Балалар фольклоры
Балалар фольклоры — прозаик, речитатив (һамаҡлау), йыр һәм уйын әҫәрҙәренән торған күп жанрлы система.
Балалар фольклоры | |
Ҡайҙа өйрәнелә | Айона и Питер Опи[d] |
---|---|
Балалар фольклоры Викимилектә |
Балалар фольклоры төрҙәре
үҙгәртергәБалалар фольклорына балаларҙың үҙҙәренең ижады ла, өлкәндәр балалар өсөн ижад иткән әҫәрҙәр ҙә инә. Бындай бүленеш балаларҙың уйын һәм ритмик-интонацион күнекмәләренең йәшкә бәйле булыуына бәйле. Иртә йәштә (тыуғандың тәүге көндәренән алып 3 — 3,5 йәшкә тиклем) баланың эмоциональ, моторлы һәм аҡыл үҫеше тулыһынса өлкәндәрҙән тора. Өлкәндәр сабыйҙар өсөн бишек йырҙары һәм төрлө һамаҡтар башҡаралар.
Балалар фольклорының икенсе өлөшөн урта һәм өлкән йәштәге балалар өсөн әҫәрҙәр тәшкил итә. Уларға йырланған йәки ритмлы әйтелгән әҫәрҙәр инә: уйын йырҙары, үсекләшеүҙәр, иҫәпләүҙәр, уйҙырмалар, саҡырыуҙар, шаян йырҙар, шулай уҡ әкиәт башы, тиҙәйткестәр, йомаҡтар, әкиәттәр. Уларҙың ҡайһы берҙәре балалар өсөн өлкәндәр тарафынан төҙөлгән, әммә был төрҙәрҙең күпселеге — балаларҙың ижады[1].
Ғалимдарҙың терминологияһы һәм фекерҙәре
үҙгәртергәГ. С. Виноградов, халыҡ фольклорын өйрәнеүселәрҙең береһе, тәүгеләрҙән булып «балалар фольклоры» терминын киң ҡуллана башлай һәм уларға балаларҙың үҙҙәре төҙөгән әҫәрҙәрҙе, шулай уҡ йырлау шиғриәтен (өлкәндәр балаларҙы иркәләп уҡыған бәләкәй лирик әҫәрҙәр) индереү маҡсатҡа ярашлы булыуын билдәләй. Һуңыраҡ был төргә бишек йырҙарын да (ҡайһы бер ғалимдар әле лә уларҙы ғаилә-көнкүреш лирик йыры төрө тип иҫәпләй) индерәләр. Шулай уҡ өлкәндәр араһында булған ҡайһы бер әҫәрҙәрҙең, үҙенең тәүге изге мәғәнәһен юғалтып, бер аҙ үҙгәргән, ябайлаштырылған формала балалар фольклорына күсеүе асыҡланды. Фольклорҙы белеүселәрҙең барыһы ла балалар фольклорына балаларҙың әҫәрҙәре лә, өлкәндәрҙең балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәр ҙә инә тигән берҙәм фекергә килә. Балалар фольклорының үҙенең үҙенсәлеге бар: темалар, образдар, идеялар һайлағанда балаларҙың йәш үҫешенә тап килә; шиғырҙар һәм проза әҫәрҙәренең хәрәкәт итеү менән оҙатылған уйын элементтары менән берләшеүе хас; күп әҫәрҙәрҙә (өлкәндәр тарафынан балалар өсөн төҙөлгән) тәрбиәүи әһәмиәт сағылыш таба[2].
Жанрҙар буйынса бүленеш
үҙгәртергәБалалар фольклорының бөтә жанрҙарын шартлы рәүештә өс төркөмгә бүлергә мөмкин:
- өлкәндәр тарафынан балалар өсөн ижад ителгән әҫәрҙәр,
- балалар фольклорына дөйөм фольклорҙан күскән әҫәрҙәр,
- балаларҙың үҙҙәренең әҫәрҙәре.
Ҡайһы бер осраҡтарҙа бер төркөмгә индереп булмаған әҫәрҙәр ҙә осрай. Был төркөмдәрҙең һәр береһенең үҙ үҙенсәлектәре бар, улар бәләкәйерәк төркөмдәргә бүленә. Уларҙың барыһының да дөйөм һыҙаты — балалар тематикаһы, улар 5 йәшкә тиклемге балалар өсөн төҙөлгән.
Йыуатҡыстар
үҙгәртергәЙыуатҡыстар шаян йөкмәткеле балалар фольклоры жанры, ҡыҫҡа йырҙар йәки уйын хәрәкәттәре менән барған юмористик, шаян йөкмәткеле ҙур булмаған шиғырҙар. Йыш ҡына «бишек йыры» урынына файҙаланыла. Уларҙың тәғәйенләнеше - баланы тынысландырыу. Йыуатҡыстарҙың иң ҙур төркөмөн ҡыҫҡа шиғырҙар тәшкил итә, улар менән өлкәндәр балаларҙы дәртләндерә һәм бала күңелен аса. Мәҫәлән:
Тыңғыл-тыңғыл, дыңғылсаҡ,
Минең ҡыҙым бер ҡосаҡ.
— Өй артында нимә бар?
— Өй артында бүре бар.
— Бүренең һуң кеме бар?
— Гүзәл тигән ҡыҙы бар,
— Ырғып, уйнар тубы бар[3]
Йыуатҡыстың бер нисә варианты бар. Украинала чукикалкалар тип аталған йыуатҡыс төрҙәре бар. Улар баланы тубыҡта йәки аяҡта бәүеткән саҡта уҡыла торған шиғырҙар. Улар күп әҙәби алымдарҙы үҙ эсенә ала, мәҫәлән, аллитерация, ассонанс, тауыш оҡшатыу. Н. Сивачук һүҙҙәре буйынса, бындай йыуатҡыстар бала өсөн кескәй саҡта уҡыла, сөнки ул саҡта бала әле һүҙҙәрҙе аңламай һәм уларҙың яңғырашын ҡабул итә.
Ьай, һай, һай гына,
Менгән атым тай ғына.
Менгән атым тай ғына ла
Китеп бара яй ғына.
Тира -тира, тиратай,
Кәләш алып бир, атай.
Һинең киленең булыр ҙа
Минең күңелем булыр,
һәтес-һәтес, һәтес тә,
Бәләкәй генә бәпес тә,
Ҡашы ҡара, буйы зифа
Ҡойоп ҡуйған кәртешкә![3]
Тауыш оҡшатыуҙарҙы шулай уҡ ономатопея тип тә атайҙар. Балалар фольклорының был төрө баланың тауыш менән уйнарға ынтылышын, тирә-яҡ мөхиткә эйәрергә теләүен сағылдыра.
Саҡырыуҙар
үҙгәртергәСаҡырыуҙар — мәжүси сығышлы арбаусы йырҙарҙың бер төрө. Улар крәҫтиәндәрҙең хужалыҡ һәм ғаилә тураһында мәнфәғәттәрен һәм күҙаллауҙарын сағылдыра. Мәҫәлән, бөтә календарь йырҙар аша ла мул уңыш һорау; балалар һәм өлкәндәр үҙҙәре өсөн һаулыҡ, бәхет, байлыҡ һорау бара.
Саҡырыуҙар ҡояшҡа, йәйғорға, ямғырға һәм башҡа тәбиғәт күренештәренә, шулай уҡ хайуандарға, айырыуса йыш ҡына — яҙ хәбәрселәре тип иҫәпләнгән ҡоштарға мөрәжәғәт булып торалар. Шул уҡ ваҡытта тәбиғәт көстәре тере кеүек хөрмәт ителгән: яҙға үтенестәр менән мөрәжәғәт итәләр, уның тиҙерәк килеүен теләйҙәр, ҡышҡа зарланалар:
Һалҡын ағай, кит, кит,
Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ.
Һөтлө һыйыр яланда, яланда,
Майлы бутҡа ҡаҙанда, ҡаҙанда,
Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа, баҙарҙа,
Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ!
Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ,
Һалҡын ағай, кит, кит.
Һимеҙ тәкә һуйырмын,
Майын һиңә ҡуйырмын,
Итен үҙем ашармын,
Һөйәген эткә ташлармын![3]
Йыш ҡына саҡырыуҙарҙа афәттәргә һәм тәбиғәт күренештәренә төрлө һауа торошон тыуҙырыу маҡсатында мөрәжәғәттәр яңғырай[2]:
Ямғырҡайым, яу, яу,
Астан халы ҡ үлмәһен.
Үләндәр ҙә күп булһын,
Кыйырҙар ҙа туҡ булһын,
Беҙгә эсергә һөт булһын'.
Ямғыр, яу, яу, яу,
Иген, бесән, үҫ, үҫ.
Һыйырҙарға һөт булһын,
Батмандарға май тулһын[3].
Һамаҡлауҙар
үҙгәртергәҺамаҡлау (гәпләшеү һүҙенән, йәғни һөйләү) — ҡыҫҡа, күңелле шиғри тарих[4], әсәйенең балаһына әйткән һүҙе:
Балам, балам бал ғына,
Үҫер әле яй ғына.
Ризыҡтары менән тыуҙы,
Ашаһын гел май ғына
Балам бик тыпырсына,
Балы ҡтай йөҙөр әле.
Бейеүсе булыр әле,
Дандары сығыр әле.
Йоҡла, балам, йоҡла, балам,
Тәүфиҡ бирһен үҙеңә.
Бәхет килһен өйөңә,
Бәхетлеләр ҡәҙерле;
Аҙғын бала йәберҙә, әлли-бәү.
Нур һибелһен йөҙөңә,
Асҡыс бирһен телеңә,
Отҡорлоҡ бир зиһеңеңә.
Уҡығанда алда бул, '
Күп ғилемгә эйә бул.
Дуҫтарыңа һуҙ ҡулың, әлли-бәү,
Уларҙа һуҙыр ҡулын.
Юлдарың асыҡ булыр, әлли-бәү.
Кәртәләр, ватыҡ булыр, әлли-бәү[3].
Һамаҡлауҙарҙың күпселек өлөшө — уйҙырмалар.
Һуҡҡыстар
үҙгәртергәҺуҡҡыстар — теләһә ниндәй ҡаты предметҡа һуғыу менән оҙатылып барған ҙур булмаған шиғырҙар. Уларҙа йәшерен иҫәп бар.
Бер тинек — бөрмәк,
Ике тинек — икмәк,
Өс тинек — өсмәк,
Дүрт тинек — дүртмәк,
Биш тинек — бишмәк,
Алты тинек — алмаҡ,
Ете тинек -— етмәк,
Һигеҙ тинек — һигеҙмәк,
Туғыҙ тинек — туғыҙмаҡ,
Ун тинек — уймаҡ[3].
Үсекләшеүҙәр
үҙгәртергәҮсекләшеү — балалар фольклоры жанры, рифма рәүешендә исемде йәки көлгән кешенең ҡушаматын һәм уның ысын йәки уйлап сығарылған кәмселектәрен бәйләй. Үсекләшеүҙәр ҡысҡырып, һүҙҙәрҙе ашығыс һамаҡлап һәм, ғәҙәттә, хәүефһеҙ аранан (әгәр кәрәк булһа, ҡасып өлгөрөү өсөн) әйтелә. мәҫәлән, «Ильяс илаҡ, илле ҡолаҡ.» «Ҡунаҡбай^ Ҡунаҡбай, Тау башында уйнаҡлай».
Килеп инде Сафа — үҙенә күрә яфа.
Иәмил йәмкә — утыҙ ике бәпкә.
Асия асыҡҡан — майлы бутҡа ашаған.
Тәслимә барабан — сәсен майлап тараған
Сабыр Сапай сапҡан,
Мейескә иңеп ятҡан,
Мейескә инеп йылынмаған,
Кәкрәйеп ҡатҡан.
Хәйбул-Хабыш,
Аяғы -ҡулы салыш,
Буйы-һыны бер ҡарыш,
Тәмәкеһе биш ҡарыш[3]
Яраштырғыстар
үҙгәртергәЯраштырғыстар — был балаларҙың татыулашыу билдәһе итеп һөйләгән ҡыҫҡа шиғри әҫәрҙәре. Яраштырғыстарҙы уҡыған саҡта балалар сәтәкәйҙәре менән ҡыҫышалар. Версияларҙың береһе буйынса, яраштырғыстар христиан традицияһынан килеп сыҡҡан — тәүбәгә килер алдынан туғандарынан ғәфү үтенеү. Мәҫәлән:
Мирись, мирись, мирись,
И больше не дерись
А если будешь драться,
То я начну кусаться.
А кусаться ни при чем,
Буду драться кирпичом,
А кирпич сломается -
Дружба начинается!
Ҡурҡытҡыстар
үҙгәртергәҠурҡытҡыстар балалар фольклорының бер өлөшө булып тора. Йыш ҡына уларҙы өлкән йәштәге балалар үҙҙәре уйлап таба. Улар мистик һәм фантастик һыҙаттары булған ҡыҫҡа хикәйәләр. Ҡурҡытҡыстарҙа эпик жанрҙарҙың төп һыҙаттары һаҡланған. Хикәйә, ҡағиҙә булараҡ, өсөнсө заттан алып барыла. Ҡайһы берҙә кульминация ваҡиғалар сиселеше менән тап килә. Иң йыш осраған темалар - серле үлем йәки кеше үлтереү. Ҡурҡытҡыстар характерының төп өлөшө серлелек һәм ғәҙәттән тыш күренештәрҙе тасуирлау. Ҡурҡыу эффектына мистик йөкмәтке ярҙамында ғына түгел, ә ҡабатлауҙар, тауышты һәм серлелекте көсәйтеү ярҙамында ла өлгәшелә. Төҫтәр гаммаһында ҡара һәм ҡыҙыл төҫтәр — үлем һәм ҡан төҫтәре өҫтөнлөк итә. «Ҡараңғы бүлмә», «ағыулы аҙыҡ», «ҡот осҡос кеше» билдәләмәләре өҫтөнлөк итә[2].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ғәләүетдинов И.Ғ. һәм башҡалар. Балалар фольлоры: Бала саҡ — уйнап көлөп үҫер саҡ. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1994. — 159 с.
- Детский фольклор // Литературная энциклопедия терминов и понятий / Под ред. А. Н. Николюкина. — Институт научной информации по общественным наукам РАН: Интелвак, 2001. — Стб. Ҡалып:-.. — 1596 с. — ISBN 5-93264-026-X.
- Мельников М. Н. Русский детский фольклор. — М.: «Просвещение», 1987. — 240 с.
- Современный школьный фольклор: пособие-хрестоматия для студентов / С. М. Лойтер, Е. М. Неелов — Петрозаводск: Изд-во ПетрГУ, 1995. — 115 с.
- Феномен детской субкультуры / С. М. Лойтер. — Петрозаводск: Изд-во КГПУ, 1999. — 46 с.
- Русский детский фольклор и детская мифология: исследование и тексты / С. М. Лойтер. — Петрозаводск: Изд-во КПГУ, 2001. — 294 с.
- Поэтика детского стиха в её отношении к детскому фольклору / С. М. Лойтер. — Петрозаводск: Изд-во ПетрГУ, 2005. — 214 с.
- Белоусов А. Ф., Головин В. В., Кулешов Е. В., Лурье М. Л. Детский фольклор: итоги и перспективы изучения // Первый Всероссийский конгресс фольклористов. Сборник докладов. Т. 1. — М.: Государственный республиканский центр русского фольклора, 2005. — С. 215—243.
- Чайковская И. А. Жанр сказки в современном детском фольклоре(недоступная ссылка) // «Университетские чтения», 14—15 января 2016 г. — Пятигорск: Пятигорский государственный университет, 2016 — С. 78—82
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Собрание русского детского фольклора — онлайн-библиотека российского общественного достояния.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Анатолий Иваницкий
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Марина Лановик
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Ғәләүетдинов И.Ғ. һәм башҡалар. Балалар фольлоры: Бала саҡ — уйнап көлөп үҫер саҡ. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1994. — 159 с.
- ↑ Прибаутка 2020 йыл 17 февраль архивланған. // Квятковский А. П. Поэтический словарь / Науч. ред. И. Роднянская. — М.: Сов. Энцикл., 1966. — 376 с.