Бикмөхәмәтов Шәһиғәли Зәйнәғәли улы

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы

Бикмөхәмәтов Шәһиғәли Зәйнәғәли улы (3 сентябрь 1939 йыл — 24 декабрь 2015 йыл) — Башҡорт ССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991).

Бикмөхәмәтов Шәһиғәли Зәйнәғәли улы
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 сентябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Тимер ауылы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 24 декабрь 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (76 йәш)
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Эшләүсе мәктәп

Биографияһы үҙгәртергә

Шаһиғәли Зәйниғәли улы Бикмөхәмәтов 1939 йылдың 3 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Тимер ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1956 йылда Тимер ете йыллыҡ, 1956 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлай. 1959 йылдың 1 июленән 1960 йылдың 1 июленә тиклем урындағы «Ҡыҙыл таң» колхозында эшләй. 1960 йылдың 1 июленән 19 октябренә тиклем Тимер ауыл китапханаһы мөдире була. 1960 йылдың 19 октябренән 1962 йылдың 15 авгусына тиклем Иҫке Монасип ауыл клубын етәкләй. Бер үк ваҡытта «Ҡыҙыл таң» колхозының комсомол ойошмаһы секретары вазифаһын башҡара.

Уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге үҙгәртергә

1962 йылдың 16 авгусынан 1963 йылдың 15 авгусына тиклем Бөрйән районы Ырғыҙлы һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 1963 йылдың 15 авгусынан Тимер һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп күсерелә.

1964 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына ситтән тороп уҡырға инә һәм 1971 йылда уңышлы тамамлай. 1971 йылдан 1974 йылға тиклем Тимер һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры була, 40 йылға яҡын башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Уның 30-ҙан ашыу уҡыусыһы юғары уҡыу йорттарының филология факультетында белем алып, район, республика мәктәптәрендә эшләй.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Ул мәктәптең, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Күп йылдар дауамында мәктәптең профком рәйесе була, уҡытыусы-филологтарҙың район методик берекмәһенә етәкселек итә. Бер нисә тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана, һайлау комиссияһы рәйесе, урындағы иптәштәр суды рәйесе була. 20 йылдан ашыу «Белем» ойошмаһында пропагандист, лектор. Хаҡлы ялға сыҡҡас, оҙаҡ йылдар урындағы ветерандар советына етәкләй.

2015 йылдың 24 декабрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Мәктәп һәм ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн ВЛКСМ-дың Почет грамоталары менән бүләкләнә.

  • Халыҡ мәғарифы отличнигы билдәһе (1984)
  • Хеҙмәт ветераны миҙалы (1987)[1]
  • Уҡытыусы-методист (1988)
  • Башҡорт ССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991)

Хәтер үҙгәртергә

Шәһиғәли Зәйниғәли улы Бикмөхәмәтов иҫтәлегенә Иҫке Монасип ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Тимер филиалы бинаһы фасадына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[2].

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә