Белорус һумы

(Белорусский рубль битенән йүнәлтелде)

Белорус һумы (бел. рубе́ль; ISO коды — BYN[1], 2000 йылдың 1 ғинуарына тиклем — BYB, 2000 йылдың 1 ғинуарынан 2016 йылдың 1 июленә тиклем — BYR) — Белоруссияның рәсми валютаһы.  Символы — Br[2]. 2000 йыл өлгөһөндәге  100, 500, 1000, 5000, 10 000, 20 000, 50 000, 100 000 һәм 200 000 һум номиналлы банкноталар яйлап әйләнештән сығарыла бара,  2009 йыл өлгөһөндәге 5, 10, 20, 50, 100, 200 һәм 500 һум номиналлы банкноталар, йәнә 2009 йыл өлгөһөндәге 1, 2, 5, 10, 20 һәм 50 тин, 1 һәм 2 һум номиналлы ваҡ аҡсалар индерелә.

«Рубль» (һум) атамаһы 1990-сы йылдар башында Белоруссия  совет һумынан баш тартҡас ҡабул ителә. Ул саҡта йәмәғәт эшмәкәрҙәре араһында милли валютаны  «талер» тип атарға тәҡдим итеүселәр була [3][4], һәм мәсьәлә Юғары Совет Президиумында ҡарала, ләкин ҡатнашыусыларҙан тик Нил Гилевич ҡына талерҙы хуплап һүҙ әйтә[5].

СССР тарҡалғандан һуңғы хәл

үҙгәртергә
 
 20 белорус купонына бирелгән ҡулланыусы карточкаһы, 1992 йыл

1992 йыл башында, дөйөм совет аҡса системаһы тарҡалғас, Белоруссияла купон системаһы, унан һуң Милли банктың хисаплашыу билеттары индерелә. Рәсми алмашыу курсы буйынса бер хисаплашыу билетына 10 совет һумы бирелә.

1992 йылдың 1  июленән ҡулаҡсаһыҙ белорус һумдарында иҫәп-хисап операциялары үткәрелә башлай. 1993 йылдың июль аҙағында совет һумдарын әйләнештән сығарыу башлана. Белорус һумы ил территорияһында берҙән-бер законлы түләүҙәр сараһы булып ҡала. Шул уҡ йылдың сентябрендә Ҡаҙағстан, Әрмәнстан, Рәсәй, Үзбәкстан һәм  Тажикстан яңы типтағы һум зонаһы ойоштороу тураһынағы яңы килешеүгә ҡул ҡуйһа ла, был идея үҫеш алмай, һәм белорус һумы милли валюта булып ҡалыуын дауам итә. 

Деноминацияланыуҙары

үҙгәртергә

Тәүҙә 1992—1994 йылдарҙа белорус һумы 1 белорус  һумы (1992 йыл сығарылышы) өсөн 10 совет һумы нисбәтендә йөрөй.

1994 йылда белорус һумын 10 тапҡырға деноминациялау үткәрелә.

2000 йылдың 1 ғинуарынан Белоруссияла һум тағы бер мәртәбә деноминациялана (1000 тапҡырға), был сара милли валютаны тотороҡландырыу маҡсатын да ҡуя.  2000 йылда индерелгән һумдың ваҡ аҡса берәмектәре булмай.

2016 йылдың 1 июлендә белорус  валютаһын 10 000 тапҡырға деноминациялау үткәрелә, шулай уҡ ваҡ аҡса берәмеге —  тин (копейка) индерелә.

2000—2015 йылдарға иҡтисади күҙәтеү

үҙгәртергә

Милли банк сәйәсәтендә һум курсының кимәлен тотоуҙы тәьмин итеү өҫтөнлөк ала — Рәсәй яғы шуны талап итә. Алмаштырыу пункттарында долларҙар һатыу рөхсәт ителә. Резидент булмаған банктарға эске валюта баҙарына  юл асыла һәм тышҡы иҡтисади операцияларҙа һумды файҙаланыу буйынса сикләүҙәр бөтөрөлә. Милли банктың сәйәсәте һәм тышҡы ҡулай факторҙар белорус һумының тотороҡланыуына килтерә. Иҡтисадтағы һәм һалым өлкәһендәге (өҫтәлмә хаҡҡа һалым — 20 проценттан 18 процентҡа, әйләнеш һалымы 4,5-тән 4,15 процентҡа  тиклем түбәнәйә һ.б.)  ыңғай үҙгәрештәр ерлегендә, 2004 йыл башынан 2008 йыл аҙағына тиклем  белорус һумының АҠШ доллары һәм Рәсәй һумына ҡарата курсы ғәмәлдә үҙгәрешһеҙ ҡала. 2005 йылда милли валюталарҙағы банк депозиттарының даими үҫеше күҙәтелә[6]. Күпмелер ваҡыт инфляция тиҙлеге лә кәмей, мәҫәлән,  2002 йылда ул  34,8 % тәшкил итһә, 2003 — 25,4 %,  2004 — 14,4 %,  2005 — 8,0 %,  2006 йылда 6,6 % була. Валютаның рәсми курсы йәшерен күрс менән тулыһынса тигеҙләшә, шул арҡала йәшерен валюта баҙары ла юҡҡа сыға. 

2006 йылдың 16 мартында Францияның BNP Paribas  банкы банк-ара баҙарҙа белорус һумын АҠШ долларына ҡарата котировкалай башлай. Банк ике яҡлы котировка ҡуллана — ул белорус валютаһын АҠШ долларына ҡарата һата һәм һатып ала. Милли банк идараһы рәйесе урынбаҫары Василий Матюшевский был ваҡиғаны әһәмиәтле тип баһалай:[7]

Был шуны күрһәтә: донъяның төп финанс институттары беҙҙең кредит сәйәсәте, шул иҫәптән белорус һумы, тотороҡланыуын ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Белорус һумына инвестициялау объекты булараҡ ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килә 

Беларусь Республикаһы Милли банкы идараһы рәйесе Петр Прокопович әйтеүенсә, белорус һумы 2010 йылға тулыһынса конвертациялана торғанға әйләнергә тейеш була[8].

2010 йылдың ғинуар-апрелендә инфляция 3,1 % (2009 йылдың ошо уҡ осоронда — 6,5 %) тәшкил итә[9].

2009 йылдың 2 ғинуарынан  Беларусь  Республикаһының Милли банкы белорус һумы курсын сит ил валюталары кәрзиненә бәйләү  механизмына күсә, бер ыңғайҙан уны АҠШ долларына ҡарата 20,5 процентҡа девальвациялай[10].

2010 йылдың ғинуар—мартында резидент булып торған хужалыҡ субъекттары тарафынан сит ил валютаһын һатып алыуҙың саф күләме 1 миллиард 497,1 миллион АҠШ доллары тәшкил итә  (2009 йылдың ошо осоронда — 955,4 миллион АҠШ доллары)[11].

2011 йылғы финанс кризисы һөҙөмтәһендә макроиҡтисади күрһәткестәр һиҙелерлек насарая: инфляция 108,7 процентҡа етә,  ҡайтанан финанслау ставкаһы 10 процент кимәленән 45 процентҡа етә (аҫҡа ҡара). Көҙҙән алып һум курсы Белоруссия валюта-фонд биржаһындағы һатыуҙар һөҙөмтәһенән сығып билдәләнә башлай. Белорус һумы курсы АҠШ долларына ҡарата 2010 йылдың 31 декабрендәге 3000 һумдан 2014 йылдың 31 декабрендә 11 900 һумға тиклем түбәнәйә (халыҡ һатып алған валютаға өҫтәлгән 20 процент комиссияны ла иҫәпләгәндә  — 14 мең һум).

 2014 йыл йомғаҡтары буйынса Беларусь Республикаһында инфляция 16,2 процент тәшкил итә[12].

Рәсәй менән валюталарҙы ҡушыу мәсьәләһе 

үҙгәртергә

Идара итә башлағандан алып президент А. Лукашенко РФ менән берләшеү йүнәлешендә әүҙем эшләй. Тәүҙә берҙәм Рәсәй-Белоруссия валютаһы индереү тураһында һүҙ бара. 1999 йылда ҡабул ителгән «Союз Дәүләте төҙөү тураһында договор»ҙың 13-сө статьяһы  берҙәм аҡса берәмеге индереүҙе күҙҙә тота. 2000 йылдың 30 ноябрендә Минскиҙа Беларусь Республикаһы менән Рәсәй араһында берҙәм аҡса берәмеген индереү һәм Союз дәүләтенең берҙәм эмиссия үҙәген ойоштороу тураһында дәүләт-ара килешеүгә ҡул ҡуйыла. Уға ярашлы, 2005 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй һумы уртаҡ аҡса берәмеге итеп файҙаланыла башларға, ә 2008 йылдың 1 ғинуарынан Союз дәүләтенең берҙәм аҡса берәмеге индерелергә тейеш була. Был үҙәкте ҡайҙа урынлаштырыу һәм уға контроллек итеүҙе кем ғәмәлгә ашырылырға тейешлеге тураһында оҙон-оҙаҡ фекер алышыуҙар һәм бәхәстәр бара — Мәскәү булырға тейешме ул, Минскимы әллә башҡа өсөнсө ҡаламы.

2005 йылдың сентябрендә Союз Дәүләтенең Министрҙар Советы ултырышынан һуң Рәсәй премьер-министры Михаил Фрадков журналистарға Рәсәйҙең һәм Белоруссияның 2006 йылдан берҙәм валюта индереүгә әҙер түгеллеге хаҡында иғлан итә.  Фрадков былай ти:[13]

Был тема көн тәртибенән алынмай, мәсьәлә көн үҙәгендә тора, ул ғына ла түгел, берҙәм валюта Рәсәйҙең дә, Белоруссияның да, тотош Союз Дәүләтенең дә мәнфәғәтендә эшләһен өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырыусы комплекслы ҡарарҙар зарурлығын аңлау барлыҡҡа килде 

Бөгөнгө көнгә Белоруссияла Рәсәй һумы берҙәм валюта сифатында индерелмәгән әле. Эксперттар бының ғәмәлгә ашыу мөмкинлеген һәм ваҡытын  баһалауҙа төрлө фекерҙәр әйтә. 

Алтын-валюта резервтары

үҙгәртергә

ХВФ методологияһы буйынса, Белоруссияның халыҡ-ара резерв активтары  2004 йылда  54,4 процентҡа арта һәм 2005 йылдың 1 ғинуарына  $ 770,2 миллион тәшкил итә; милли билдәләмәлә 17,1 процентҡа арта һәм $ 1,047 миллиард тәшкил итә. 2006 йылдың 1 ғинуарына илдең халыҡ-ара резерв активтары ХВФ мәғлүмәттәрен таратыуҙың махсус стандарты билдәләмәһе буйынса  $ 1296,5 миллион тәшкил итә. Милли банктың сит ил валютаһындағы, ҡиммәтле металдар һәм аҫыл таштарҙағы тулайым активтары $ 1629,6 миллион була (йыл эсендә $ 449,7 миллионға артҡан). Илдең алтын запасы 25,02 тонна тәшкил итә (валюталағы эквиваленты — $ 412,7 миллион). Белоруссияның ХВФ методикаһы буйынса хисапланған резерв активтары 2007 йылдың декабренә — $ 4182,2 миллион (йыл башынан алып 202,4 процентҡа артҡан)[14]; 2008 йылдың 1 мартына — $ 4 миллиард 352,9 миллион[15]; 2015 йылдың 1 ғинуарына 5 059 миллион АҠШ доллары тәшкил итә.

Беларусь Республикаһының ХВФ методологияһы буйынса хисапланған халыҡ-ара резерв активтары — һәр йылдың 1 ғинуарына (млн. USD)[16]:

2011 йылдың 20 октябрендә Милли банк идараһы рәйесе Надежда Ермакова белдереүенсә, Милли банктың алтын-валюта резервтарының 74 проценты (4,7 миллиард долларҙың 3,5-е) — банктар алдындағы СВОП килешеүҙәре буйынса бурыстар. Шулай итеп, ғәмәлдә алтын-валюта резервтары 1,2 миллиард доллар ғына тәшил итә[17][18].

2013 йылдың 1 мартына Беларусь Милли банкының алтын һаҡламы, 2012 йыл эсендә 1,6 тоннаға артып, 33,3 тоннаға етә[19]. 2016 йылдың 1 ғинуарына илдең алтын һаҡламы 38,1 тонна тәшкил итә.

Ҡайтанан финанслау ставкаһы

үҙгәртергә
Ставка рефинансирования в 2011-16 годах[20]

Unable to compile EasyTimeline input:

EasyTimeline 1.90


Timeline generation failed: 1 error found
Line 1: ImageSize = width:300 height:500 PlotArea = left:70 right:20 top:20 bottom:20 TimeAxis = orientation:horizontal AlignBars = late Colors = id:linegrey2 value:gray(0.9) id:linegrey value:gray(0.7) id:cobar value:rgb(0.9,0.2,0.2) id:cobar2 value:rgb(0.6,0.9,0.6) DateFormat = yyyy Period = from:0 till:50 ScaleMajor = unit:year increment:10 start:0 gridcolor:linegrey PlotData = color:cobar width:12 align:left bar:01.01.2011 from:0 till:11 bar:16.03.2011 from:0 till:12 bar:20.04.2011 from:0 till:13 bar:18.05.2011 from:0 till:14 bar:01.06.2011 from:0 till:16 bar:22.06.2011 from:0 till:18 bar:13.07.2011 from:0 till:20 bar:17.08.2011 from:0 till:22 bar:01.09.2011 from:0 till:27 bar:14.09.2011 from:0 till:30 bar:14.10.2011 from:0 till:35 bar:11.11.2011 from:0 till:40 bar:12.12.2011 from:0 till:45 bar:15.02.2012 from:0 till:43 bar:01.03.2012 from:0 till:38 bar:02.04.2012 from:0 till:36 bar:16.05.2012 from:0 till:34 bar:20.06.2012 from:0 till:32 bar:18.07.2012 from:0 till:31 bar:15.08.2012 from:0 till:31 bar:12.09.2012 from:0 till:30 bar:13.03.2013 from:0 till:29 bar:17.04.2013 from:0 till:27 bar:15.05.2013 from:0 till:25 bar:10.06.2013 from:0 till:24 bar:16.04.2014 from:0 till:23 bar:19.05.2014 from:0 till:22 bar:16.07.2014 from:0 till:21 bar:13.08.2014 from:0 till:20 bar:09.01.2015 from:0 till:25 bar:01.04.2016 from:0 till:24 bar:01.05.2016 from:0 till:22 bar:01.07.2016 from:0 till:20 bar:17.08.2016 from:0 till:18 PlotData= textcolor:black fontsize:S bar:01.01.2011 at: 2 text: 10,5% shift:(0,-4) bar:16.03.2011 at: 2 text: 12% shift:(0,-4) bar:20.04.2011 at: 2 text: 13% shift:(0,-4) bar:18.05.2011 at: 2 text: 14% shift:(0,-4) bar:01.06.2011 at: 2 text: 16% shift:(0,-4) bar:22.06.2011 at: 2 text: 18% shift:(0,-4) bar:13.07.2011 at: 2 text: 20% shift:(0,-4) bar:17.08.2011 at: 2 text: 22% shift:(0,-4) bar:01.09.2011 at: 2 text: 27% shift:(0,-4) bar:14.09.2011 at: 2 text: 30% shift:(0,-4) bar:14.10.2011 at: 2 text: 35% shift:(0,-4) bar:11.11.2011 at: 2 text: 40% shift:(0,-4) bar:12.12.2011 at: 2 text: 45% shift:(0,-4) bar:15.02.2012 at: 2 text: 43% shift:(0,-4) bar:01.03.2012 at: 2 text: 38% shift:(0,-4) bar:02.04.2012 at: 2 text: 36% shift:(0,-4) bar:16.05.2012 at: 2 text: 34% shift:(0,-4) bar:20.06.2012 at: 2 text: 32% shift:(0,-4) bar:18.07.2012 at: 2 text: 31% shift:(0,-4) bar:15.08.2012 at: 2 text: 30,5% shift:(0,-4) bar:12.09.2012 at: 2 text: 30% shift:(0,-4) bar:13.03.2013 at: 2 text: 28,5% shift:(0,-4) bar:17.04.2013 at: 2 text: 27% shift:(0,-4) bar:15.05.2013 at: 2 text: 25% shift:(0,-4) bar:10.06.2013 at: 2 text: 23,5% shift:(0,-4) bar:16.04.2014 at: 2 text: 22,5% shift:(0,-4) bar:19.05.2014 at: 2 text: 21,5% shift:(0,-4) bar:16.07.2014 at: 2 text: 20,5% shift:(0,-4) bar:13.08.2014 at: 2 text: 20% shift:(0,-4) bar:09.01.2015 at: 2 text: 25% shift:(0,-4) bar:01.04.2016 at: 2 text: 24% shift:(0,-4) bar:01.05.2016 at: 2 text: 22% shift:(0,-4) bar:01.07.2016 at: 2 text: 20% shift:(0,-4) bar:17.08.2016 at: 2 text: 18% shift:(0,-4)

- New command expected instead of data line (= line starting with spaces). Data line(s) ignored.

 



1990-сы йылдарҙа һәм 2000-се йылдарҙың  беренсе яртыһында инфляция кәмегән шарттарҙа Беларусь Республикаһының Милли банкы иҡтисад үҫешен дәртләндереү маҡсатында ҡайтанан финанслау ставкаһын да яйлап кәметә. Мәҫәлән,  2004 йыл башына ул — 28 %, 2005 йыл башына — 17 %, 2006 йыл башына — 11 %, 2007 йыл башына 10 % була[20]. Беларусь Республикаһы һатып алған тәбиғи газ хаҡының ҡапыл ҡиммәтләнеүе шарттарында 2007 йыл башында валютаға һорауҙың киҫкен үҫеүе һөҙөмтәһендә  ҡайтанан финанслау ставкаһын 10 проценттан 11 процентҡа тиклем арттырыу ҡарала, әммә хәл тотороҡланғас, бер нисә этапта ҡабат 10 процентҡа тиклем төшөрөлә (2007 йылдың 1 октябренә)[21]. 2008 йылдың 1 июленән ҡайтанан финанслау ставкаһы йәнә 10,25 процентҡа тиклем арттырыла[22]. 2011 йылда финанс кризисы арҡаһында бер нисә этапта 45 процентҡа еткерелә. Һуңынан Милли банк ҡайтанан финанслау ставкаһын түбәнәйтә башлай, әммә  финанс баҙарындағы хәлдең тағы киҫкенләшеүе сәбәпле 2015 йылдың 9 ғинуарында уны тағы 25 процентҡа еткерә[23].

2009 йылғы девальвация

үҙгәртергә

2009 йылдың 2 ғинуарында Беларусь Республикаһының Милли банкы тарафынан белорус һумының курсы  20 процентҡа түбәнәйтелә (девальвациялана). АҠШ доллар курсы —  Br2650, евро — Br3703, Рәсәй һумы  Br90,16 кимәлендә билдәләнә.

Курстар түбәндәгесә үҙгәрә (йәйәләрҙә сағыштырыу өсөн — 1 ғинуарға):

2011 йыл девальвацияһы

үҙгәртергә

2011 йылдың 24 майында Беларусь Республикаһының Милли банкы тарафынан белорус һумының курсы бер АҠШ долларына Br4930 кимәлендә, йәғни 56 процент самаһына, ҡабат түбәнәйтелә. Евро курсы — Br6914,82, Рәсәй һумы Br173,95 кимәлендә була[24].

Курстар түбәндәгесә үҙгәрә (йәйәләрҙә сағыштырыу өсөн — 23 майға):

  • 1 АҠШ доллары — 4930,00 (3155,00)
  • 1 евро — 6914,82 (4516,00)
  • 1 Рәсәй һумы — 173,95 (113,02)
  • 1 Украина гривнаһы — 616,67 (394,97)
2011 йылдың 20 октябрендә курс түбәнәйеү 
үҙгәртергә

Беларусь Республикаһы Хөкүмәте менән Милли банкы белорус һумын берҙәм тотороҡло курсҡа сығарыу буйынса үткәргән  саралар планына ярашлы, 2011 йылдың 20  октябренә милли валюта курсы 52 процентҡа түбәнәйә, был ғәмәлдә 2011 йылдың 24 майынан башлап тағы бер девальвация үткәрелгәнен аңлата. 

2011 йылдың 21 октябренән Br курстары (йәйәләрҙә сағыштырыу өсөн — 20 октябрҙә ҡарата):

  • 1 АҠШ доллары  — 8680,00 (5712,00)
  • 1 евро — 11 900,00 (7892,84)
  • 1 Рәсәй һумы — 277,00 (184,70)
  • 1 Украина гривнаһы — 1084,93 (713,91)

Шулай итеп, беорус һумы 2011 йыл башынан төп валюталарға ҡарата 3 тапҡырға тиерлек осһоҙлана.  

2014 йылдың декабре

үҙгәртергә

2012—2014 йылдарҙа белорус  һумының  долларға ҡарата йомшарыуы көнөнә 10 һумдан артмай.  2014 йылдың декабрендә ҙур тиҙлек менән арзанайған Рәсәй һумы артынса валюта алмаштырыу пункттарында белорус һумына ҡарата доллар менән евро курсы үҫергә тотона, ә Милли банк билдәләгән курс ғәмәлдә үҙгәршеһеҙ тора. 19 декабргә Минскиҙа халыҡҡа доллар — минималь 11500, максималь 11 990 һумға тиклем хаҡҡа һатыла[25], ә рәсми курс  10 890 һум була. Гомелдә алмаштырыу пункттарында доллар һатыу курсы  13 000 һумға етә[26].

 Александр Лукашенко[27] менән Петр Прокопович яңы девальвация булмаясағында ышандырһа ла,  19 декабрҙә  Милли банк халыҡҡа һатыла торған валютаға 30 процентлы «ваҡытлы» комиссия индерә[28].

29 декабрҙә Милли банк комиссияны  20 процентҡа ҡалдыра[29], бер үк ваҡытта һумды 7 процентҡа девальвациялай.

2014 йылда бөтә девальвация 24,7 процент тәшкил итә.

2015 йылдың ғинуары

үҙгәртергә

5 ғинуарҙа йәнә бер тапҡыр девальвация үткәрелә, ул 7,1 процентлы була. Бер ыңғай комиссия 10 процентҡа ҡалдырып кәметелә.[30]

2015 йылдың 6 ғинуарынан Br курстары (йәйәләрҙә сағыштырыу өсөн — 5 ғинуарға):

  • 1 АҠШ доллары — 12 740,00 (11 900,00)
  • 1 евро — 15 230,00 (14 460,00)
  • 1 Рәсәй һумы — 218,00 (207,00)

8 ғинуарҙа 7,5 процентлы сираттағы девальвация була. Валюта һатып алыуға комиссия бөтөрөлә:[31]

2015 йылдың 9 ғинуарынан Br курсы (йәйәләрҙә сағыштырыу өсөн  — 8 ғинуарҙға):

  • 1 АҠШ доллары — 13 760,00 (12 800,00)
  • 1 евро — 16 240,00 (15 300,00)
  • 1 Рәсәй һумы — 221,00 (209,50)

9 ғинуарҙа белорус һумы  2,18 процентҡа девальвациялана. Милли банк һум курсын сит ил валюталары кәрзиненә бәйләү  механизмын ҡабат файҙалана башлай. Кәрзиндә Рәсәй һумы өлөшө  40 процентҡа еткерелә, ә евро менән АҠШ доллары өлөштәре һәр береһе 30 процентҡа ҡалдырып кәметелә.[31]

12 ғинуарҙа белорус һумы  1,78 процентҡа девальвациялана.

14 ғинуарҙа белорус һумы  4,745 процентҡа девальвациялана.

Бер ай эсендә девальвация 29,4 процент тәшкил итә.

2015 йылдың ноябре

үҙгәртергә

2015 йылдың 4 ноябрендә белорус һумына сираттағы деноминация иғлан ителә. 2016 йылдың 1 июленән  2000 йыл өлгөһөндәге банкноталар 2009 йыл өлгөһөндәге банкноталарға һәм ваҡ аҡсаға 10 000:1 нисбәтендә алмаштырыла башлай. Әйләнешкә ете төрлө ҡағыҙ аҡса (5, 10, 20, 50, 100, 200 һәм 500 һумлыҡ) һәм һигеҙ төрлө ваҡ аҡса  (1, 2, 5, 10, 20, 50 тинлек, 1 һәм 2 һумлыҡ) сығарыла[32].

1995—2016 йылдарҙа курс үҙгәреүе графигы 

үҙгәртергә

Белорус һумы курсының АҠШ долларына ҡарата 1995—2016 йылдарҙа үҙгәреүе (бөтә курстар һәр йылдың 31 декабренә, шулай уҡ 2016 йылдың 30 сентябренә ҡарата бирелә); 1999 йылға тиклемге һандар — 2000 йылғы; унан һуңғылары  2016 йылғы деноминацияларҙы иҫәпкә алып бирелә[33].

Ваҡ аҡса

үҙгәртергә

2009 йыл өлгөһөндәге ваҡ аҡса

үҙгәртергә

 2016 йылдың 1 июленән, белорус һумы тарихында тәүге тапҡыр, деноминацияға бәйле әйләнешкә ваҡ аҡсалар индерелә.  Элек Белоруссия донъяла  ваҡ аҡса сығарылмаған һирәк илдәрҙең береһе була. Иҫтәлекле тәңкәләр ара-тирә сығарылһа ла, улар әйләнештә осрамай тиерлек.  

Тимер ваҡ аҡсалар Литва аҡса һуғыу йортонда һәм Кремница аҡса һуғыу йортонда етештерелә [34]. Бөтә тәңкәләрҙең аверсына герб һәм дәүләттең атамаһы, йәнә аҡсаны һуҡҡан йыл  яҙылған. Реверста — тәңкәнең номиналы менән төрлө  орнаменталь символдар.

Әйләнештәге тәңкәләр
Һүрәте Номиналы Материалы Диаметры

(мм)

Ҡалынлығы

(мм)

Массаһы

(г)

Ҡыры
Аверс Реверс Ҡыр
      1 тин баҡыр менән ҡапланған ҡорос  15 1,25 1,55 шыма
      2 тин 17,5 2,1
      5 тин 19,8 2,7
      10 тин еҙ менән ҡапланған ҡорос 17,7 1,8 2,8 өҙөк-өҙөк зырлы
      20 тин 20,35 1,85 3,7
      50 тин 22,25 1,55 3,95
      1 һум

баҡыр-еҙ иретмәһе менән ҡапланған ҡорос 

21,25 2,3 5,6 зырлы
      2 һум ҡулсаһы: еҙ менән ҡапланған ҡорос,

уртаһы: баҡыр-еҙ иретмәһе менән ҡапланған ҡорос 





Һүрәттәрҙең масштабы — миллиметрға  3,0 пиксель. 

Иҫтәлекле тәңкәләр

үҙгәртергә

Иҫтәлекле тәңкәләр 1996 йылдың 27 декабренән сығарыла башлай. Үҙ аҡса һуғыу йорто булмағанлыҡтан, затлы һәм затһыҙ металдарҙан иҫтәлекле тәңкәләр сит илдә һуғыла (Германияла, Литвала, Польшала, Рәсәйҙә һ. б. илдәрҙә). 

 2016 йылғы деноминация шарттары буйынса, элек сығарылған иҫтәлекле тәңкәләр алмаштырылмай һәм бөтә төр түләүҙәр өсөн үҙ хаҡы буйынса ҡабул ителергә тейеш.  

Банкноталар

үҙгәртергә

1992—1999 йыл өлгөһөндәге банкноталар

үҙгәртергә
1992—1999 йылғы сериялары[1]
Йыл Һүрәтләнеше Номиналы Үлсәмдәре (мм) Төп төҫтәр Һүрәтләнеше Әйләнешкә сығарылыу датаһы Әйләнештән алыныу датаһы
Йөҙ яғы Кире яғы Йөҙ яғы Кире яғы
1992     50 тин 105×53 алһыу

ҡыҙыл

тейен һүрәте  «Погоня» гербы һүрәте

1992 йыл, 25 май


2001 йыл, 
1 ғинуар

    1 рубль зәңгәр-йәшел

асыҡ зәңгәр

сабып барған ҡуян һүрәте
    3 һум йәшел

ҡыҙыл һары

  ҡондоҙҙар һүрәте
    5 һум зәңгәр

алһыу

 бүреләр һүрәте
    10 һум йәшел

ҡыҙыл һары

һеләүһен менән балаһы һүрәте
    25 һум ҡыҙыл

көрән

мышы һүрәте
    50 һум миләүшә

алыһу

Барибал айыуы һүрәте

[35]

    100 һум көрән

көрән- һоро

 Зубр һүрәте
    200 һум асыҡ зәңгәр

һоро

Минскиҙағы вокзал алды майҙаны

1992 йыл,
8 декабрь

    500 һум миләүшә  Минскиҙағы Еңеү майҙаны
    1000 һум йәшел

зәңгәр
алһыу

Беларусь Милли фәндәр академияһы

1993 йыл,
3 ноябрь

1998     110×60 ҙур итеп төшөрөлгән «1000» һаны

1998 йыл, 
16 сентябрь

1992     5000 һум 105×60 алһыу

сирень

Минскиҙа Троицк биҫтәһе  «Погоня» геры һүрәте

1994 йыл, 
7 апрель

1998     110×60 ҙур итеп төшөрөлгән  «5000» һаны

1998 йыл, 
16 сентябрь

1994     20 000 һум 150×69 ҡыҡыл һары

йәшел

Беларусь  Республикаһы Милли банкы  «Погоня» гербы һүрәте

1994 йыл,
28 декабрь

1995     50 000 һум һары

көрән

Брест ҡәлғәһенең Хелм ҡапҡаһы «Брест ҡәлғәһе»

мемориалы 

йыл, 

15 сентябрь

1996     100 000 һум һоро Беларусь Республикаһының Милли академия опера һәм балет театры 


Евгений Глебовтың  «Выбранніца» («Һайланған») балетынан күренеш

1996 йыл,
17 октябрь

1998     500 000 һум ҡыҙыл Минскиҙағы Профсоюздарҙың республика мәҙәниәт һарайы 


бина фронтонына  ҡуйылған скульптуралар 

1998 йыл, 1 декабрь 

1999     1 000 000 һум асыҡ зәңгәр 

Беларусь Республикаһының Милли художество музейы

И. Хруцкийҙың «Сәскәләр һәм емештәр менән ҡатынымдың портреты» картинаһынан фрагмент

1999 йыл,
30 апрель

    5 000 000 һум миләүшә Минскиҙағы Спорт һарайы «Раубичи» спорт комплексы

1999 йыл,  6 сентябрь

Һүрәттәрҙең масштабы —  миллиметрға 1,0 пиксель. 

2000 йыл өлгөһөндәге банкноталар

үҙгәртергә
2000 йылғы серия[2]
Һүрәтләнеше Номиналы (һум) Үлсәмдәре (мм) Төп төҫтәре Һүрәтләнеше Әйләнешкә сығарылыу датаһы Әйләнештән алыныу датаһы 
Йөҙ яғы Кире яғы Йөҙ яғы Кире яғы
    1 110×60 йәшел Беларусь Милли фәндәр академияһы ҙур итеп төшөрөлгән  «1» һаны

2000 йыл, 1 ғинуар


2003 йыл, 1 апрель[36]

    5 алһыу Минскиҙың Троицк биҫтәһе ҙур итеп төшөрөлгән «5» һаны

2004 йыл, 1 декабрь[37]

    10 миләүшә Беларусь Респуликаһы Милли китапханаһының иҫке бинаһы  ҙур итеп төшөрөлгән  «10» һаны

2013 йыл, 1 март[38]

    20 150×69 аҡһыл көрән Беларусь  Республикаһының Милли банкы Беларусь Республикаһының Милли банкы
    50 ҡыҙыл Брест ҡәлғәһенең Хелм ҡапҡаһы «Брест ҡәлғәһе» мемориалы 

2015 йыл, 1 июль[39]

    100 йәшел Беларусь Республикаһының Милли академик Ҙур  опера һәм балет  театры 


Евгений Глебовтың «Выбранніца» («Һайланған») балетынан күренеш

2017 йыл, 1 ғинуар

    500 150×74 көрән Минскиҙағы Профсоюздарҙың мәҙәниәт һарайы бина фронтонына ҡуйылған скульптуралар 
    1000 асыҡ зәңгәр Беларусь Республикаһының Милли художество музейы


И.Ф. Хруцкийҙың «Сәскәләр һәм емештәр менән ҡатынымдың портреты» (1838) картинаһынан фрагмент
    5000 миләүшә Минскиҙағы Сопрт һарайы «Раубичи» спорт комплексы 
    10 000 алһыу Витебск панорамаһы  Витебскиҙағы йәйге амфитеатр

2001 йыл, 16 апрель

    20 000 зәйтүн Гомелдәге Румянцевтар — Паскевичтар һарайы


А. Идзковский картинаһында  XIX быуаттағы Гомель һарайы

2002 йыл, 21 ғинуар

    50 000 асыҡ зәңгәр Мир замогы (Гродно өлкәһе)


замоктың биҙәү  элементтарынан коллаж

2002 йыл, 20 декабрь

    100 000 ҡыҙыл һары Несвиж замогы Наполеон Орданың «Несвиж замогы» картинаһы

2005 йыл, 15 июль

    200 000 йәшел

ҡыҙыл һары

Масленников исемендәге Могилев өлкә художество музейы



музей бинаһының биҙәү элементтарынан коллаж

2012 йыл, 12 март

Һүрәттәрҙең масштабы — миллиметрға 1,0 пиксель.

 2000 йыл өлгөһөндәге банкноталар (2010 йылғы модификация)

үҙгәртергә

2010 йылда яңы орфография ҡабул ителгәндән һуң 2000 йылғы 50 һумлыҡ һәм 50 000 һумлыҡ банкноталарҙағы яҙыу уға ярашлы итеп (пяцьдзесят урынына пяцьдзясят)  үҙгәртелә[40][41].




2010 йылғы серия
Һүрәтләнеше Номиналы

(һум)

Үлсәмдәре

(мм)

Төп төҫтәр Һүрәтләнеше Әйләнешкә сығарылыу датаһы Әйләнештән алыныу датаһы
Йөҙ яғы Кире яғы Йөҙ яғы Кире яғы
    50 150×69 ҡыҙыл Брест ҡәлғәһендәге Хелм ҡапҡаһы «Брест ҡәлғәһе» мемориалы 

2010 йыл, 29 декабрь


2015 йыл, 1 июль

    50 000 150×74 асыҡ зәъгәр Мир замогы (гродно өлкәһе) замоктың биҙәү элементтарынан коллаж 

2017 йыл, 1 ғинуар

2000 йыл өлгөһөндәге банкноталар (2011 йылғы модификация)

үҙгәртергә

Һаҡ билдәләрен көсәйтеү һәм визуаль элементтарын камиллаштырыу маҡстаында Беларусь Республикаһы Милли банкы сығарған 2000 йыл өлгөһөндәге  500, 1000, 10 000 һәм 20 000 һум номиналлы банкноталар урынына  2011 йылдың 15 мартында әйләнешкә Беларусь Республикаһы Милли банкының 2000 йыл өлгөһөндәге 2011 йылғы модификациялы 500, 1000, 10 000 һәм 20 000 һум номиналлы, 2011 йылдың 25 июлендә —  5000 һум номиналлы, 2011 йылдың 5 сентябрендә 100 һум номиналлы  банкноталар индерелә.




2011 йылғы серия
Һүрәтләнеше Номиналы (һум) Үлсәмдәре (мм) Төп төҫтәре Һүрәтләнеше Әйләнешкә сығарылыу датаһы  Әйләнештән алыныу датаһы
Йөҙ яғы Кире яғы Йөҙ яғы Кире яғы
    100 150×69 йәшел Беларусь Республикаһының Милли академик Ҙур опера һәм балет театры 


Евгений Глебовтың  «Выбранніца» («Һайланған») балетынан күренеш

2011 йыл, 5 сентябрь


2017 йыл, 1 ғинуар

    500 150×74 көрән Минскиҙағы Профсоюзарҙың республика мәҙәниәт һарайы бина фронтонына ҡуйылған скульптуралар 

2011 йыл, 15 март

    1000 асыҡ зәңгәр Беларусь Республикаһының Милли художество музейы


И.Ф. Хруцкийҙың «Сәскәләр һәм емештәр менән ҡатынымдың портреты» (1838) картинаһынан фрагмент
    5000 миләүшә Минскиҙағы Спорт һарайы «Раубичи» спорт комплексы 

2011 йыл, 25 июль

    10 000 алһыу Витебск

панорамаһы

Витебскиҙа йәйге амфитеатр

2011 йыл, 15 март

    20 000 зәйтүн Гомелдәге Румянцевтар —

Паскевичтар һарайы

А. Идзковский картинаһындағы  XIX быуатта Гомель һарайы  
Һүрәттәрҙең масштабы — миллиметрға 1,0 пиксель.

2009 йыл өлгөһөндәге банкноталар

үҙгәртергә

 2016 йылдың 1 июленән әйләнешкә яңы өлгөләге банкноталар индерелә[32].

Һәр банкнота Белоруссияның бер өлкәһенә һәм Минск ҡалаһына арналған.   5 һумлыҡ номиналлы банкнота — Брест өлкәһенә, 10 һумлыҡ — Витебск өлкәһенә, 20 һумлыҡ — Гомель өлкәһенә, 50 һумлыҡ — Гродно өлкәһенә, 100 һумлыҡ — Минск өлкәһенә, 200 һумлыҡ — Могилёв өлкәһенә, 500 һумлыҡ  Минск ҡалаһына бағышланған. Купюраларҙы  Бөйөк Британиялағы «Thomas De La Rue»[34] фирмаһы — донъяла  валюта индустрияһы лидеры баҫҡан.  



2009 йылғы серия
Һүрәтләнеше Номиналы (һум) Үлсәмдәре (мм) Төп төҫтәре Һүрәтләнеше Әйләнешкә сығарылыу датаһы
Йөҙ яғы Кире яғы Йөҙ яғы Кире яғы
    5 135×72 ҡыҙыл һары

көрән

Каменец башняһы (Каменец, Брест өлкәһе) тәүге славян торамалары темаһына коллаж:

күн билбау киҫәге, ағас тәгәрмәс, «Берестье» нығытмаһының бер өлөшө


2016 йылдың 1 июле

    10 139×72 асыҡ зәңгәр

зәңгәр

Спас- Преображение сиркәүе

(Полоцк, Витебск өлкәһе)

мәғрифәтселек һәм китап баҫыу темаһына коллаж:

китаптар, Ф. Скорина билдәһе, Ефросиния Полоцкаяның арҡысағы, орнамент өлөшө

    20 143×72 һары

ҡоңғорт һоро

Румянцевтар — Паскевичтар һарайы

(Гомель,  Гомель өлкәһе)

дини темаға коллаж:

ҡыңғырау, Туров инжилы, боронғо Туров ҡалаһы, семәр биҙәк

    50 147×72 йәшел

һары

Мир замогы

(Мир, Гродно өлкәһе)

сәнғәт темаһына коллаж:

 лира һәм лавр ботаҡтары, ҡанат, ҡағыҙ, нота станы

    100 151×72 йәшел

ҡыҙыл һары

Несвиж замогы

(Несвиж, Минск өлкәһе)

театр һәм халыҡ байрамдары темаһына коллаж:

скрипка, бубен, жалейка,  слуцк билбауҙары,
«Калядная зорка» байрамы символдары, кәзә, «Батлейка» театры

    200 155×72 фиолетовый

розовый

Масленников исемендәге Могилёв өлкә  художество музейы 

(Могилёв,  Могилёв өлкәһе)

һөнәрселек һәм ҡала төҙөлөшө темаһына коллаж:

алтын асҡыс һәм Могилёв мисәте, мейес биҙәге, сүкелгән рәшәткәнең өлөшө

    500 159×72 бирюзовый

розовый

Беларусь Республикаһының Милли китапханаһы

(Минск)

әҙәбиәт темаһына коллаж:

ҡанат, ҡара һауыты, китап тыштары, абаға япрағы

Һүрәттәрҙең масштабы — миллиметрға 1,0 пиксель.

Иҫтәлекле банкноталар

үҙгәртергә

2001 йылдың 1 ғинуарында 5500 дана тираж менән 2000 йыл өлгөһөндә 20 һум номиналлы иҫтәлекле банкнота баҫыла,  ул Беларусь Республикаһы Милли банкының 10 йыллығына арнала[42].

2001 йылдың 1 октябрендә Милли банк, өсөнсө мең йыллыҡҡа бағышлап,  2500 дана  «Миллениум» тигән банкноталар йыйылмаһы сығара. Йыйылмала — 2000 йыл өлгөһөндәге 10 банкнота:  1, 5, 10, 20, 50, 100, 500, 1000, 5000 һәм 10 000 һум номиналлы. 20 — 10 000 һумлыҡтар, кире яғына ҡыҙыл төҫтәге штамп  менән  «MILLENIUM» тигән яҙыу баҫылып, ғәмәлдән сығарылған. 1 — 10 һумлыҡтарҙа ундай штамп юҡ. Банкноталар бер төрлө  «аа 0000001 — аа 0002500» серия номерҙары менән берләштерелгән һәм зәңгәр конвертҡа һалынған [43].

2003 йылдың 22 майында БРМБ 2000 йыл өлгөһөндәге 50 мең һумлыҡты сығара, ул «Мир» замок комплексының Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫына индерелеүенә бағышлана. [44].

2010 йылдың 1 декабрендә 2000 йыл өлгөһөндә 20 мең һумлыҡ банкнота сығарыла, ул Милли банктың 20 йыллығына арнала. Тиражы 3 мең була[45].

 2016 йылдың 1 июлендә «Минең илем — Беларусь» тигән иҫтәлекле банкноталар йыйылмаһы сығарыла. Тиражы — 1000 комплект[46].

Белорус һумының символы

үҙгәртергә
 

2005 йылға тиклем белорус һумын ҡыҫҡартып яҙыу өсөн «рубль» һүҙенән традицион ҡыҫҡартмалар — р. һәм руб. ҡулланыла.  2005 йылдың 5 майында  Беларусь  Республикаһы Милли банкы идараһы милли валютаның яңы символын раҫлай. 

 Br символы Милли банктың  һәм башҡа коммерция банктарының сайттарында киң ҡулланыла. Эшлекле даирәләрҙә нигеҙҙә элеккесә  р. һәм руб. йөрөй


[47]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Amendment 161 to ISO 4217
  2. Национальный банк Республики Беларусь | пресс-релизы
  3. НАША НІВА 2009 йыл 7 апрель архивланған.
  4. Геннадий Можейко. Расследование «КП»: белорусского «зайчика» списали из детской книжки! «Комсомольская правда» (23 февраль 2012). Дата обращения: 5 март 2012. Архивировано 23 июнь 2012 года.(недоступная ссылка)(урыҫ.). «Комсомольская правда» (2012-02-23). Тәүге сығанаҡтан(недоступная ссылка) архивланған 23 июнь 2012. 5 март 2012 тикшерелгән.
  5. Форум
  6. Новости tut.by — В 2005 году вклады населения в национальной валюте выросли на 56,5 % 2009 йыл 8 ноябрь архивланған.
  7. Наши рубли в США
  8. Новости tut.by Прокопович: Белорусский рубль может стать полностью конвертируемым в 2010 году 2008 йыл 12 февраль архивланған.
  9. В январе-апреле инфляция в Белоруссии в апреле составила 3,1 % 2017 йыл 22 май архивланған.
  10. Deutsche Welle: Белорусский рубль девальвирован на 20,5 процентов по отношению к доллару
  11. Спрос на валюту в Беларуси растет 2015 йыл 2 октябрь архивланған.
  12. Об изменении потребительских цен в декабре 2014 г. 2015 йыл 10 ғинуар архивланған.
  13. Россия и Беларусь не готовы к введению единой валюты с 2006 года 2008 йыл 31 июль архивланған.
  14. Международные резервные активы Беларуси увеличились в три раза | Белорусские новости 2008 йыл 13 февраль архивланған.
  15. Международные резервы Беларуси по сравнению с началом года выросли на 170 млн долларов и составляют 4,3 млрд долларов США 2008 йыл 15 март архивланған.
  16. Международные резервные активы Республики Беларусь, Национальный банк Республики Беларусь
  17. Ермакова: 74 % ЗВР Нацбанка — это валютный долг перед банками
  18. Прыступ шчырасці Ермаковай: золатавалютных рэзерваў няма зусім
  19. Золотой запас Нацбанка за 2012 год вырос на 1,6 тонны 2013 йыл 20 ғинуар архивланған.
  20. 20,0 20,1 Ставка рефинансирования
  21. Ставка рефинансирования Нацбанка Беларуси с 1 октября снижена до 10 % годовых — Экономика и бизнес 2008 йыл 12 февраль архивланған.
  22. С сегодняшнего дня повысилась ставка рефинансирования — Экономика и бизнес 2008 йыл 4 июль архивланған.
  23. С 9 января Нацбанк отменяет валютный налог в обменниках и повышает на 5 % ставку рефинансирования
  24. Нацбанк Беларуси повысил курс доллара к белорусскому рублю на 56 % — с 3,155 до 4,930 2017 йыл 31 июль архивланған., БелаПАН (23.05.2011)
  25. В Беларуси отменены торги на валютной бирже 2017 йыл 31 июль архивланған.
  26. Фотофакт. В центре Гомеля евро продают по 15 тысяч 2016 йыл 8 март архивланған.
  27. Лукашенко: Девальвации не будет(18.12.2014) 2014 йыл 27 декабрь архивланған.
  28. Экстренные меры Нацбанка
  29. О снижении размера комиссионного сбора при покупке населением иностранной валюты.
  30. О снижении размера комиссионного сбора при покупке населением иностранной валюты
  31. 31,0 31,1 О мерах денежно-кредитной политики по стабилизации ситуации в финансовой сфере
  32. 32,0 32,1 О проведении с 1 июля 2016 г.
  33. Официальный курс белорусского рубля по отношению к иностранным валютам, устанавливаемый Национальным банком Республики Беларусь
  34. 34,0 34,1 http://naviny.by/rubrics/finance/2015/11/10/ic_articles_114_190231/ 2016 йыл 4 июль архивланған. Новые белорусские деньги сделаны в Евросоюзе
  35. Краткая история белорусских денег
  36. Прекращается выпуск в обращение билетов Национального банка Республики Беларусь достоинством 1 рублей образца 2000 года
  37. Прекращается выпуск в обращение билетов Национального банка Республики Беларусь достоинством 5 рублей образца 2000 года
  38. Нацбанк Белоруссии прекращает выпуск банкнот номиналом 10 и 20 белорусских рублей 2017 йыл 9 сентябрь архивланған.
  39. НБРБ: О выводе из обращения банкнот Национального банка Республики Беларусь номиналом 50 рублей
  40. Белорусский Партизан, В Беларуси ходят деньги с ошибками! 2014 йыл 2 сентябрь архивланған.
  41. «Малады Фронт» требует от Нацбанка изменить надписи на деньгах(недоступная ссылка)
  42. НБРБ — Памятная банкнота, посвящённая 10-летию Национального банка Республики Беларусь
  43. НБРБ — Памятные банкноты «Миллениум»
  44. НБРБ — Памятная банкнота, посвящённая замковому комплексу «Мир»
  45. НБРБ — Памятная банкнота, носвящённая 20-летию Национального банка Республики Беларусь
  46. НБРБ — Памятные банкноты «Моя страна — Беларусь»
  47. Официальный курс белорусского рубля по отношению к иностранным валютам и корзине иностранных валют | Национальный банк Республики Беларусь

Һылтанмалар

үҙгәртергә