Баятлы
Баятлы, шулай уҡ Баятла[1] (рус. Баятла[2]) — Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы территорияһында) Ишембай районы Этҡол ауыл Советы составындағы 1972 йылға тиклем бөтөрөлгән утары.
Баятлы | |
Баятлы | |
Рәсми атамаһы | Баятлы |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ишембай районы һәм Этҡол ауыл советы |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Исеме — урынлашҡан урыны Баятлы яланы буйынса[2].
Ураҙбай ауылынан Әсеяланға барған урман юлы эргәһендә урынлашҡан булған. Шарлама тарлауығынан һуң юл эсендә артабан Лесхоз, Баятлы, Курсук, Әсе Аҡлан, Муйыллы үҙән, Әсеялан, ә артабан Кустан, Бүреҡасҡан, Аҡҡош аҡланы, Туҡмаҡ, Ирғазы, Тызым, Өрөк, Кәлмәй, Гүмәр, Күңелле, Ишора, Илға һ. б. торған[3].
«Башреспублика тораҡ пункттар исемлеге» (Өфө, 1926) белешмәһендә утар тураһында мәғлүмәт юҡ.
Һуғыштан һуңғы БАССР-ҙың административ-территориаль бүленеше белешмәһендә 1952 йылдың 1 июненә ҡарата Баятлы утары Үрге Этҡол ауылынан 4 км алыҫлыҡта тип күрһәтелә.
1970-се йылдар башында Маҡар лесхозының «Һәләүек лесничествоһы» Баятлы ауылынан 25 км алыҫлыҡта ятҡан Үрге Этҡол ауылына күсерелә.
1972 йылдың 1 июленә, 1981 йылдың 1 сентябренә БАССР-ҙың административ-территориаль бүленеше белешмәләрендә иҫәптә тормай.
2019 йылда Этҡол ауыл Советының Баятлы яланында лесхоздың, йәмәғәтселектең, ауыл биләмәһенең 300-ҙән артыҡ вәкиле, мәктәп уҡыусылары һәм ирекмәндәр 100 мең төп ҡарағай һәм ҡарағас үҫентеләре ултырталар[4]
Географик урыны
үҙгәртергәАлыҫлығы:
- район үҙәгенә (Петровское) тиклем: 30 км (1 июнь 1952 йыл), Ишембай ҡалаһына тиклем 35 км (1969 йылдың 1 ғинуары)
- ауыл Советы үҙәгенә (Үрге Этҡол ауылы) тиклем: 4 км (1 июнь 1952 йыл), 10 км (1969 йылдың 1 ғинуары)
- яҡындағы тимер юл станцияһына (Ишембай) тиклем — 24 км (1 июнь 1952 йыл), 35 км (1969 йылдың 1 ғинуары)
Халҡы
үҙгәртергә1969 йылдың 1 ғинуарында 3 кеше йәшәй, башлыса урыҫтар[5].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 июня 1952 года: [справочник] / Президиум Верхов. Совета БАССР; [сост. Н. Ильин, Ш. Файзуллин, М. Курамшин и др.; отв. ред. А. Денисов]. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1953. — 494, [1] с.: табл. преим. — Алф. указ.: с. 398—493. С.344
- Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года: [справочник / ред. А. И. Захаров]. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. — 429, [2] с.: табл. преим. — Алф. указ.: с. 348—430. С.188
- Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 июля 1972 года: [справочник] / Президиум Верхов. Совета Башк. АССР ; [сост. Н. Н. Кириллова, П. Ф. Максимов, М. Х. Мусин; отв. ред. Б. А. Абдрахманов]. — Изд. 6-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1973. — 386, [2] с.: табл. преим., карты. — Алф. указ.: с. 327—387. С.167
- Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 сентября 1981 года: [справочник] / Президиум Верхов. Совета Башк. АССР; [сост. Н. Н. Исаев, З. З. Харрасов, М. З. Шаймуратов; отв. ред. Ф. Ш. Хисматуллин]. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1981. — 382, [2] с.: табл. преим., карты. — Алф. указ.: с. 326—383. С.175
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башкирская АССР, 1969;
- ↑ 2,0 2,1 Сост. А. А. Камалов, Р. З. Шакуров, З. Г. Ураксин, М. Ф. Хисматов; Под ред. А. А. Камалова (отв. ред.) и др. Словарь топонимов Башкирской АССР. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1980. — С. 33. — 199 с.
- ↑ История деревня Аси-Ялань Ишимбайский район Республика Башкортостан — малая родина родной край uistoka.ru
- ↑ Новости районов: учебные сборы в Мраково, 100 тысяч саженцев в Ишимбайском районе и концерт юных музыкантов в Кушнаренково
- ↑ Башкирская АССР, 1969