Башҡортостан хөкүмәтенең теле
Башҡортостан хөкүмәтенең теле — Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бюроһы гәзите. Силәбе ҡалаһында аҙнаһына ике тапҡыр башҡорт телендә (материалдарҙың бер өлөшө — урыҫ телендә) сыға.
Башҡортостан хөкүмәтенең теле | |
гәзит | |
![]() | |
Сығыу йышлығы | аҙнаһына 2 тапҡыр |
---|---|
Ойоштороусы | Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бюроһы |
Баш мөхәррир | Х. Ғ. Ғәбитов, Ғ. Р. Фәхретдинов |
Сыға башлаған | 1918 йыл 20 август |
Тел | иҫке башҡорт теле |
Сығыу туҡтаған | билдәһеҙ |
Типография | «Яңы ваҡыт» |
1918 йылдың 20 авгусында Ырымбур ҡалаһында нәшер ителә башлай. 1918 йылда «Яңы ваҡыт» типографияһында «Хеҙмәтсәндәр төҙөгән йәмғиәт йәшәһен!», «Башҡорт автономияһы йәшәһен!» тигән лозунгтар менән баҫыла. Гәзиттә Башҡорт хөкүмәтенең ҡарарҙарына, бойороҡтарына, большевиктарға ҡаршы материалдарға ла урын бирелә.
Башҡорт хөкүмәте Силәбенән Ырымбурға күскәс, «Башҡорт» һәм «Башҡорт тауышы» гәзиттәрен берләштергән яңы башҡорт милли матбуғат баҫмаһы булараҡ донъя күрә.
Гәзиттә Башҡорт хөкүмәтенең бойороҡтары, ҡарарҙары, большевиктарға ҡаршы мәҡәләләр донъя күрә.
Гәзиттең ябылыу ваҡыты билдәһеҙ.
Мөхәррирҙәре — Х. Ғәбитов, Ғ. Фәхретдинов.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Заки Валиди. Воспоминания. Книга 1. Уфа: Китап, 1994.
- Павлов В. А. Крах буржуазной прессы Урала 1917 года // Вопросы истории печати. Свердловск, 1974.
- Янаби Т. Башкирская периодическая печать. 1919—1929 гг. // Десять лет на культурном фронте: Сб. ст. — Уфа, 1929.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә «Башҡорт хөкүмәтенең теле» гәзите
- Башҡортостан хөкүмәтенең теле // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (рус.)
- «Башҡортостан» гәзитенә — 95 йыл. «Башҡортостан» (2012-03-12). 17 апрель 2015 тикшерелгән.
- "Башҡортостан"дың һүҙе үтте / Ризван ХАЖИЕВ
- Энциклопедия Челябинск
- Башкортостан. 12 март