Бахмур (тау)
Бахмур — Силәбе өлкәһе Әшә районындағы тау түбәһе. Әшә районының иң бейек нөктәһе.[1]
Бахмур | |
---|---|
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 874 м |
Урынлашыуы | |
54°46′10″ с. ш. 57°30′54″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
РФ субъекты | Силәбе өлкәһе |
Тау системаһы | Көньяҡ Урал |
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәТау ылыҫлы урман менән ҡапланған. Шулай уҡ бейеклеккә 1,5 тапҡырға еткән юғары үләндәр ҙә бар. Тау итәгендә таш йылға бар. Таштары мүк һәм лишайниктар менән ҡапланған. Улар аҫтында - Әтә йылғаһының ер аҫтындағы йырҙағы. Ошонда уҡ бер нисә тау шишмәһен бар, уларҙа тауға күтәрелеү алдынан эсәр һыу алырға мөмкин.
Түбәһендә асыҡ һауаға ҡатламташтар сығып тора, таштан һалынған ышыҡтар бар, унда һыу ҡояштан йәшенергә мөмкин.
Тау түбәһенә менеү ауыр түгел, шуға күрә походҡа балалар менән дә барырға мөмкин. Бахмур түбәһенән матур панорама асыла: һаҙлыҡтар, күлдәр , Баҫҡаҡ, Генерал һәм Йүкәле тауҙары күренә. [2]
Географик урыны
үҙгәртергәӘтә йылғаһының үрге аҡҡан урындарҙа Баскаҡ һыртынан көнбайышҡа табан урынлашҡан. Әшә ҡалаһынан - 30 саҡрым, Силәбенән - 320 км, Өфөнән 90 км ара.
Флора
үҙгәртергәБахмур тауы битләүҙәрендә һирәк осрай торған үҫемлектәр үҫә: урал цицербитаһы (эндемик), айыу һуғаны; түбәһендә урал ҡамғағы осрай. Тау ылыҫлы-киң япраҡлы урмандар менән ҡапланған. Урман яһаусы ағас тоҡомдары: шыршы, пихта, ҡайын, ҡарама. Тәпәш урманда миләш, йүкә күп. Үҫемлектәр япмаһы ла бай: урман аҡландарында һәм болондарында клевер, мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, сатырлы үҫемлектәр үҫә. Ҡайһы бер үләндәрҙең бейеклеге 1,5 метрға тиклем етә.
Бахмур тауы түбәһендә 2 гектар майҙанлы Әтә һаҙлығы урынлашҡан. Торф ҡатламының ҡеүәте 0,5 метр. Һаҙлыҡ ситтәре буйлап карлик ҡайын , арктик ива, сыбар бармаҡтымыр, мораҡ, ысыҡ үләне, инглиз ысыҡ үләне (Көньяҡ Уралда һирәк осраған төр), мүк еләге, күк көртмәле һәм башҡалар үҫә.[3]
Этимологияһы
үҙгәртергәБахмур тауының атамаһы башҡортса мәхмүр һүҙенән килеп сыҡҡан тиҙәр. Мәхмүр һүҙе ғәрәп теленән килгән һәм иҫерек булыу тигәнде аңлата.[1][4] Махмүр- (рус«упоённый») «хозурланған», мәҫәлән, үзбәк шағиры-сатирик Махмурҙың псевдонимы шул мәғәнәлә алынған. «Бағмыр»- ҡайһы бер диалекттарҙа ҡымыҙ ҡуры тигәнде аңлата (ҡур-закваска) [5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Наш Урал
- ↑ туристический портал Челябинской области
- ↑ ашинский сайт
- ↑ Арабские и персидские слова в башкирском языке (А.Г.Биишев, 2009)
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге, 1 т.