Белов Фёдор Антонович

Белов Антонович Фёдор (8 июнь (21 июнь) 1910 йыл29 август 1996 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Дан орденының тулы кавалеры.

Белов Фёдор Антонович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 8 (21) июнь 1910
Тыуған урыны Һаҡмар районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР
Вафат булған көнө 29 август 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Ырымбур өлкәһе, Рәсәй
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Фёдор Антонович Белов 1910 йылдың 8 июнендә хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һаҡмар районы Беловка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Башланғыс мәктәпте тамамлай. Ҡарағанда өлкә нефть һатыу компанияһында ҡабул итеүсе- тапшырыусы булып эшләй[1].

1942 йылдың июнь айынан хәрәкәт итеүсе армияла. Төп ғәскәр төрҙәренең фронт эргәһендәге кесе командирҙар курсын тамамлағандан һуң Ленинград фронтының 382-се уҡсылар дивизияһына ебәрелә. Аҙағыраҡ 120-се Гатчина уҡсылар дивизияһында бронебойщик була. Нарва өсөн барған яуҙа ике дошман бронетранспортерын юҡ иткәне өсөн 3-сө дәрәжә Дан орденына тәҡдим ителә.

1945 йылдың ғинуары аҙағында Одер йүнәлешендәге плацдарм өсөн барған яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

Найссе ҡалаһы өсөн барған алыштарҙа, дошман контратакаһын кире ҡағып, станковый пулеметтан ут яуҙырып, дошмандың үҙйөрөшлө ҡоролмаһын сафтан сығара. Ошо батырлығы өсөн наградаға тәҡдим ителә, ләкин 1-се дәрәжә Дан ордены уға тик 1969 йылда ғына тапшырыла.

Еңеү Көнөн Ф. А. Белов Прага янында ҡаршы ала. 1945 йылдың ноябрь айында старшина[2] званиеһында демобилизациялана.

Тыуған ауылына ҡайта. «Ленин» колхозында эшләй.

Шулай уҡ 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, миҙалдар, шул иҫәптән «Батырлыҡ өсөн» һәм «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Дан ордены
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
  • «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Белан П. С., Потапов А. В., Честнов С. И. Доблесть солдатская. — Алма-Ата, 1974. — С. 39—41.
  2. Кавалеры ордена Славы трех степеней, Краткий биографический словарь. — М., Военное изд-во, 2000.
  3. Белов Фёдор Антонович : Министерство обороны Российской Федерации. Дата обращения: 14 март 2013. Архивировано 7 апрель 2013 года.