Күбәкәй
(Бахарево (Сафакүл районы) битенән йүнәлтелде)
Күбәкәй (рус. Бахарево) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районындағы ауыл.
Ауыл | |
Күбәкәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Бахарево
Тарихы
үҙгәртергәЫрымбур губернаһы Силәбе өйәҙе составында була. Революциянан һуң Башҡортостан мөхтәриәтенең (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Ялан кантоны составына керә.
1922 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, ауыл Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда ауыл яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе |
---|
2010[1] |
246 |
2010 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса татарҙар (85,8 %), башҡорттар (7,1 %), урыҫтар — (7,1 %) йәшәй.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Шәрипов Рамаҙан Шәрип улы (1892—1937) — хәрби эшмәкәр. 1-се Башҡорт кавалерия полкы командиры. РСФСР-ҙың Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1921).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области . Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.