Беләҙек
Беләҙек (рус. Браслет) — ҡатын‑ҡыҙҙың беләктә йөрөтөлгән ҡулса рәүешендәге традицион биҙәүесе. Башҡорттарҙа һыңар һәм ҡуш беләҙек булған. Остары тоташмаған түңәрәкләтеп яһалған яҫы беләҙек киң таралған.
Беләҙек | |
Көнсығышта, башлыса ҡатын-ҡыҙҙар араһында, сылбыр йәки ҡаптырма рәүешендәге ҡулланылған биҙәүес. Көнсығыш илдәрендә беләҙектәр ҡатын-ҡыҙҙың төп һәм яратҡан аксессуарҙарының береһен тәшкил итә, хәҙерге ваҡытта ла уларҙы көнсығыш хакимдары бик йыш кейә, ә һинд ҡатын-ҡыҙҙары улар менән һирәк айырыла.[1]
Тарихы
үҙгәртергәБашҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бигерәк тә ҡул биҙәүестәре — беләҙектәр, ҡулсалар менән мауыҡҡан. Беҙҙең быуаттың 50-60-се йылдарында Башҡортостан төбәктәрендә көмөш тәңкәләрҙән беләҙектәр эшләгән оҫталар булған. Шул уҡ ваҡытта боронғо биҙәүестәр араһында Ҡазан, Ҡаҙағстан һәм Урта Азиянан Көньяҡ Уралға килгән ҡулсалар һәм беләҙектәр күп. Был өлөшләтә башҡорт, татар һәм ҡайһы бер көнсығыш халыҡтарының биҙәүестәрендәге оҡшашлыҡты аңлата. Мең ярым йыл элекке археологик ҡомартҡыларҙа көмөш йәки көмөш менән биҙәлгән пластинкалы һәм ишелгән беләҙектәр табылған. Бындай биҙәүестәр Азиянан Көнсығыш Европаға күсмә халыҡтар төркөмдәренең күсенеү һөҙөмтәһендә тарала башлаған, тип күҙаллана.[2]
Алтын Урҙа дәүерендә беләҙек биҙәлешендә ҡаймалау, ҡаралтылған алтын йәки көмөш йүгертеү, уйымлау, сүкеү, баҫма ысулдары менән яһалған сәскә, үҫемлек һәм ғәрәп яҙмалары ҡулланыла. Остарында арыҫлан, йылан башы төшөрөлгән беләҙектәр киң тарала.
XIX быуат аҙағы — XX быуат башында башҡорт, татар һәм Урта Азия өлгөләренә эйәреп, рус зәркәндәре лә күпләп беләҙек етештереү эшен үҙләштерә.[3]
Фарсы һарайында белҙек йөрөтөү йолаһы дөйөм булған, ләкин фарсы шаһы ғәҙәттә уң һәм һул ҡулдында ғәйәт ҡиммәтле аҫыл таштар менән биҙәлгән ике беләҙек йөрөткән. Уң ҡулында Ай тажы тип йөрөтөлгән беләҙек, 146 каратҡа ауырлыҡтағы бер бриллиант һыйҙырған; һул ҡулында йөрөткән беләҙек иһә яҡтылыҡ диңгеҙе тип атала һәм бик ҡиммәтле алмас менән биҙәлгән булған.[1]
Биҙәүес төрҙәре, эшләнеү ысулдары
үҙгәртергәБашҡортостандың төньяғында шулай уҡ бер-береһенә тоташтырылған өлөштәрҙән торған ҡушма беләҙек, көньяғында тәңкә суҡлы (сыңлап торған) ишмә беләҙек таҡҡандар. Башлыса көмөштән, һирәгерәк баҡырҙан яһалған. Ғәҙәттә, беләҙектәр сәскә, үҫемлек орнамаенты, йәнлек һүрәттәре, геометрик рәсемдәр, Ҡорьән аяттарынан алынған семәрле ғәрәп яҙыуы, доғалар менән биҙәлә, ҡайһы ваҡыт уларға эйәһенең исеме яҙыла. Биҙәге, ситтәре һәм ерлеге гравёрлау, сүкеү, ҡарайтыу, һүрәт баҫыу алымдарын төрлөсә ҡатнаштырып эшләнә. Ҡушма һәм ҡайһы бер яҫы беләҙек аҡыҡтан, фирүзәнән, төрлө төҫтәге ҡырлы быяланан ҡаштар ҡуйылған. Эрерәк аҫылташтар (топаз, аквамарин һ.б) беләҙек буйлап теҙелә, улар, ғәҙәттә, вағыраҡ аҫылташтар (фирүзә, ҡыҙыл яҡут) менән ҡаймала. Киң беләҙектәрҙә биҙәктәр уртанан — киң, ситтәренән тар ҡайма булып һуҙыла. Тар беләҙектәрҙә иһә биҙәк уртанан ғына һуҙыла. Беләҙекте һыңар ҡулда йәки ике ҡулда ла йөрөткәндәр, һирәгерәк беләҙек менән сынйырлап тоташтырылған балдаҡтар таҡҡандар.[4]
Тылсымы
үҙгәртергәБындай комплекттар һәм сыңлап торған көмөш беләҙек һаҡлағыс ролен үтәгән (улар ҡара көстәрҙән ҡурсалай тип иҫәпләнгән). Беләҙек башҡа төрки халыҡтарҙа ла киң таралған.
Биҙәүестәр яһағанда көмөш һәм мәрйендәргә өҫтөнлөк бирелгән. Шулай уҡ аҡыҡ, фирүзә, перламутр, диңгеҙ ҡабырсаҡтары, алтын һәм һоро гәрәбә, сәйлән, ҡыҙыл, йәшел, зәңгәр төҫтәге шымартылған быяла ҡулланылған. Был материалдар, биҙәүес булыуҙарынан тыш, тылсымлы көскә эйә тип иҫәпләнгән. Көмөш, фирүзә, аҡыҡ, мәрйендәр, перламутр (мәрүәт), гәрәбәне мосолмандар электән талисман, бетеү сифатында ҡулланған. Уларҙы йыш ҡына тоҡомдоң үрсеүенә булышлыҡ итеүсе һаҡлау һәм көсәйтеү тылсымы менән бәйләгәндәр. Бындай ырымдарҙың тамырҙарын боронғо Көнсығыш идеологияларында күрергә була. Ҡыҙыл һәм йәшел ҡырлы быяла, бәлки, Көнсығышта киң таралған яҡут, зөбәржәт таштарын алыштырғандыр.[5]
Йырҙарҙа
үҙгәртергәБашҡорт халыҡ йыры «Ирәндектә» лә көмөш биҙәүестәр кейгән башҡорт ҡыҙ тураһында йырлана:
Һай!.. Иртәнсәккәй тороп, бер ҡараһам,
Уң ҡулында көмөш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек…
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Запястья . БЭАН. Дата обращения: 16 февраль 2024.
- ↑ С. Н. Шитова, 131-се б.
- ↑ С. Н. Шитова, 131-132-се б.б.
- ↑ С. Н. Шитова, 131-133-се б.б.
- ↑ С. Н. Шитова, 102-се б.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- С. Н. Шитова. Башкирская народная одежда. — Уфа: Китап, 1995. — 237 с. — ISBN 5-295-01204-2.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- /БЭАН. Запястья/Шаушаҡ йәки беләҙек
- Беләҙек // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 12 февраль 2024)