Ҡорманай мәмерйәһе
Ҡорманай мәмерйәһе (Оло Ҡорманай мәмерйәһе) — Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Ҡорманай ауылының көнсығыш ситендә Ауырғазы йылғаһы үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965).
Ҡорманай мәмерйәһе | |
---|---|
урыҫ Кураманаевская пещера | |
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Регион | Башҡортостан |
Тәрәнлеге | 20 м |
Оҙонлоғо | 345 м |
Асылған йылы | 1961 |
Тип | карст |
һыйҙырышлы тоҡомдар | эзбезташ |
Мәмерйәгә инеү юлы | 2 |
Яҡтыртыу | юҡ |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәКарст мәмерйәһе, көңгөр ярусы гипстарында барлыҡҡа килгән. Көнсығыш һәм көньяҡ‑көнсығыш йүнәлештәге ауыш үткел һәм каналдарҙан торған лабиринттан тора. Оҙонлоғо 850 метр, киңлеге 1,5 метр, бейеклеге 1,5 метр, майҙаны 275 м², амплитудаһы 6 метр, күләме 1530³ метр.
Ауырғазы йылғаһынан 8 метр бейеклектәге соҡорҙа бер‑береһенән 4-5 метр аралыҡта ятҡан 2 инеү урыны бар. Киңлектәре 5 метр һәм 0,7 метр. бейеклектәре 2 метр һәм 0,8 метр. Диуарҙарында гипс кристалдары ҡатламдары һәм уға ҡушылған сит өлөшсәләр осрай. Мәмерйә ҡатламдарында Марьин быялаһы сағыла. Үтә күренмәле матур кристалдар барлыҡҡа килтергән гипсты шулай атайҙар. Киҫелгән гипста йәйғор төҫтәре хасил була[1]. Иҙәне балсыҡ менән ҡапланған, таш киҫәк өйөмдәре бар. Мәмерйәлә температура + 5°С. Был тәбиғи ҡомартҡылар Ҡорманай мәмерйәләре тип күплектә йәрәтәләр, сөнки улар күп.
Мәмерйәлә 1 м тәрәнлектәге бәләкәй күлдәр бар. Күлдең һыуы таҙа,үтә күренмәле.
Академик экспедицияларға был мәмерйәләр бынан 250 йылдар самаһы элек үк билдәле булған. Беренсе булып уны билдәле ғалим-энциклопедист, сәйәхәтсе Лепёхин Иван Иванович аса.Үҙенең хеҙмәттәрендә бик күп Урал мәмерйәләрен тасуирлай[1]. Мәмерйә фән өсөн әһәмиәтле, туҡтауһыҙ тикшерелә.
1972 йылда беренсе тапҡыр Пермь дәүләт университеты хеҙмәткәрҙәре В. П. Дорофеев һәм В. С. Лукин тарафынан мәмерйә ентекле һәм комплекслы тикшерелә.
Мәмерйәләге күлдәрҙең һыуын урындағы халыҡ эсер өсөн ҡуллана[2]
Ҡорманай мәмерйәһе — Көньяҡ Урал алды лабиринт рәүешендәге мәмерйәләр араһында иң ҙурыһы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Бишҡайын мәмерйәһе
- Өсҡатлы соҡоро
- Аҫҡын мәмерйәһе
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 (недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка) Отчёт о поездке в Курманаевскую пещеру (рус.)(недоступная ссылка)
- ↑ И. Д. Бураҡаев,М. С. Бураҡаеа,М. Б. Юлмөхәмәтов. Тормош һабаҡтары. Тәбиғәт ҡомартҡылары 7-се синыф өсөн дәреслек.Өфө-2001 й.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡорманай мәмерйәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- http://go-hiking.ru/travel/speleo-cave-kyrmanaevskaya/(недоступная ссылка)
- Курманаевская пещера (рус.)(недоступная ссылка)