Белицер Вера Николаевна

Вера Николаевна Белицер (1903-1983) - совет ғалиме, тарих фәндәре докторы, этнограф, тәүсығанаҡтарҙы тикшереүсе.

Белицер Вера Николаевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 5 апрель 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Рязань, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2 апрель 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Эш урыны РФА Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институты
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты

Биографияһы үҙгәртергә

1903 йылда Рязань ҡалаһында тыуған .
1925 йылда Мәскәү дәүләт университетының ижтимағи фәндәр факультетында этнология -лингвистика бүлексәһен тамамлаған
1925-1941 йылдарҙа - Мәскәү ҡалаһында Халыҡтарҙы өйрәнеү музейы хеҙмәткәре
1941-43 йылдарҙа - эвакуацияла
1943 йылда Мәскәүҙә СССР Фәндәр Академияһы Этнография институтының (Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институты) аспирантураһына уҡырға инә.
1945 йылда «Удмурттарҙың халыҡ кейемдәре. Этногенезы буйынса материалдар» тигән тема буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай
1945 йылдан алып 1952 йылға тиклем коми-пермяктарҙың төп этнографик төркөмдәре йәшәгән барлыҡ территориялары буйынса этнографик экспедициялар үткәрә.
1959 йылда комиҙарҙың этнографияһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай
1983 йылда Мәскәүҙә вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

В. Н. Белицер Волга буйы һәм Кама буйы халыҡтарының - мордвалар, удмурттар, башҡорттар, коми-зырян, коми-пермяк, сыуаштарҙың этнографияһын тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә.
Иң емешле һөҙөмтәләргә В.Н. Белицер Иҙел һәм Кама буйы халыҡтарының традицион кейемдәрен өйрәнеү өлкәһендә өлгәшә - коми, удмурт, мордва, сыуаш милли кейемдәрен ентекле өйрәнә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре уның бер нисә монографияһында сағылыш тапҡан.


Башҡортостандағы тикшеренеүҙәре үҙгәртергә

Вера Николаевна эҙләнеү эштәрен Волга буйы һәм Урал буйы халыҡтарының бер‑береһенә йоғонтоһон өйрәнеүгә арнай. Башҡортостан буйлап этнографик экспедицияларҙа ҡатнаша: 1937 йылда башҡорттарҙың биҙәү‑ҡулланма сәнғәте, көнкүреше буйынса материалдар йыя.

Башҡорттар араһында йыйған коллекцияһының бер өлөшө (24 предмет) Тарих музейында (Мәскәү), икенсе өлөшө - балалар уйынсыҡтары - Сергиев Посад ҡалаһында Уйынсыҡ музейында һаҡлана [1]

Уның "Ҡурайсы Банат Гастинова" тип аталған фотоһы ла Мәскәүҙең Тарих музейында И 1834-159 һаны менән һаҡлана

В. Н. Белицер СССР Фәндәр Академияһы Этнография институтының "Донъя халыҡтары" серияһы фундаменталь хеҙмәттәрен әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. Һуңғараҡ күп томлы "Дөйөм этнографик очерктар" өсөн "Волга һәм Кама буйы халыҡтары" бүлеген әҙерләй ( П.В. Денисов, Р.Ғ. Мөхәмәҙиева,Р.Ғ. Кузеев , С.Н. Шитова ҡатнашлығында) [2], бында ул Башҡортостан, башҡорттар тураһында ла тикшеренеү мәғлүмәттәрен яҙа.

Галерея үҙгәртергә

 
Белицер В.Н.Ҡурайсы Банат Ғәстинова.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • К вопросу о происхождении бесермян (по материалам одежды) // ТИЭ, н.с. Т.I. М., 1947. С. 183-193.
  • Народное изобразительное искусство коми // КСИЭ. Вып. X. М., 1950. С. 15-28.
  • Народная одежда удмуртов (Материалы к этногенезу) / ТИЭ, н.с. Т.X. М., 1951.;
  • У зюздинских коми-пермяков // КСИЭ. Вып. XV. М., 1952. С. 27-38.
  • Методические описания к полевому сбору материалов по народной одежде // КСИЭ. Вып. XVIII. М., 1953. С. 81-90.
  • Очерки по этнографии народов коми: XIX - нач. XX в. / ТИЭ, н.с. Т.ХLV. М., 1958.
  • Удмурты // Народы европейской части СССР. Серия Народы мира. М., 1964. Т.2.
  • Финно-угорские народы Европейского Севера // Крестьянская одежда населения Европейской России (XIX – начало XX в.). Определитель. М., 1971.
  • Народы Среднего Поволжья и Приуралья // Крестьянская одежда населения Европейской России (XIX – начало XX в.). Определитель. М., 1971.
  • Народная одежда мордвы / ТИЭ, н.с. Т.СI. М., 1973.
башҡорттар тураһында
  • Белицер В.Н. Башкиры.// Советская историческая энциклопедия. В 16 томах. — М.: Советская энциклопедия. 1973—1982. Том 2. БААЛ - ВАШИНГТОН. 1962.[1]
  • У башкирских детей //Советская игрушка. 1938. №6; Башкиры //Очерки общей этнографии. Европейская часть СССР. М., 1968 (авторҙ.)
  • Этнографические параллели в культуре башкир и мордвы //Археология и этнография Башкирии. Т.4. Уфа, 1971.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Козлов В. И. Вера Николаевна Белицер / В. И. Козлов, Т. П. Федянович // Этнографическое обозрение. 1994. № 1. С. 149-152.
  • Федянович Т. П. Исследования В. Н. Белицер финно-язычных народов Поволжья и Приуралья // Этнографическое обозрение. 2004. № 5. С. 112-125
  • М. Зулькарнаев.Этнографические записи В.Н.Белицер - "Ватандаш" 2019 йыл 7 июнь [https://web.archive.org/web/20190607073837/http://vatandash.ru/pics/pdf/2847.pdf архивланған.]

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә