Бастак (ҡурсаулыҡ)
«Бастак» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы (рус. Государственный природный заповедник «Бастак») 1997 йылда Йәһүд автономиялы өлкәһе территорияһында ойошторола. Ул Биробиджан ҡалаһынан төньяҡта, Хабаровск крайының Хабаровск районы менән Йәһүд автономиялы өлкәһенең административ сигенә тиклем арала урынлашҡан. Ҡурсаулыҡтың территорияһы Бурея һыртының көньяҡ-көнсығыш армыттарын һәм Урта Амур уйһыулығының төньяҡ ситен үҙ эсенә ала.
«Бастак» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 127094,5 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1997 йыл |
Урынлашыуы | |
48°56′37″ с. ш. 133°07′13″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Йәһүд автономиялы өлкәһе |
Яҡындағы ҡала | Биробиджан |
bastak-eao.ru | |
Бастак Викимилектә |
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 21 апрелендәге «Бастак дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы территорияһын киңәйтеү тураһында» 302-се һанлы Указына ярашлы, ҡурсаулыҡҡа элекке «Забеловский» өлкә ҡурсаулығы (майҙаны 35323,5 гектар) ҡарай. 2014 йылдың 13 мартында Рәсәй премьер-министры Дмитрий Медведев Йәһүд автономиялы өлкәһенең 35,3 мең гектар ерен Бастак дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһенә индереү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуя[1].
Әлеге ваҡытта ҡурсаулыҡ биләмәһе дөйөм майҙаны 127094,5 гектар тәшкил иткән ике айырым урынлашҡан биләмәнән тора. 2002 һәм 2003 йылдарҙа ҡурсаулыҡ сиктәрендә һаҡ зонаһы булдырыла, ул Йәһүд автономиялы районы сиктәрендә 15 390 гектар һәм Хабаровск крайында 11 160 гектар тәшкил итә.
Рельефы
үҙгәртергәҠурсаулыҡ территорияһының рельефы төрлө булыуы менән айырылып тора. Уның формалашыуы ике тектоник структура — боронғо кристаллы Буреин массивы һәм Сихотэ-Алинь йыйырсыҡлы системаһының берләшеүе менән бәйле. Һөҙөмтәлә ҡурсаулыҡ территорияһы таулы һәм тигеҙ өлөштәргә бер тигеҙ тиерлек бүленә.
Тауҙар ҡурсаулыҡтың төньяҡ-көнбайыш өлөшөн биләй, улар Хинган-Бурея тау системаһының көньяҡ-көнсығыш армыттарынан тора.
Ҡурсаулыҡтың төньяҡ өлөшөнөң рельефы бейеклеге 800 метрҙан ашыу булған урта таулыҡ. Иң бейек түбәләре — Байдыр (1207 м), Туколали тауы (1103 м), Балябин тауы (893 м). Көньяҡта таулы ерҙәр 400—500 метрға тиклем һәм унан да түбәнерәк төшә. Ҡурсаулыҡтың төп түбән тау түбәләре — Каменушка (668 м), Скалистая (636 м), Круглай тауы (451 м), Осиновая тауы (413 м), Дубовая тауы (210 м).
Гидрографияһы
үҙгәртергәЙылға селтәре бик тармаҡлы. Ҡурсаулыҡтың бөтә йылғалары Амур йылғаһы бассейнына инә, атап әйткәндә, уның ике ҡушылдығы — Бира һәм Тунгуска йылғалары. Ҡурсаулыҡта, көньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге йылғаларҙан тыш, тау йылғалары өҫтөнлөк итә.
Төп һыу ағымдарының (йылғалар һәм шишмәләр) оҙонлоғо 10 км-ҙан кәмерәк. Аҙ һанлы күлдәренең майҙаны 1 км² тиклем тәшкил итә. Таулы өлөштә йылғалар күп,ә тигеҙлектә әҙерәк. Иң ҙур йылғалары: Бастак (ҡурсаулыҡта оҙонлоғо 63 км), Оло Сореннак (43 км), Глинянка (35 км), Кирга (31 км), Икура (26 км).
Йылғаларҙа яҙғы ташҡын һиҙелмәй. Йәйге муссон ямғырҙары осоронда һыу баҫа.
Ҡурсаулыҡ күлдәре бәләкәй. Һыу өҫтө майҙаны 1 км²-ҙан кәмерәк булған һыу ятҡылыҡтары бар. Күлдәр тигеҙлектә генә урынлашҡан.
Бастак, Оло Сореннак, Глинянка йылғалары бассейндарында бөтә ерҙә лә мәңгелек туңлыҡ.