Белозёров Юрий Николаевич
Белозеров Юрий Николаевич (24 август 1929 йыл — 5 февраль 2019 йыл) — юрист, енәйәт суды эше буйынса белгес; Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған, юридик фәндәр кандидаты диссертацияһы енәйәт эше ҡуҙғатыуҙың нигеҙлелеге тураһында яҙылған (1972); Рәсәй эске эштәр министрлығының Мәскәү университеты профессоры (1994); эске хеҙмәт полковнигы һәм РФ атҡаҙанған юрисы (1997).
Белозёров Юрий Николаевич | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө | |
Ғилми дәрәжәһе |
юридик фәндәр кандидаты |
Биографияһы
үҙгәртергәТәүге йылдары. Ғаиләһе
үҙгәртергәЮрий белозеров Вятка ҡалаһында (артабан Киров ҡалаһы) 1929 йылдың 24 авгусында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған: уның ата-әсәһе уны төбәктең ауыл һәм ҡала дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусылары булып эшләй. Юрийҙың әсәһе, Белозерова Анна Сергеевна, математиканан уҡыта һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы; ә атаһы, Николай Владимирович Белозеров, рус теле һәм әҙәбиәтенән, шулай уҡ — тарихтан уҡыта.Бөйөк Ватан һуғышында Николай Белозеров майор була — ул артиллерист булып хеҙмәт итә һәм өс Ҡыҙыл Йондоҙ орденыһәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Юрийҙың һеңлеһе Белозерова Ирина Николаевна, китапханасы һәм сит ил телдәре уҡытыусыһы булып эшләй.
1937-1947 йылдарҙа Юрий Белозеров урта мәктәптә уҡый һәм уны көмөш миҙалға тамамлап сыға. Бынан һуң ул М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетына (имтиханһыҙ) уҡырға ҡабул ителә; Мәскәүҙең Стромынка урамындағы университет ятаҡханаһында йәшәй. Урындағы комсомол комитеты секретары урынбаҫары була; КПСС-ҡа ағза булып инә. 1952 йылда Мәскәү дәүләт университетын «юрист» һөнәрен алып (ҡыҙыл диплом менән) тамамлай; шулай уҡ уға «юридик фән өлкәһендә ғилми хеҙмәткәр, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыһы» квалификацияһы ла бирелә. Уҡыуын тамамлағандан һу, ул Мәскәү прокуратураһына эш кә йүнәлтелә — тәфтишсе булып Сокольники районы нда хеҙмәт юлын башлай.
Белозеров шул осорҙ, «Белем» йәмғиәтендә уҡыта, юридик лекциялар уҡый — Мәскәү урта махсус милиция мәктәбе курсанттарын уҡыта. 1955 йылда был мәктәптә енәйәт процесы буйынса өлкән уҡытыусы һәм Мәскәү милицияһында практика үткән курсанттарҙың практика етәксеһе була. Һуңынан ул РСФСР Йәмәғәт тәртибен һаҡлау министрлығы (МООП) аппаратына күсерелә, артабан Ю. Н. Белозеров СССР Эске эштәр министрлығы уҡыу йорттары кадрҙары идаралығының өлкән инспекторы була. 1960-сы йылдарҙа Белозеров СССР Эске эштәр министрлығының Омск урта махсус милиция юғары мәктәбен (бөгөн — Рәсәй Эске эштәр министрлығының Омск академияһы) үҙгәртеп ҡоролоуҙа ҡатнаша; шулай уҡ 1967 йылда асылған СССР ЭЭМ-ының Волгоград Юғары тәфтиш мәктәбен ойоштороуҙа ҡатнаша (бөгөн — Рәсәй Эске эштәр министрлығының Волгоград академияһы),. Омск ҡалаһындағы Милиция юғары мәктәбе өсөн кадрҙар табыу, шулай уҡ — Эске эштәр министрлығы Юғары мәктәбенә кадрҙар йүнәлтеү менән шөғөлләнә.
Ғилми һәм белем биреү эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1969 йылда Белозеров СССР Эске эштәр министрлығының Юғары мәктәбенең социологик методтарҙы тикшереү, енәйәттәрҙе киҫәтеү һәм асыу лабораторияһында өлкән ғилми хеҙмәткәр була. 1972 йылдың июль айында «Законность и обоснованность возбуждения уголовного дела» темаһына юридик фәндәр кандидаты Александр Чувилев етәкселеге аҫтында һәм профессор Владимир Чугунов ярҙамында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай — юридик фәндәр кандидаты булып китә. Белозеров «Социалистическая законность», «Следственная практика», «Советская милиция» журналдарында үҙ хеҙмәттәрен баҫтырып сығара.
Белозеров СССР ЭЭМ-ының Юғары мәктәбенең махсус факультетының енәйәт процесы кафедраһында эшләй, доцент позицияһын биләй. 1975 йылда ул Мәскәү милиция юғары мәктәбенең (бөгөн — Эске эштәр министрлығы университеты) енәйәт поцесы кафедраһы начальнигы Карнеева Лидиның урынбаҫары була. Унан һуң, 1980 йылдың октябрендә, Мәскәү юридик ситтән тороп уҡыу филиалының (МФЮЗО) енәйәт процесы кафедраһы начальнигы була һәм был вазифаһында 1994 йылға тиклем ҡала. Бынан тыш, СССР Эске эштәр министрлығының кадрҙар идаралығы ҡарамағында ойошторолған методик комиссияһы составында тора. Шулай уҡ Мәскәү юридик ситтән тороп уҡыу филиалының (МФЮЗО) ғилми советы ағзаһы, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Юридик институтының да ғилми советы ағзаһы була.
Белозеров 1997 йылда «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы» исеменә лайыҡ була; 2006 йылдың ғинуарында II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн»орденының миҙалы менән бүләкләнә . Эске хеҙмәт полковнигы. 2019 йылдың 5 февралендә Мәскәүҙә вафат була һәм Белозеров Троекуров зыяратында ерләнә.
Эштәре
үҙгәртергәЮрий Белозеров йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы һәм авторҙашы булып тора (250-нән ашыу баҫма биттәрендә), шул иҫәптән енәйәт суды мәсьәләләре буйынса 10 монография авторы; ул ҡырҡтан ашыу кандидатлыҡ диссертацияларының ғилми етәксеһе булып тора:
- «Дознание в органах милиции и его проблемы» (1972, в соавт.);
- «Органы дознания и предварительного следствия МВД и их взаимодействие» (1973, в соавт.);
- «Проблемы обеспечения законности и обоснованности возбуждения уголовного дела» (1973, в соавт.);
- «Законность и обоснованность возбуждения уголовных дел органами внутренних дел» (1988, в соавт.),
- «Обеспечение прав и законных интересов личности в стадии возбуждения уголовного дела» (1994, в соавт.)
- «Возбуждение уголовного дела» (1976)
Иҫкәрмә
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Михайлов, В. А. Памяти Заслуженного юриста Российской Федерации профессора Юрия Николаевича Белозерова, 24.08.1929 — 05.02.2019 / В. А. Михайлов // Публичное и частное право. — 2019. — № 1. — С. 7—11.
- Михайлов В. А. 85-летие заслуженного юриста Российской Федерации профессора Юрия Николаевича Белозерова // Вестник Московского университета МВД России. — 2014. — В. 12. — ISSN 2073-0454.
- Видные ученые-юристы России (Вторая половина XX века) : энцикл. словарь биографий : по состоянию на 1 авг. 2004 г. / Рос. акад. правосудия; под ред. В. М. Сырых. — Москва : Рос. акад. правосудия, 2006. — 547 с. : портр.; 30 см; ISBN 5-93916-056-5.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Юрий Николаевич Белозеров (неопр.). law.edu.ru. Портал «Юридическая Россия» (27 августа 2010). Дата обращения 3 декабря 2019.
- Россинский С. Б. Не стало профессора Юрия Николаевича Белозерова (неопр.). iuaj.net. Международная ассоциация содействия правосудию (МАСП) (7 февраля 2019). Дата обращения 3 декабря 2019.