Бергамо (провинция)
Бергамо (итал. Provincia di Bergamo, ломбе. Bergom de Provincia) — Италияның Ломбардия өлкәһендәге провинцияһы. Провинцияның халҡы — 1 098 740 кеше (2010), майҙаны — 2723 км², 244 коммунанан тора. Баш ҡалаһы — Бергамо.
Географияһы
үҙгәртергәТөньяҡта Сондрио провинцияһы менән сиктәш, Брешиа провинцияһы менән көнсығышта, Кремона провинцияһы менән көньбайышта, Милан һәм Лекко провинциялары менән көньяҡта сиктәш. Провинцияның төньяҡ өлөшө Бергамо Альп тауҙарына ҡарай (ингл. Bergamo Alps), юғары нөктәһе булып Пиццо-ди-Кока (итал. Pizzo di Coca) тора, бейеклеге 3052 м. Уға ике үҙән ҡушыла — Валь-Сериана һәм Валь-Брембана. Провинцияның көньяҡ өлөшө башлыса тигеҙлектән тора. Төньяҡ-көнбайыш сиктәрендә өс йылға : Серио, Брембо һәм Адда. Көнсығышта Изео күле менән бергә Ольо йылғаһы бар, ул Камоника үҙәне аша аға һәм провинцияның сиктәрен булдырып тора.
Ауыл хужалығы
үҙгәртергәУйһыу урындарҙа бик күп көтөүлектәр бар. Был провинция ерҙәрендә кукуруз, виноград, бойҙай, дөгө һәм етен үҫтерелә. Бөтә ерҙә өй ҡошо һәм сусҡа үрсетеү заманса алымдар менән алып барыла, традицион һарыҡ көтөүҙәре үрсетелә.
Сәнәғәте
үҙгәртергәБергамо провинцияһы иҡтисады кесе һәм урта эшҡыуарлыҡта нигеҙләнгән. Ауыр сәнәғәттең төп тармағы булып минераль сеймал эшкәртеү тора, бигерәк тә тимер, бетон һәм мәрмәр эшкәртеү киң таралған. Тревильола эре трактор заводы, ә Дальминда — торба етештереү заводы. Альбинола кран-манипулятор FASSI заводы эшләй. Бөтә ерҙә металлургия продукцияһы етештереү һәм кейем тегеү предприятиелары таралған.
Трескора-Балнерио һәм Сан-Пеллегрино коммуналары минераль һыуҙар сығанағы булып тора.
Халыҡ
үҙгәртергә2006 йыл аҙағына Бергамо провинцияһында Европа союзы илдәренән 92 000 иммигрант йәшәй (халыҡтың дөйөм һанының кәмендә 10 проценты). Шулай уҡ Боливиянан килгән 17 мең кеше йәшәй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ https://demo.istat.it/app/?a=2021&i=D7B
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бергамо // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)