Барҙы

(Барҙы ауылы битенән йүнәлтелде)

Барҙы (Барда, Барҙа, Ҡажмаҡты[2]; рус. Барда) — Пермь крайы Барҙы районындағы башҡорттар нигеҙ һалған ауыл.

Ауыл
Барҙы
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Барҙы районы

Координаталар

56°55′38″ с. ш. 55°35′28″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1740

Халҡы

8826 человек (2010)

Конфессиональ составы

ислам, атеистар

Этнохороним

барҙалар, барҙымдар[1]

Телефон коды

+7 34292

Почта индексы

618150

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 204 807 001

ОКТМО коды

57 604 407 101

ГКГН номеры

0013220

Барҙы (Рәсәй)
Барҙы
Барҙы
Барҙы (Пермь крайы)
Барҙы

Барҙы районы музейында, Барҙы ауылына 1740 йылда нигеҙ һалынған, тигән мәғлүмәт бар. Был кәм тигәндә 100—150 йылға кәметелгән, йәиһә икенсе райондағы Барҙыға ҡараған һан был. Барҙының йәшен билдәләү өсөн уға нигеҙ һалыусыларҙы белергә кәрәк. Халыҡ телендә уларҙы «ун бер Әхмәт» тип йөрөтәләр. Маркс урамы элек Барҙыла «Әхмәттәр урамы» тип аталған. Әлегә беҙгә был данлыҡлы кешеләрҙең тик береһенең генә исеме билдәле. Ул – Ғәйнә улусының атаҡлы старшинаһы Туҡтамыш Ишбулатовтың олатаһы Байбулат. Был исем Ғабдулла Һөйәрғолов һөйләп яҙҙырған шәжәрә-риүәйәттән билдәле. Әммә унда Байбулаттың Барҙыға нигеҙ һалыуы тураһында әйтелмәй. Барҙыға нигеҙ һалыусыларҙың береһе — Байбулат үҙен: «Беҙ Болғар иленән, Кама аръяғынан», — тип әйтә торған булған.

Ойконимия

үҙгәртергә

Ғәйнәне ойошторған Барҙы атамаһына килһәк, уның мәғәнәһен урыҫ ғалимы А. Матвеев, балыҡ исеме «бәрҙе»нән алынған, тип яҙа. Әммә был аңлатманы етдигә һанап булмай. Ғәйнә кеүек, Барҙының да эҙе тәрәнгә барып тоташа. Был исемде йөрөткән ауылдар ҙа байтаҡ. Әзербайжанда район үҙәге, Урта Азияла ауыл, Пермь өлкәһенең Кишерть районында шундай исемле ауыл һәм йылға, Ҡариҙел йылғаһы буйында Барҙы һырты бар. Элекке Дыуан улусында Юғары Бартым, яһаҡлы сирмештәр йәшәгән Яңы һәм Түбәнге Барҙы ауылдары булған. Иҫке төрки телендә яҙылған китаптарҙа «вә-әл-әрдә», «вә-әл-әрди», «фи-әл-әрди» һүҙҙәре осрай. Һуңғыһындағы «фи» киҫәген «б»ға алыштырһаң (ғәрәп телендә шулай әйтелә), йәнә «Бәрҙе» килеп сыға. Ләкин был һүҙ «бәрҙе» балығын түгел, ә хөкүмәт йәки етәксе орган тигән мәғәнәне бирә. Шунан сығып, беҙ Барҙы (бөгөнгөһө генә түгел, ә археологик иҫтәлеккә әүерелгәндәрен дә индереп) үҙе тирәһендәге төбәк өсөн мәркәз ролен үтәгән, тип әйтә алабыҙ.

Барҙы атамаһының этимологияһын «барҙы-барлы» рәүешле лә аңлатып була. Был осраҡта ул барлыҡ-байлыҡҡа эйә кеше тигән мәғәнәне, ҡәбилә-ырыу исемен белдерә. Барҙы, Ҡаҙмаҡты һәм Барҙы районында аҡҡан Тол йылғаһы тураһында, уларҙың исемдәре хаҡында күп бәхәс алып барыла. 1980 йылда Өфөлә «Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар», 1983 йылда Ҡаҙанда «Пермские татары», 1987 йылда «Татар халыҡ ижады. Риүәйәттәр һәм легендалар» тигән китаптар баҫылып сыҡты.

1869[3] 1897[4] 1959[5] 1970[6] 1979[7] 1989[8] 2002[9] 2010[10]
1 619 2 099 3 881 4 977 5 803 7 667 8 490 8 826

Милли составы

үҙгәртергә

Милли состав (2002): башҡорттар — 62,6%, татарҙар — 31,3%, урыҫтар — 5,0%.[11]

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Панорама

үҙгәртергә
 
Барҙы ауылының панорамаһы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Городецкая И. Л., Левашов Е. А.  Барҙы // Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: АСТ, 2003. — С. 41. — 363 с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-016914-0.
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 363. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. http://www.prlib.ru/elfapps/pageturner2d/viewer.aspx?orderdate=18.03.2013&DocUNC_ID=5220&Token=Wl7VTpw5QK+w2CfRXs033Q==&lang=ru-RU Пермь губернасы торак урыннары исемлеге, 174-нче бит, №4220
  4. Насѣленныя места Россійской имперіи въ 500 и болѣе жителей, 1897
  5. Перепись 1959 года
  6. Перепись 1970 года
  7. Перепись 1979 года
  8. Перепись 1989 года
  9. База микроданных Всероссийской переписи населения 2002 года 2019 йыл 12 июль архивланған.
  10. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. (недоступная ссылка)
  11. ВПН-2002 2019 йыл 12 июль архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә