Төп менюны асырға
Минск ҡалаһында лацинка алфавитында "Раков биҫтәһе" тип яҙылған юлкүрһәткес

Лаци́нка (шулай уҡ лати́нка исеме осрай) бел. łacinka, лацінка — белорус телендә яҙыу өсөн ҡулланылған латин әлифбаһының варианты.

Хәҙерге ваҡытта Наша ніва гәзитендә, шулай уҡ Arche журналында, белорус диаспора прессаһында һәм Интернетта киң ҡулланыла.

ӘлифбаҮҙгәртергә

Лацинка ҡулланылған осорҙа уның әлифбаһы бер нисә тапҡыр үҙгәрҙе. 1990 — 2000 йылдарҙағы (шулай уҡ хәҙер ҡулланылған) лацинка версияһы:

Aa Bb Cc Ćć Čč Dd Dz dz Dź dź Dž dž
Ee Ff Gg Hh Ch ch Ii Jj Kk Ll
Łł Mm Nn Ńń Oo Pp Rr Ss Śś
Šš Tt Uu Ǔǔ Vv Yy Zz Źź Žž

Хәҙерге белорус латиницаһы традицион латин алфавитынан һәм өҫтәлмә č, š, ž, ć, ś, ź, ń, ǔ, ł хәрефтәренән тора.

Тарих һәм ҡулланыуҮҙгәртергә

16-сы быуаттан башлап латин яҙыуы менән яҙылған белорус телендә тексттар осрай башлай. Улар кодификациялаштырылмаған (дөйөм яҙыу ҡағиҙәләре әле индерелмәгән), яҙыу өсөн поляк хәрефтәре һәм яҙыу ҡағиҙәләре ҡулланыла. Лацинка ҡулланыу сәбәбе: белорус телендәге тексттарынан алынған өҙөктәрҙе поляк һәм латин тексттарына ҡуйыу кәрәклеге.