Бевз Иван Васильевич
Бевз Иван Васильевич (17 [30] август 1903 йыл — 13 ғинуар 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украинала партизандар һуғышында һәм партия подпольеһында әүҙем ҡатнаша, Винница ҡалаһы йәшерен партия ойошмаһы етәксеһе, Советтар Союзы Геройы (8.05.1965).
Бевз Иван Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Украинская Народная Республика[d] СССР |
Тыуған көнө | 30 август 1903 |
Тыуған урыны | Темрюк[d], Темрюкский район[d] |
Вафат булған көнө | 13 ғинуар 1943 (39 йәш) |
Вафат булған урыны | Винница, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Үлем төрө | атып үлтереү[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бевз Иван Васильевич Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергә1903 йылдың 17 (30) авгусында Темрюк ҡалаһында (хәҙер Краснодар крайы, Рәсәй) балыҡсы ғаиләһендә тыуа. Урыҫ. 1928 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Әсә менән бергә тәмәке плантацияларында эшләй һәм бер үк ваҡытта башланғыс ике класлы училищела уҡый.
1919 йылда 16 йәшендә үҙ ирке менән Ҡыҙыл Армия сафына инә. Граждандар һуғышында ҡатнаша. Врангель һәм Деникин ғәскәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша.
Демобилизациянан һуң 1927—1929 йылдарҙа Иван Бевз комсомол эше буйынса Жмеринка ҡалаһында була. 1929 йылдан 1937 йылға тиклем — партия эшендә Винница һәм Могилев-Подольский ҡалаларында эшләй, ҡала партия комитеты ағзаһы һәм ҡала советы депутаты итеп һайлана. 1937 йылдан Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем Винница драма театры, ә һуңынан ҡала китапханаһы директоры була.
1941 йылда июлдең беренсе яртыһында Винница КП(б)У-һы өлкә комитетының ҡарары менән И. В. Бевз йәшерен партия ойошмаһы етәксеһе итеп раҫлана. 1941 йылдың 19 июлендә немец-фашист ғәскәрҙәре Винницаны баҫып ала. Йәшерен эшмәкәрлек базаһы булып Депутаттар урамында урынлашҡан Н. К. Крупская исемендәге китапхана тора, унда тикшерелгән, ышаныслы кешеләр эшләй. Уларҙың ҡайһы берҙәре менән И. В. Бевз оккупацияға тиклем үк бәйләнеш булдыра, ә инде оккупацияһынан һуң бер айҙан китапхана барлыҡ хеҙмәткәрҙәре уның башҡарған эштәрен башҡара, ойошмаға яңы кешеләр йәлеп итә. Подпольщиктар радиоалғыстың һәм баҫыу машинкаһын табып, Совинформбюро хәбәрҙәрен баҫтырып, листовкаларҙы халыҡ араһында тарата.
1941 йылдың аҙағында тегеү фабрикаһында, ит комбинатында, водоканалда, тимер юл станцияһында подполье төркөмдәре ойошторола. И. В. Бевз етәкселегендәге йәшерен партия ойошмаһы улар менән етәкселек итеп кенә ҡалмай, өлкәнең Немиров, Турбов, Погребищенск, Казатин, Гейсин һәм Дашевск райондары менән бәйләнеш тота. Был подполье төркөмдәре менән етәкселек итеү өсөн үҙәк төҙөлә, ул 1942 йылдың башында 300-ҙән ашыу подпольщиктан торған 17 төркөмдө берләштерә.
Винница йәшерен партия ойошмаһы халыҡ араһында оккупанттар эшмәкәрлеген өҙөүгә йүнәлтелгән сәйәси һәм агитация эше алып бара. Антифашистик эшмәкәрлектең төп формаһы булып листовкалар әҙерләү һәм таратыу була. 1942 йылдың 23 февралендә И. В. Бевз радио аша тапшырылған Юғары Баш командующийҙың бойорғон яҙып ала, ә китапхана хеҙмәткәре уны 150 дана баҫтырып, ҡала буйынса йәбештереп сыға. Шулай уҡ подпольщиктар тирә-яҡ ауылдарҙағы крәҫтиәндәр араһында ла листовкалар тарата, уларҙы ауыл хужалығы эштәрен саботажлауға, аҙыҡ-түлек әҙерләүҙе өҙөргә саҡыра. Листовкаларҙа улар халыҡ мәҡәлдәрен, таҡмаҡтарын, йор һүҙен оҫта ҡуллана.
1942 йылда Винница подпольщиктары партия үҙәге ҡушыуы буйынса немец армияһы өсөн 100 тонна аҙыҡ-түлек һаҡланған ит комбинатын яндыра. Шулай уҡ улар лагерҙарҙан хәрби әсирҙәрҙең ҡасыуын һәм партизан отрядтарына ҡушылыуын ойоштора, оккупанттар үҙ ихтыяжы өсөн файҙаланырға теләгән бер нисә предприятиены сафтан сығара.
И. В. Бевз 1942 йылдың июлендә бер төркөм иптәше менән фашистар ҡулына эләгә һәм 1943 йылдың 13 ғинуарында атыла. Йәшерен ойошма эшен ҡыйыу комсомолка-подпольщица Ратушная Ляля дауам итә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 8 майындағы указы менән Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән ҡаҙаныштары, батырлығы, ҡаһарманлығы өсөн Винница ҡалаһы йәшерен ойошмаһы етәксеһе Иван Васильевич Бевзға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Наградалары
үҙгәртергәХәтер
үҙгәртергә- Винница һәм Темрюк ҡалаларында, Дан аллеяһында И. В. Бевздың бюсы урынлаштырылған.
- Винницала, йәшерен ойошма штабы урынлашҡан йотрҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
- Винницала һәм Краснодар крайының Темрюк ҡалаһында И. В. Бевз урамы бар.
- Винница ҡалаһында партизандар һәм подпольщиктарға ҡуйылған иҫтәлекле билдәлә И. В. Бевздың исеме сүкеп яҙылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бевз Иван Васильевич . «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 28 май 2011)