Беспалова Раиса Макаровна
Раиса Макаровна Беспалова (ире буйынса Еремеева; 21 ғинуар 1925, Курил ауылы — 18 декабрь 1993, Саранск ҡалаһы) — совет опера йырсыһы (меццо-сопрано), педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1970).
Беспалова Раиса Макаровна | |
рус. Раиса Макаровна Беспалова | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 21 ғинуар 1925 |
Тыуған урыны | Курилово[d], Саранский уезд[d], Пенза губернаһы[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 18 декабрь 1993 (68 йәш) |
Вафат булған урыны | Саранск, Рәсәй |
Һөнәр төрө | йырсы |
Уҡыу йорто | Л. В. Собинов исемендәге Һарытау дәүләт консерваторияһы |
Йырсы тауышы | меццо-сопрано[d] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Беспалова Раиса Макаровна Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәРаиса Макаровна Беспалова (Еремеева) 1925 йылдың 21 ғинуарында Саранск өйәҙенең Курил ауылында (хәҙерге Ромодановский районы, Мордовия) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Милләте буйынса эрзә. Драма түңәрәге эшендә ҡатнаша.
1944—1949 йылдарҙа Л. В. Собинов исемендәге Һарытау дәүләт консерваторияһы янындағы Мордва милли опера студияһында уҡый, һуңынан 1952 йылға тиклем Һарытау консерваторияһында уҡый.
1952 йылдың авгусынан «Умарина» мордва йыр һәм бейеү ансамбле солисы була. 1959 йылдан Мордва АССР-ының Дәүләт музыкаль-драма театры (1969 йылдан Музыкаль комедия театры, хәҙер И. М. Яушев исемендәге музыкаль театр) солисы. Әммә 1973 йылда театрҙан китергә мәжбүр була.
1973—1989 йылдарҙа Л. П. Кирюков исемендәге Саранск музыка училищеһында педагог булып эшләй.
Саранск ҡала советы (1957 йыл) һәм СССР Юғары Советының Милләттәр Советы (1962 йыл) депутаты итеп һайлана.
1993 йылдың 18 декабрендә Саранск ҡалаһында вафат була.
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Атаһы — Макар Фомич Беспалов, эрзә, балалайкала уйнай, йырларға ярата.
- Әсәһе Крестиния Силантьевна Хлопотова.
- Ире — йырсы (тенор) Дмитрий Иванович Еремеев (1927—2006), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы[1], Мордва АССР-ының халыҡ артисы.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- «Почёт Билдәһе» ордены (07.03.1960)[2].
- Мордва АССР-ының халыҡ артисы (1964).
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (07.02.1966)[3].
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (12.06.1970).
- миҙалдар.
Операларҙа ариялары
үҙгәртергә- «Пиковая дама», П. Чайковский — Полина
- «Кармен», Ж. Бизе — Кармен
- «Чио-Чио-сан», Дж. Пуччини — Сузуки
- «Литова», Л. П. Кирюков — Литова и Варда
- «Сильва», И. Кальман — Сильва
- «Марица», И. Кальман — Марица
- «Лакме», Л. Делиб — Мәликә
- «Евгений Онегин», П. Чайковский — Ольга
- «Весёлая вдова», ф. Легар — Ганна
- «Нормальня», Л. Кирюков — Важяй
- «Цыганский барон», И. Штраус — Чипра
- «Севастопольский вальс», К. Листов — Нина
- «Вольный ветер», И. Дунаевский — Клементина
- «Русалка», А. Даргомыжский — Княгиня
- «В бурю», Т. Хренников — Аксинья
- «Невеста грома», К. Акимов һәм Ф. Атянин — Царица Туча
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Беспалова Р. М. Творчество жизни // Театральная жизнь. — 1966. — № 7. — С. 5.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Беспалова (Еремеева) Раиса Макаровна . Мордовия музыкальная. Дата обращения: 6 декабрь 2017.
- Беспалова Раиса Макаровна . Личности. Дата обращения: 6 декабрь 2017.
- Беспалова-Еремеева Раиса Макаровна . finugor.ru. Дата обращения: 6 декабрь 2017.
- Памятная дата Раисы Беспаловой . Государственный музыкальный театр имени Яушева. Дата обращения: 6 декабрь 2017.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 3 апреля 1958
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета от 7 марта 1960 года «О награждении орденами и медалями СССР женщин-передовиков промышленности и сельского хозяйства, деятелей науки и культуры, работников партийных, советских, профсоюзных, комсомольских и других организаций СССР» . Дата обращения: 15 апрель 2022. Архивировано 25 май 2019 года.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 7 февраля 1966