Банников Василий Васильевич

Банников Василий Васильевич (1 ноябрь 1925 йыл — 12 декабрь 1951 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Дан орденының тулы кавалеры.

Банников Василий Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1 ноябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Ергән, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 12 декабрь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (26 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Ерләнгән урыны Өфө
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Василий Васильевич Банников 1925 йылдың 1 ноябрендә Стәрлетамаҡ кантоны[1] Ергән ауылында тыуған. Мордва. Тулы булмаған урта белемле. 1944 йылдан КПСС ағзаһы. Хәрби хеҙмәткә тиклем колхозда эшләгән.

Совет Армияһына Мәләүез районы хәрби комиссариаты тарафынан 1943 йылдың февралендә саҡырыла.

Артиллерия училищеһы янында ҡыҫҡартылған курстарҙы тамамлай. 1943 йылдың февраленән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ике тапҡыр яралана һәм бер тапҡыр контузия ала.

1945 йылда старшина Василий Банников демобилизациялана. Өфө ҡалаһында йәшәй.

1951 йылдың 12 декабрендә хәрби госпиталдә вафат була. Өфө ҡалаһында ерләнгән.[2].

Батырлығы

үҙгәртергә

1944 йылдың 11 апрелендә 82-се айырым гвардия танкыға ҡаршы истребителдәр дивизионының (74-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 8-се гвардия армияһы, 3-сө Украина фронты) орудие расчеты командиры гвардия сержанты Василий Банников Украинаның Одесса өлкәһе Овидиополь ҡалаһының көньяҡ-көнбайышында барған һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. Уҡсы подразделениеларҙың һөжүменә ҡушылып ул һалдаттары менән биш пулемёт нөктәһен юҡҡа сығара, взводҡа яҡын гитлер һалдатын юҡ итә. 1944 йылдың 13 апрелендә шул уҡ урында дошман контратакаларын кире ҡаҡҡанда расчеттың башҡа номерҙары сафтан сыға. Гвардия сержанты Банников бер үҙе дошманға ут яуҙырыуын дауам итә. Дошмандың биш пулемётын һәм егерменән артыҡ һалдатын юҡ итә.

1944 йылдың 8 июнендәге приказ менән немец-фашист баҫҡынсыларына ҡаршы һуғыштарҙа командование заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия сержанты Банников Василий Васильевич 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 64990).

1944 йылдың 6 авгусында Польшаланың Магнушев ҡалаһы янында 82-се айырым гвардия танкыға ҡаршы истребителдәр дивизионының (74-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 8-се гвардия армияһы, 1-се Белоруссия фронты) батыр гвардеец үҙе командалыҡ иткән расчет менән штурм орудиеһын яндыра. 1944 йылдың 12 авгусында өс дошман танкыһы совет подразделениеларының хәрби рәттәренә бәреп инә. Ҡурҡыу белмәҫ яугир-артиллерист танкыларҙың береһен сафтан сығара, ә ҡалғандары кире сигенә.

1944 йылдың 10 сентябрендә немец-фашист баҫҡынсыларына ҡаршы һуғыштарҙа командование заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн приказ менән гвардия сержанты Банников Василий Васильевич 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 4199).

1945 йылдың 21-24 апрелендә Гитлер Германияһының баш ҡалаһы Берлинда барған урам һуғыштарында гвардия өлкән сержанты Василий Банников командалыҡ иткән орудие расчеты батырлыҡ күрһәтә. Улар ете ут нөктәһен, һигеҙ дотты һәм егерменән артыҡ гитлерсыны юҡ итә. 1945 йылдың 30 апрелендә Банниковтың орудие расчеты штурм төркөмөнә ярҙам итеп бер пулемётты сафтан сығара һәм ундан артыҡ дошман һалдатын юҡ итә.

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 15 майындағы Указы менән немец-фашист баҫҡынсыларына ҡаршы һуғыштарҙа командование заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия өлкән сержанты Банников Василий Васильевич 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 1160) һәм Дан орденының тулы кавалеры була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Дан орденының өс дәрәжәһе.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Несокрушимые. Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. Уфа.

Һылтанмалар

үҙгәртергә