Әшә (ҡала)
Әшә — Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһендә Әшә районында урынлашҡан ҡала. Әшә районы административ үҙәге[3].
Әшә | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1898 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Аша-Балашовский завод һәм Ашинский |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Ашинское городское поселение[d][1] һәм Әшә районы |
Административ-территориаль берәмек | Ашинское городское поселение[d], Әшә районы, Златоуст өйәҙе, Силәбе өлкәһе һәм Әшә районы |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 27 442 кеше (2023)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 140 метр |
Майҙан | 32,4 км² |
Почта индексы | 456010 |
Рәсми сайт | asha-gp.ru |
Урындағы телефон коды | 35159 |
Әшә Викимилектә |
Ҡаланы барлыҡҡа килтергән предприятие: Әшә металлургия заводы[4].
Географияһы
үҙгәртергәҠала өлкәнең көбайышындағы иң ситке өлөшөндә, Башҡортостан Республикаһы сигендә нигеҙләнгән. Ул Ҡаратау итәгендә, Эҫем йылғаһы буйында (Ағиҙелгә ҡойған йылға), Силәбе ҡалаһынан 377 км көнбайыштараҡ урынлашҡан. Ошо урында Эҫемгә Әшә йылғаһы килеп ҡушыла.
Куйбышев тимер юлының Мәскәү — Силәбе һыҙатында урынлашҡан Әшә станцияһы.
Этимологияһы
үҙгәртергәАтамаһы буйынса ике фараз йәшәй. Береһе топонимды «аша» һүҙе менән бәйләй, йәнәһе, тауҙар аша аҡҡан йылғаға Аша (Әшә) атамаһы бирелгән[5]. Икенсе фараз атаманы шулай уҡ башҡорт һүҙе — асы (әсе) менән бәйләй, йылға башта документтарҙа Асы тип яҙып алынған булған.
Тарихы
үҙгәртергәҠала 1898 йылда Әшә-Балашово суйын иретеү заводы төҙөү айҡанлы барлыҡҡа килә, 1933 йылдың 20 июненән — ҡала, 1963 йылдың 1 февраленән — өлкәгә буйһоноулы ҡала. Ҡала көнө июлдең өсөнсө шәмбеһендә үткәрелә. 1998 йылда ҡаланың 100 йыллығын билдәләнеләр.
2012 йылда ҡала янында Уралда тәүге тапҡыр дикобраз теше табылған, уны яҡынса 120 мең йыл элек йәшәгән тип иҫәпләп сығарғандар. Элек бында ул йәнлек бер ҡасан да йәшәмәгән тип һаналған[6].
Халҡы
үҙгәртергә2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[7] ҡалаһы араһында [8] 375-се урында була
Климаты
үҙгәртергәУртаса климат. Йылына уртаса 577 мм яуым-төшөм була. Иң йылы ай — июль, уртаса температураһы 19,3 ° C, иң һалҡыны — ғинуар, уртаса температураһы −13,7 °C.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 5,8 | 9,2 | 14,3 | 30,9 | 36,2 | 38,3 | 38,6 | 38,5 | 33,4 | 26,8 | 14,7 | 5,0 | 38,6 |
Уртаса максимум, °C | −9,5 | −7,7 | −0,4 | 11,0 | 20,1 | 24,6 | 25,5 | 22,8 | 16,8 | 7,7 | −1,7 | −6,7 | 8,6 |
Уртаса температура, °C | −13,7 | −12,6 | −5,8 | 5,2 | 13,1 | 18,0 | 19,3 | 16,5 | 10,9 | 3,6 | −4,8 | −10,4 | 3,4 |
Уртаса минимум, °C | −18,5 | −17,8 | −11,2 | 0,2 | 6,6 | 11,8 | 13,5 | 11,0 | 6,2 | 0,3 | −8,1 | −14,6 | −1,6 |
Абсолют минимум, °C | −48,5 | −43,5 | −34,4 | −29,7 | −9,7 | −1,2 | 1,4 | −0,6 | −6,8 | −25,6 | −35,1 | −45 | −48,5 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 45 | 37 | 26 | 34 | 37 | 58 | 61 | 60 | 53 | 62 | 53 | 51 | 577 |
Сығанаҡ: Погода и климат |
Иҡтисады
үҙгәртергәӘшә заводтары: Әшә металлургия заводы, яҡтылыҡ техникаһы (электроарматура), урман-химия комбинаты (1932 йылда төҙөлгән), төҙөлөш материалдары етештерелә. Леспромхоз 2004 йылда ябылған.
1990-сы йылдарға тиклем тар колеялы тимер юл эшләп килгән, ул ағас сығарыуға тәғәйенләнгән булған[9].
Мәҙәниәте
үҙгәртергәҠалала индустриаль техникум, Көньяҡ-Урал дәүләт университеты филиалы, тәбиғәт музейы, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм музей-күргәҙмә үҙәге бар[10].
«Металлург» футбол клубы эшләй. Әшәнән йыраҡ түгел Атъегәрҙәк тау курорты урынлашҡан, Йүкәле Тау — Силәбе өлкәһенең ҡурсыулы тәбиғәт объекты тип иғлан ителгән
Киң мәғлүмәт саралары
үҙгәртергәТелевидение (эфир)
үҙгәртергә- Россия 1 — 4 ТВК
- Первый канал (Россия) — 9 ТВК
- РЕН ТВ — 12 ТВК
- НТВ — 23 ТВК
- Матч ТВ — 26 ТВК
- Пятый канал (Россия) — 28 ТВК
- ОТВ (Силәбе) — 38 ТВК
Радио тапшырыуҙары (FM)
үҙгәртергә- 99,8 FM — Радио Дача
- 101,8 FM — Love Radio
- 103,2 FM — Авторадио
Пресса
үҙгәртергәӘшәлә 1930 йылдың 3 октябренән «Стальная искра», 2000 йылдан «Заводская газета», 1991 йылдың 18 апреленән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Пёстрый мир» гәзиттәре сығып килә.
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Оценка численности постоянного населения на 1 января 2023 года и в среднем за 2022 год и компоненты её изменения (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ) — 2023.
- ↑ Распоряжение Правительства РФ от 29 июля 2014 года № 1398-р «Об утверждении перечня моногородов»
- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — Әшә-Балашов заводы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2019)
- ↑ Неизвестная Әшә 2012 йыл 21 февраль архивланған.
- ↑ На Урале найден зуб древнего дикобраза, которому более 120 тысяч лет . Вечерняя Москва (12 ғинуар 2013). Дата обращения: 2 февраль 2013. Архивировано из оригинала 15 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 15 ғинуар архивланған.
- ↑ с учётом городов Крыма
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
- ↑ Узкоколейные железные дороги Челябинской области(недоступная ссылка) // infojd.ru
- ↑ г. Әшә Ашинский муниципальный район Силәбе и города Силәбеой области 2012 йыл 25 июль архивланған. // chelindustry.ru (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2009)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Аша — описание города в энциклопедии Ашинского района
- Аша // Города России: энциклопедия. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1994. — С. 31. — 559 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-85270-026-6.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт администрации Ашинского городского поселения 2019 йыл 18 сентябрь архивланған.
- Фотографии города Аша
- Музеи города