Бишҡайын мәмерйәһе

мәмерйә

Бишҡайын мәмерйәһе — Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Бишҡайын ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан бер саҡрым алыҫлыҡта ятҡан «Аҡкүл» станцияһы йүнәлешендә[1]. Ағиҙел йылғаһы бассейенына ингән Аҡташ инешенең һул ярында урынлашҡан. Тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965).

Бишҡайын мәмерйәһе
Дәүләт  Рәсәй
Урын Ауырғазы районы һәм Бишҡайын
Асыу датаһы 1770
Мираҫ статусы тәбиғәт ҡомартҡыһы
Оҙонлоҡ 10 метр,
11 метр
Киңлек 8 метр
Бейеклеге/буйы 3,5 метр һәм 8 метр
Карта

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Бишҡайын мәмерйәһе аҫҡы пермь көңгөр ярусы гипстарында барлыҡҡа килгән.
Карст мәмерйәлеренә инә.Гипс үҙенсәлекле. Аҡ, һоро-аҡ төҫтә,тығыҙ, ваҡ бөртөклө.
Шәкәр рәүешендә , таҙа эре киҫәкле. Тоҡҡа оҡшаған сикләнгән ике залдан тора. Беренсе залдың оҙонлоғо 10 метр,ә киңлеге 8 метр, бейеклеге 3,5 метр. Икенсе залдың оҙонлоғо — 11 метр, киңлеге −7 метр, бейеклеге −8 метр. Мәмерйә үҙенең эске микроклиматы буйынса һалҡын.Ҡояш ҡыҙҙырған урында урынлашҡан. Тәрәнлеге 5 метр. Йәйге эҫе көндәрҙә лә һәр саҡ боҙ һалҡынлығын һаҡлай. Мәмерйә эсендәге температура −4° була.Ҡышын стеналары һәм иҙәне туңа, йыл буйы иремәй. Шуға ла халыҡ уны «серле» мәмерйә, тип йөрөтә.Спелеология менән мауығыусылар өсөн дә ул әһәмиәтле.
Мәмерйә 1770 йылда ғалим-энциклопедист, сәйәхәтсе, академик Лепёхин Иван Иванович тарафынан асыла.
Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының "Башҡорт АССР-ының тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау " 1965 йылдың 17 авгусындағы Ҡарары № 465 менән Бишҡайын мәмерйәһе тәбиғәт ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә[1]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә