Батырова Банат Хәйрулла ҡыҙы

(Банат Батырова битенән йүнәлтелде)

Батырова Банат Хәйрулла ҡыҙы (16 декабрь 1902 йыл — 19 июль 1970 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы, сөгөлдөрсө. башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан беренсе Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948), Башҡорт АССР-ының II—IV саҡырылыш (1947—1959) Юғары Советы депутаты.

Банат Батырова
Тыуған көнө

16 декабрь 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Иҫке Муса ауылы

Вафат булған көнө

19 июль 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (67 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡорт АССР-ы Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылы

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1948
Ленин ордены

Тормош һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Банат Хәйрулла ҡыҙы Батырова Өфө губернаһы Өфө өйәҙе [1] Иҫке Муса ауылында 1902 йылдың 16 декабрендә күп балалы ғаиләлә тыуған.

Урман эшсеһе булған атаһы бик иртә үлеп ҡала. Банат, әсәһенә ярҙам итеп, 6 йәшенән бар эштәрҙе башҡара. 1921 йылда Үтәгән ауылы егете Батыров Сәйетғәлигә кейәүгә сыға.

1932 йылдан ире менән колхозға инә. 1935 йылдан сөгөлдөр үҫтереүселәр звеноһын етәкләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ире фронтҡа алына. Сөгөлдөрсөләр, «Бөтә нәмә фронт өсөн, бөтә нәмә еңеү өсөн!» тигән саҡырыуға ҡушылып, «Иҙел» колхозы ҡырҙарында икеләтә тырышлыҡ менән тылдағы ауыр хеҙмәттәрен дауам итә. 1943 йылдан уның ҡул аҫтында эшләгән һигеҙ ҡатындың барыһы ла тол ҡала.

1946 йылға Банат Батырова бригадаһы гектарынан 500 центнер сөгөлдөр үҫтерергә йөкләмә ала, көҙ йыйылған татлы тамыр уңышы һәр гектарға 502 центнер тәшкил итә. 1948 йылда сөгөлдөрсөләр яңы рекорд ҡуя: бер гектарҙан 611,5 центнер уңыш ала.

Ошо хеҙмәт ҡаҙанышы өсөн Банат Батыроваға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» тигән юғары исем бирелә. Уның менән бергә эшләгән сөгөлдөрсөләр орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

1947 йылда ауылдаштары колхоздың алдынғы бригадирын Башҡорт АССР-ының II саҡырылыш Юғары Советына депутат итеп һайлай. Банат Батырова үҙ һайлаусыларының наказдарын үтәү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Халыҡтың ышанысын яулағаны өсөн республиканың юғары органына Ҡырмыҫҡалы районы вәкиле итеп ул тағы ике тапҡыр һайлана.

1960 йылда хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да ауыл һәм райондың йәмәғәт тормошонан айырылмай. Мәктәптәрҙә һәм хеҙмәт коллективтарында үткәрелгән осрашыуҙарҙа бик теләп ҡатнаша.

Хеҙмәт батыры 1970 йылдың 19 июлендә вафат була һәм тыуған ауылы Иҫке Мусала ерләнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә