Вертеп (театр)
Вертéп (иск.-слав. врътъпъ, вьртьпъ — мәмерйә, тау ҡыҫығы; укр. верте́п, батле́йка, бел. батле́йка — Вифлеем ҡалаһы исеменән аталған) — халыҡ ҡурсаҡ театры, сәхнә майҙансығын хәтерләткән ике ҡатлы ағас йәшниктән ғибарәт. Рәсәйгә вертеплы театр XVII быуат аҙағы — XVIII быуат башында Польшанан Украина һәм Белорусия аша килеп ингән. Исеме иһә тәүләп мәмерйәлә Ғайса пәйғәмбәрҙең батша Иродтан йәшенеп йәшәгән осорон һүрәтләү сәхнәләренә бәйле. Украин, белорус һәм рустарҙа тамаша ике өлөшкә бүленгән: дини һәм көнкүреш. Ваҡыт үтеү менән дини өлөштәре ҡыҫҡарып урындағы ғына тамашаға әйләнә[1], ә репертуары киңәйә һәм вертеп халыҡ театрына әүерелә[1].
Петрушка театрынан айырмалы, ҡурсаҡтар менән аҫтан идара ителгән (Петрушка — бирсәткә ҡурсағы)[2].
Вертептың ҡоролмаһы
үҙгәртергәВертеп театры — оло йәшник эсендәге ике ҡатлы сәхнә. Өҫкө өлөшөндә яңы тыуған Ғайса пәйғәмбәргә табыныу, ә аҫҡы өлөшөндә — Ирод тураһында өҙөктәр күрһәткәндәр. Ирод үлгәндән һуң ғәҙәттә тормош-көнкүреште һүрәтләгән сәхнәләр киткән. Ағас ҡурсаҡтар аҫтан тимер сымдар менән беркетелгән. Вертепсы уларҙы ошо сымдарҙан тотоп йәшник аҫтындағы уйымдар буйлап төрлө яҡҡа йөрөткән. Сәхнәнең төп декорацияһы — сабый ятҡан бишек булған. Артҡы сәхнәлә оҙон һаҡаллы рухани Йософ һәм изге Мәрйәм һындары була. Ғайса пәйғәмбәрҙең тыуыуына бәйле сәхнәләр, йола булараҡ, гел өҫкә ҡатта уйналған. Вертеп хужаһы ғәҙәттә үҙе үк төрлө тауышта тексты һөйләп барған һәм үҙе үк ҡурсаҡтарҙы йөрөткән. Хор йырлаусы малайҙар раштыуа йырҙарын йырлаған. Әгәр ҙә музыкант та булһа, ул йыр һәм бейеүҙәрҙе көй менән оҙатҡан. Ҡурсаҡсылар һәм бергә йөрөгән музыканттар, хор өйҙән-өйгә йөрөгәндәр, йәки сауҙа майҙансыҡтарында бар халыҡ алдында сығыш яһағандар.
Сюжет
үҙгәртергәРаштыуа драмаһы
үҙгәртергәИрод батша, Христос тыуыуы тураһында волхваларҙан ишетә һәм батшалыҡҡа дәғүә итеүсе итеп күреп уны үлтерергә була. Ирод Вифлеемдағы «ике йәш һәм унан кесе» йәштәге бар сабыйҙарҙы туҡмарға фарман бирә; хәрби кеше бойороҡто үтәй, әммә «Рахиль исемле бер ҡатын сабыйын туҡматырға бирмәй». Ярһыған Ирод Рахилдең сабыйын үлтерергә бойора. Яуызлыҡтары өсөн Ирод ғүмере менән хушлаша: Үлем уның башын сабып өҙә, ә шайтандар кәүҙәһен тамуҡҡа һөйрәп алып китә. Изгелек еңә.
Социаль-көнкүреш сатираһы
үҙгәртергәТамашаларҙың икенсе өлөшө ғәҙәттә көндәлек темаларға арнала. Бында төп роль Петрушкаға бирелә. Рәсәйҙең көньяғында, Белорусия һәм Украинала сюжет Яңы йылдағы «Кәзә йөрөтөү» йолаһын хәтерләтә. Белорусияла геройҙар: цыгандар, һыбайлы хәрби, көтөүсе Антипка, барыня һәм башҡалар була. Икенсе өлөшөнөң йөкмәткеһе спектакль барған урынға, вертепсының һәләте, отҡорлоғона ҡарап үҙгәрер булған.
Украинала, Ирод үлгәндән һуң сәхнәгә йыр, бейеү, ҡотлау шиғырҙары менән ғәҙәттә цыган, йәһүд, москаль йәки лях (поляк), бабай, әбей, поп һәм запорожье казагы килеп сыҡҡан. Шулай уҡ геройҙарҙың башҡа варианттары ла булған. Бер спектаклде һүрәтләү яҙмаһы Григорий Галаган һүҙҙәренән1882 йылғы (т. IV) «Киевская старина» журналында баҫылған[3]. Төп герой Запорожлы була. Уның телмәрендә " үҙенсәлекле тәрән юмор, ә хәрәкәттәрендә, тупаҫыраҡ сағылыш алһа ла, үҙ көсөнә ышаныу һәм хакимлыҡ сағыла: ул бер кемгә лә ихтирам хисе лә, бер кем алдында ҡурҡыу хистәрен дә кисермәй, барыһын да еңеп сыға.
Сәхнәгә Корчма, йәки шинка фонында Запорожлы сыға. Байрам итеп ултырған Поляк Запорожлының «не буде краще, як у нас на Україні! Що немае жида, що немае ляха: не буде ізміни!» тип йырлауын ишеткәс тә ҡасып сығып китә.
Казак шунда уҡ маҡтана башлай:
Случалось мені, і не раз,
В степу варить пиво:
Пив турчин, пив татарин,
Пив і лях на диво;
Багацько лежить
І тепер з похмілля
Мертвих голов і кісток
3 того весілля.
Әммә «герой»ҙың аҡсаһы булмай сыға һәм ул шинканың хужаһы, әлбиттә йәһүд, менән иҫәпләшә алмай. Сөнки ул — «козак Іван Виногура, у його добра натура. В Полыці ляхів оббирае, а в корчмі пропивае».
Ә шарап эсеү теләге көслө. «Запорожец пьёт водку из барила, еврей поддерживает барило и дрожит от страха», — тип яҙа Галаган. Бер аҙ әрләшкәндән һуң көрмәкләшеү башлана. Запорожлы кабактың хужаһын үлтерә, һуңынан ҡыңғырау янына килә лә «ведёт при этом довольно бессмысленные речи пьяного человека».
Һуңынан герой шул юл менән Шайтанды ла үлтерә, аҙаҡ тәүбәгә килергә теләп руханиҙы саҡыра. Поп күренә. Ул униат булып сыға. Запорожлы уны ла туҡмарға итә. Шундай һүҙҙәр әйтә: «уніатських попів не бив, а з них живих кожу лупив». Әммә йылғыр поп шунда уҡ табанын ялтырата. Запорожлы ҡәнәғәт төҫ менән уның артынан «Добре зробив, що втік!» тип ҡала. Музыка уйнай.
«Этою последнею победою над всеми своими врагами оканчиваются сцены с Запорожцем. Прощаясь со зрителями, казак как будто чувствует, что он не всем мог угодить своими дерзкими выходками» һәм, сәхнәнән сығыр алдынан былай ти:
Що ж, панове? По сій мові
Будьмо здорові
3 пісні слова не викинеш
А що було, то барзо прошу
про те не поминати,
Бо вже піду під курінь
віку доживати[3].
Социаль ерлеге
үҙгәртергәВертеп үҫеп сыҡҡан социаль ерлек тип, ғәҙәттә, украин студенчествоһын атайҙар. Башлыса киев «спудей»ҙарын. Тап улар вертептың төньяҡҡа, мәҫәлән, Себергә таралыуына сәбәпселәр. Вертеп драмаларының Польшала, һәм Рәсәйҙә йәшәү осоро яҡынса 200 йыллыҡ дәүер менән иҫәпләнә. XIX быуаттың тәүге яртыһында вертеп көнкүреш күренеше булараҡ юғала. Ваҡыт ваҡыты менән Белоруссия һәм Украинаның төпкөл урындарында күренә һәм Көнсығыш Галицияның украин крәҫтиәнлеге көнкүрешендә ныҡлап берегә. Е. Марковский китабында баҫылған, 1928 йылда яҙып алынған Хорол вертебы тексы шуны дәлилләй — вертеп драмаһы Украинала XX быуаттың башына тиклем йәшәгән. Вертеп театры революцияға тиклемге Рәсәйҙә балаларҙың яратҡан күңел асыу сараһы булған. Театр-йәшниктәр менән 25 декабрҙән Святочная неделя буйына, ә ҡай саҡ хатта Великий пост мәленә тиклем йөрөгәндәр. Тик Святочная неделя тамамланғас дини өлөштө күрһәтеү тыйылған, донъяуи өлөшө генә тороп ҡалған[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Марковський. Український вертеп. Розвідки й тексти, в. I, вид. Всеукраїнськ. акад. наук, — Київ, 1929 (укр.)
- Белецкий А. Старинный театр в России. Зачатки театра в народном быту и школьном обиходе Южной Руси Украины, — М., 1923
- Петров, Южно-русский театр и в частности вертеп, — «Киев. стар.», 1882, XII
- Кисіль О. Український театр, — Київ: вид. «Книгоспилка», 1905 (укр.)
- Галаган. Український вертеп, — Харків: «Киев. стар.», 1882 (укр.)
- Франко. До исторії укр. вертепу XVIII в., I в., — «Зап. Наук. т-ва ім. Шевченка», Львов, 1906, т. 71—73 (укр.)
- Его же. Нові матеріали до історії українського вертепу, там же, т. 82, 1908; Щукин Н., Вертеп, «Вестн. Географич. о-ва», т. II, — СПб., 1860
- Перетц Вл. Кукольный театр на Руси (исторический очерк), «Ежегод. имп. театров», СПб., сезон 1894—1895 (приложение, кн. 1) и т. д., — СПб., 1895
- Виноградов Н. Н. Великорусский вертеп, «Изв. Отд. русск. яз. и словесн. Акад. наук», т. X, кн. 3 и 4, СПб., 1905 (с подробн. библиографией); т. XI, кн. 4, — СПб., 1906 (дополнения к библиографии)
- Его же, Белорусский вертеп, там же, т. XIII, кн. 2, — СПб., 1908
- Кисель О. Украинский вертеп. — Пт., 1916. — 79 с.
- Кулаков А. Е. Телевизор семнадцатого века. — Этносфера. — 2011. N 2 (149). — С. 36-40 — фот. цв. — ISSN 2078-5380
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Мадлевская Е. Л. Вертеп 2017 йыл 22 ғинуар архивланған. // Российский Этнографический музей
- ↑ Вертеп и Петрушка 2012 йыл 16 октябрь архивланған. // ҡурсаҡ театры
- ↑ 3,0 3,1 Бузина Олесь Тайная история Украины-Руси(недоступная ссылка) // censor.net.ua
- ↑ Рождественский вертеп. Справка 2014 йыл 13 сентябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергәВертеп (театр) Викимилектә |
- Мадлевская Е. Л. Вертеп . Российский этнографический музей. Дата обращения: 26 март 2014. 2014 йыл 19 ғинуар архивланған.
- Вертепный ящик и куклы (подробное описание конструкции и декораций)
- Греф А. Вертеп и Петрушка. Современное состояние традиции. 2012 йыл 16 октябрь архивланған. // Театр кукол
- Некрылова А., Савушкина Н. Русский фольклорный театр // из кн.: Фольклорный театр / Сост., вступ. ст., предисл. к текстам и коммент. А. Ф. Некрыловой, Н. И. Савушкиной. — М.: Современник, 1988. — (Классическая б-ка «Современника»)
- Белорусский народный кукольный театр. Вертеп и Батлейка 2012 йыл 6 август архивланған.
- Монолог и диалог как средства выражения духовности в вертепной драме ХVІІІ века и в п'єсі П.Кулиша «Іродова морока»(недоступная ссылка)
- Вертепное представление, реконструированное Ансамблем Дмитрия Покровского (фрагменты)
- Тихомиров В. Г. Ирод-царь (воспроизведение издания 1992 года)
- Кулаков А. Е. «Вертеп» журнал «Живая история», 2015, № 7 стр.14) 2016 йыл 16 апрель архивланған.