Башкиров Алексей Иванович

Башкиров Алексей Иванович (24 июль 1915 йыл — 12 апрель 2002 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Дан орденының тулы кавалеры.

Башкиров Алексей Иванович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 24 июль 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Яшпашел[d], Q47089286?, Спас өйәҙе[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 12 апрель 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Тольятти, Һамар өлкәһе, Рәсәй
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Алексей Иванович Башкиров 1915 йылдың 24 июлендә Ҡазан губернаһы (хәҙерге Татарстан республикаһының Спас районы) Иж-Борискино ауылында хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бик иртә әсәһеҙ ҡала, атаһын репрессиялайҙар. Башланғыс мәктәпте тамамлай. Колхозда трактор бригадаһында иҫәпсе булып эшләй, артабан трактор бригадаһын етәкләй.

1941 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, башта Новокуйбышевск ҡалаһында химия заводында эшләй, 1942 йылдың июнь айынан — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.

57-се гвардия уҡсылар дивизияһының 128-се гвардия артиллерия полкында орудие наводчигы булып хеҙмәт итә.

1943 йылдың 30-31 октябрендә һөжүм алыштарында Днепрҙың уң ярында Новопокровка тораҡ пунктынан (Днепропетровск өлкәһе Солонянск районы) төньяҡ-көнбайыштараҡ гваhдия кесе сержанты Башкиров үҙенең расчеты менән 3 пулемётты юҡҡа сығара, күҙәтеү пункттарында бер взводҡа яҡын дошман һалдатын тар-мар итә. Артабанғы алыштарҙа дошман орудиеһын сафтан сығара һәм 20-нән ашыу дошман һалдатын юҡ итә.

1945 йылдың 29 ғинуарында орудие расчеты менән командалыҡ итеп, өлкән сержан дошмандың терәк пунктының ут нөктәләрен баҫтыра. 1945 йылдың 30 ғинуарында ҡала яны Шверин ҡалаһы (хәҙер Сквежина, Польша) тирәһендә контратаканы кире ҡаҡан саҡта расчет менән берлектә бронемашинаны 10-ға тиклем дошман һалдаттарын юҡҡка сығара.

1945 йылдың 19 апрелендә Мюнхеберг өсөн алыштарҙа дошман контратакаһын кире ҡаҡан саҡта 2 пулемёт нөктәһен һәм 15 тиклем автоматсыларҙы юҡ итә. Штурмлаусы төркөм сафында Берлин урамдарында тура наводка менән танкка ҡаршы орудиены, 2 дзотты сафтан сығара һәм 10 дошман һалдатын тар-мар итә.

1945 йылда демобилизациялана. Тыуған ауылына ҡайтып, МТС-та бригадир булып эшләй.

1969 йылда Тольятти ҡалаһына йәшәү өсөн күсә, "Автоваз"да хәрбиләштергән охранала эшләй. 2012 йылдың 12 апрелендә вафат була.

8 балаһы, 25 ейәне, 12 бүләһе бар.

Наградалары

үҙгәртергә
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1487381-се һанлы) — 15.03.1985;
  • 3-сө дәрәжә Дан ордены (5393-се һанлы) — 25.12.1943
  • 2-се дәрәжә Дан ордены (25465-се һанлы) — 9.4.1945
  • 1-се дәрәжә Дан ордены (1272-се һанлы) — 15.5.1946
  • Миҙалдар
  • Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.