Бибиков Борис Владимирович
Борис Владимирович Бибиков (1900—1986) — СССР театр һәм кино актёры, театр режиссёры, театр педагогы. Тажик ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1964). Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1950).
Бибиков Борис Владимирович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 9 (22) июль 1900 |
Тыуған урыны | Серпухов, Мәскәү губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 5 ноябрь 1986 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Дүшәнбе, Тажик Совет Социалистик Республикаһы[d], СССР |
Хәләл ефете | Ольга Ивановна Пыжова[d] |
Һөнәр төрө | актёр, театр режиссёры, театральный педагог |
Эш урыны |
МХАТ 2-й[d] Московский академический театр имени Владимира Маяковского[d] Рәсәй театр сәнғәте университеты С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәБорис Бибиков 1900 йылдың 9 (22) июлендә Серпуховта тыуған
1921 йылда М.А.Чехов етәкселегендә театр студияһын тамамлай
1922 йылдан 1-се МХТ студияһы актёры була
1927—1932 йылдарҙа Революция театрында — актёр һәм режиссёр-ассистент.
1935 йылдан ҡатыны О.И. Пыжова[1] менән берлектә спектаклдәр ҡуя.
1934—1941 йылдарҙа — ГИТИС педагогы.
1942 йылдан ВГИК педагогы, унда 1949 йылдан О. И. Пыжова менән актёрлыҡ оҫтаханаһына етәкселек итә.
Ольга Пыжова менән берлектә 1949 йылда Үҙәк балалар театрында (хәҙер — РАМТ) В.С. Розовтың тәүге спектаклен ҡуя.
Уның уҡыусылары араһында: Вячеслав Тихонов, Руфина Нифонтова, Нонна Мордюкова, Майя Булгакова, Надежда Румянцева, Светлана Дружинина, Леонид Куравлёв, Любовь Соколова, Софико Чиаурели, Екатерина Савинова, Юрий Белов, Андрей Вертоградов, Тамара Носова һәм башҡа билдәле артистар.
Ольга Пыжова вафат булғандан һуң Борис Бибиков 1978 йылда үҙенең уҡыусыларының береһе Мәликә Джурабековаға өйләнә һәм уның менән Дүшәмбегә китә. Дүрт йыл дауамында М. Турсун-Заде исемендәге Тажик дәүләт сәнғәт институтында уҡыта
Б. В. Бибиков 1986 йылдың 5 ноябрендә Дүшәмбелә вафат була. Дүшәмбе православие зыяратында ерләнгән.
1990 йылда уның иҫтәлектәр китабы сыға[2].
Кинола эше
үҙгәртергәБорис Бибиков кинола күп төшә, генерал һәм ғалимдарҙы уйнай.
«Приходите завтра…» фильмында Руфина Нифонтованың ВГИК-ҡа уҡырға инеүенең реаль тарихы һүрәтләнә, унда Бибиков үҙен үҙе уйнай.
Танылыуы һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1959)
- Тажик ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1964)
- Ҡарағалапҡ АССР-ының атҡаҙанған артисы (1967)
- Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1950) — С. В. Михалковтың «Я хочу домой» пьесаһы буйынса спектакль ҡуйыуы өсөн
- Миҙалдар
Ижады
үҙгәртергәТеатр постановкалары
үҙгәртергә- 1938 — «Сказка» М. А. Светлова (Московский театр для детей)
- 1943 — «Укрощение строптивой» Шекспира (Казахский театр драмы, Алма-Ата)
- 1946 — «Нашествие» Л. М. Леонова (Театр имени Моссовета)
- 1948 — «Я хочу домой» С. В. Михалкова (Центральный детский театр) (совместно с О. И. Пыжовой)
- 1949 — «Снежная королева» по Х. К. Андерсену (Центральный детский театр)
- 1956 — «Двадцать лет спустя» Светлова (Центральный детский театр)
Фильмографияһы
үҙгәртергә- 1942 — Котовский
- 1952 — Незабываемый 1919 год — полковник Зейдлиц
- 1953 — Корабли штурмуют бастионы — Спенсер Смит
- 1957 — Рассказы о Ленине
- 1957 — Страницы былого — генерал
- 1960 — Повесть пламенных лет — фон Бреннер
- 1961 — Ночь без милосердия — полковник Хэгберд
- 1963 — Приходите завтра… — профессор Александр Александрович Соколов
- 1963 — Стёжки-дорожки — Калистрат Калистратович
- 1963 — Возвращение Вероники
- 1964 — Всё для вас — профессор Дукельский
- 1965 — Киножурнал «Фитиль»: «Коварство и любовь» — муж профессора
- 1966 — 26 бакинских комиссаров — русский генерал
- 1967 — Майор Вихрь — генерал Нойбут
- 1967 — Софья Перовская — председатель суда
- 1967 — Берег надежды
- 1968 — Десятая доля пути — Данилевич
- 1969 — Ночь перед рассветом
- 1971 — Звёзды не гаснут
- 1973 — Дела сердечные — Николай Николаевич, врач «скорой помощи»
- 1974 — Фронт без флангов — дедушка Миши
- 1979 — Профессия — киноактёр
- 1979 — Следствие ведут ЗнаТоКи. Подпасок с огурцом — один из коллекционеров
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Русский драматический театр: Энциклопедия / Под общ. ред. М. И. Андреева, Н. Э. Звенигородской, А. В. Мартыновой и др. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2001. — 568 с.: ил. ISBN 5-85270-167-X
- ↑ Бибиков Б. В. Театр и судьба: Воспоминания. — Душанбе: «Адиб», 1990. — 222 с. — 2000 экз. — ISBN 5-8362-0229-X.