. Ә 1920 йылда ауылда 267 өй була. Халҡы мең ярымдан ашып китә[7].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Зенкин Фёдор Григорьевич (13.09.1929—2010), хужалыҡ эшмәкәре. 1968—1978 йылдарҙа Стәрлетамаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены (1971, 1976) кавалеры[8].
Сайтта
үҙгәртергәКүмертау ҡалаһы һәм Көйргәҙе районында етештереү ҡеүәттәрен һәм торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү мотлаҡ. 14 сентябрь 2016.[9]
Матбуғатта
үҙгәртергә- Юшатыр. 15 май 2018.Етәүһе еңде
Видеояҙмалар
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;2002F
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 81. 2022 йыл 6 апрель архивланған.
- ↑ Энциклопедия Стерлитамакского района. ЗЕНКИН Федор Григорьевич 2017 йыл 28 октябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 август 2019)
- ↑ Муниципальный район Куюргазинский район Республики Башкортостан(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бөгөлсән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 31 август 2019)