Босния һәм Герцеговина флагы

Босния һәм Герцеговина флагы 1998 йылдың 4 февралендә раҫлана.

Босния һәм Герцеговина флагы
Босния һәм Герцеговина

Раҫланған

4 февраль 1998

Пропорция

Милли флаг 5:3

Флагтың авторы

Карлос Вестендорп

Предыдущие флаги


Босния һәм Герцеговина Республикаһы флагы
6 апрель 19924 февраль 1998


Босния һәм Герцеговина Социалистик Республикаһы флагы
19451992

Босния һәм Герцеговинаның был флагы БМО-ның Юғары вәкиле тарафынан тәғәйенләнгән парламентҡа тәҡдим ителгән өсәүһенең береһе булып тора. Барлыҡ флагтарҙа шул уҡ төҫтәр ҡулланылған: зәңгәр — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының төҫө, әммә ул ҡарараҡ төҫкә алмаштырыла. Йондоҙҙар Европаны символлаштыра. Өсмөйөш ил халҡының өс төп төркөмөн (боснийҙар, хорваттар һәм сербтар) һәм дәүләттең карталағы һыҙаттарын кәүҙәлләндерә.

1992 йылда бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәндән һуң Босния һәм Герцеговина Республикаһының раҫланған флагы үҙәгендә республика гербы урынлашҡан аҡ әләмдән торған. Герб 6 алтын ләлә һәм аҡ буйлы диагонале менән күк ҡалҡандан тора. Босния һуғышы осоронда босний момосолмандары һәм Босния һәм Герцеговина Хөкүмәте ошо флагты файҙаланғандар. Хәҙерге ваҡытта Босния һәм Герцеговина Республикаһы флагы (халыҡ телендә — «ләләләр менән флаг») мосолман милли ойошмалар, босний милләт вәкилдәре тарафынан ҡулланыла.

Флаг проекттары

үҙгәртергә

Дейтон килешеүенән һуң илгә яңы флаг һайлау һорауы күтәрелә, һәм һөҙөмтәлә яңы дәүләт флагы раҫлана. Башҡалар араһында ошо варианттар күрһәтелгән:

1-се проект
«Чех өлгөһө» — Чехия флагына оҡшаған флаг, төҫтәр Босния һәм Герцеговинаның өс төп милләт вәкилдәрен символлаштыра.
2-се проект
асыҡ күк төҫтәге фонда лавр ботағы, бында лавр ботағы һәм флагтың төҫө Берләшкән Милләттәр Ойошмаһын символлаштыра.
3-сө проект
асыҡ күк төҫтәге фонда дәүләттең һыҙҙаттары.
4-се проект
диагональ буйлы ҡыҙыл-аҡ-күк флаг, уның уртаһындағы аҡ буйҙа йондоҙҙар менән уратылған дәүләт картаһы булған.
5-се проект
Босния һәм Герцеговинаның рәсми флагы булып китә, 6-сы һәм 7-се проекттар уның альтернативаһын тәшкил иткән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә